Тәүәккәлләргә ҡытлыҡ мәжбүр итә25.10.2013
2012 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡта аҡса әйләнеше 4,2 триллион һумға етеүгә ҡарамаҫтан, төп фондтарҙың сифаты яҡшырмай, һыу селтәрендә юғалтыуҙар – 30, йылылыҡ буйынса 15 процентҡа етә. Европа илдәре менән сағыштырғанда, ресурстар 25 – 30 процентҡа күберәк тотонола. Тармаҡты тулыһынса яңыртыу өсөн туғыҙ триллион һум талап ителә. Дәүләт тарафынан төрлө программаларға һәм инвестиция проекттарына 53 миллиард һум йүнәлтелгән. Тариф сығымдарын компенсациялауға Федерация субъекттары ҡаҙналарынан ғына 125 миллиард һум сарыф ителгән.
Был мәғлүмәттәр Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәргән Иҡтисадты яңыртыу һәм инновация үҫеше советы президиумы ултырышында ҡатнашыусылар иғтибарына еткерелде.
“ТКХ күптән инде Рәсәйҙең төп бәләләре исемлегенә инергә хоҡуҡлы”, — тип яҙылды был турала “Российская газета”ла. Дмитрий Медведевтың фекеренсә, үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарындағы технологиялар буйынса эшләгән тармаҡта килемдәрҙең күп өлөшө ҡорамалдарҙы төҙөк тотоуға китә, ә хужалыҡты яңыртыу ҡалдыҡ принцибы буйынса финанслана. Тап ошо арҡала авариялар, һыу һәм йылылыҡ селтәрендә юғалтыуҙар күбәйә, өҫтәүенә халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хаҡтары йылдан-йыл күтәрелеп, граждандарҙың килемдәре артыу темпын да уҙып китте.
“Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк”, — ти Хөкүмәт башлығы. Киләһе өс йылда башҡарма орган ТКХ-ла тарифтарҙың күтәрелеүенә сик ҡуйырға ҡарар итте. Уға ярашлы, граждандар тармаҡ хеҙмәтенә хаҡтарҙы 30 процентҡа кәмерәк түләйәсәк, йәғни 2014 – 2016 йылдарҙа тариф уртаса 9 – 11 процентҡа күтәрелгәндә, халыҡҡа ул 5 – 6 проценттан артмаясаҡ.
Был — федераль хөкүмәт билдәләгән эш йүнәлешенең береһе. Икенсеһе иһә ТКХ-ла заманса технологиялар һәм идара алымдарын ҡулланыуға ҡағыла. Дөрөҫ, әхлаҡи һәм физик яҡтан ныҡ иҫкергән торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа капитал һалыуҙар (хәҙер – инвестициялар) йәлеп итергә кәрәклеге хаҡында власть даирәләре әле генә һүҙ алып бармай. Тик хәҙер Хөкүмәт был өлкәлә тәртипте ҡаҙна аҡсаһына түгел, ә хосуси капитал иҫәбенә булдырырға ниәтләй.
Дмитрий Медведевтың фекеренсә, дәүләт ярҙамы булған хәлдә лә, ул яңы технологиялар индереү һәм энергия һаҡлаусы материалдар етештереүгә тотонолорға тейеш. Ләкин төбәктәр үҫеше министры Игорь Слюняевтың әйтеүенә ҡарағанда, хосуси капитал хужалары тармаҡта үҙен һынап ҡарарға бер ҙә ашыҡмай. “Шуға күрә, — ти министр, — был мегапроектты ғәмәлгә ашырыуҙы дәүләт ярҙамынан башҡа күҙ алдына баҫтырыуы ҡыйын”. Шулай ҙа Төбәктәр үҫеше министрлығы хосуси капитал йәлеп итә алырына өмөтөн өҙмәй. 1 ноябрҙән уның сайтында эшләй башлаясаҡ инновация технологиялары биржаһында ҡыҙыҡһынған ойошмалар инвесторҙар эҙләү проекттарын тәҡдим итә, инвесторҙар иһә буласаҡ партнерҙарына үҙ шарттарын еткерә аласаҡ.
9 триллион һум – федераль ҡаҙнаның өстән ике өлөшө һәм Хөкүмәт хатта туғыҙ йылда ла ул саҡлы капиталды ТКХ-ға бирергә йыйынмай. Өр-яңы ҡорал һатып алыуға яҡын арала өс триллион һум тотонорға йыйыныуына ҡарамаҫтан. Был – бер. Икенсенән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ күптән инде үҙ килемдәре иҫәбенә хужалыҡ итеүсе тармаҡҡа әүерелергә тейеш ине. Әммә, нигеҙҙә, уҙған быуаттың икенсе яртыһында ҡоролған селтәрҙәрҙе халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү иҫәбенә генә йыйылған аҡсаға яңыртыу мөмкин түгеллеге көндән-көн нығыраҡ асыҡлана. Бәлки, өлөшләтә булыр ҙа ине, әгәр тиҫтәләрсә миллиард һум урланып, шылғаяҡ әҙәмдәр кеҫәһенә инеп юғалмаһа. Эйе, хәҙер уғрылыҡ — Рәсәй донъяһының иң ҙур һәм хәүефле дошманы. Уның нәфсеһен ҡоротоу өсөн үҫеше буйынса алға киткән илдәрҙәге кеүек мөлкәтте тартып алыу язаһын индерергә кәрәк. Ә быныһына, ысынлап та, власть даирәләренең тәүәккәллеге етмәй.
РЕДАКЦИЯНАН. Рәсәй Хөкүмәтендә күтәрелгән мәсьәлә ҡатмарлы, хәл ителеше бик ауыр. Авторҙың фекерҙәренә ҡарата уҡыусыларыбыҙ ни әйтә алыр? Әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе дауам итәйек.