Һыйлы көнөң – һыйырҙа25.10.2013
“500 ферма” программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында һөтсөлөк фермаларында 3 миллиард һумлыҡ реконструкция эше үткәрелгән, технологиялар яңыртылған. 3000 баш тоҡомло мал, 570 төрлө техника һәм ҡорамал һатып алынған. Программала ҡатнашыусыларға республика ҡаҙнаһынан бүленгән ярҙам 595 миллион һум тәшкил итә. Яңыртылған фермаларҙа 39 мең баш һыйыр малы, шул иҫәптән 32 мең һауын һыйыры аҫрала. Уларҙан 138 мең тонна һөт һауып алынған, йәғни Башҡортостанда етештерелгән һөттөң 11 проценты. Уртаса һауым 25 процентҡа юғары.
Ауыл яңыра
Хосуси ғаилә фермаһы – хәҙер ауылда ла капиталистик тауар етештереү мөнәсәбәттәренең киңерәк тарала башлауын раҫлаған күренеш. Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылында аҡ кирбестән күтәрелгән заманса һөтсөлөк фермаһы — ошо ауыл кешеһе Илфат Муллагилдин ғаиләһенең милке. 100 һауын һыйырға иҫәпләнгән ҡурала быҙаулатыу бүлеге, йәш үрсем өсөн урындар әҙерләнгән. Һөт етештереү тулыһынса ябыҡ циклға ҡоролоп, продукция һыйыр елененән алып эшкәртеү предприятиеһына тапшырғанға тиклем уға бер ни ҙә ҡағылмай. Ферма хужаһы мал аҙығына ҡытлыҡ кисермәй, 600 гектар ере һәм кәрәкле техникаһы бар.
Һөт малсылығы колхоз һәм совхоздар таралып, фермалар бушап ҡалғандан һуң тағы йәнләнеү кисерә. Сентябрь аҙаҡтарында Дүртөйлө районының “Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” ЯСЙ-һында, Бишбүләк районының Киров исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында һәм Миәкә районының “Маяҡ” ЯСЙ-һында капиталь ремонт үткәрелгән фермалар сафҡа индерелде. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2012 йылда ғәмәлгә ингән “500 ферма” программаһына ярашлы файҙаланыуға тапшырылған объекттар быйыл алтыға еткән. Ғөмүмән, һөт малсылығын үҫтереү буйынса эш башлаған фермалар – 125, 87-һендә төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла, яңы силос һәм сенаж соҡорҙары һалына, тоҡомло мал, ҡорамалдар килтерелә.
Министр өмөтләндерҙе
Һөт етештереү менән шөғөлләнеүҙең ысынлап та табышлы тармаҡҡа әүерелеүе ихтимал. Октябрь баштарында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров “Российская газета”ға биргән интервьюһында 2020 йылға саҡлы программаға ярашлы һатылған һөттөң һәр килограмы өсөн дәүләттән субсидия бүленәсәге, тармаҡҡа йүнәлтелгән инвестиция кредиттарын ҡайтарыу ваҡытының 8 йылдан 15 йылға тиклем оҙайтыласағы тураһында белдергәйне. Министрҙың хәбәренә ҡарағанда, быйыл һөт етештереүгә 2008 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡыр күберәк, йәғни 12,7 миллиард һум күләмендә федераль ярҙам күрһәтелгән.
Һөт малсылығын үҫтереүҙә Илеш районы хужалыҡтары әүҙемлек күрһәтә, тип билдәләй матбуғат хеҙмәте. 2012 йылда «500 ферма» программаһы буйынса алты хужалыҡ эшләһә, быйыл уларға тағы өсәү өҫтәлгән. Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында капиталь ремонтҡа, силос һәм сенаж соҡорҙарын төҙөүгә, техника һатып алыуға 27 миллион һум тотонолған. Төҙөлөш-монтаж эштәренә 10 миллион, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға 2,5 миллион һум сарыф итеү планлаштырыла.
Кем өлгөр, шул эләктерә
Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте киләһе йылда яңыртыласаҡ фермалар исемлеген дә күрһәткән. Дүрт тиҫтәгә яҡын дәғүәсе араһында Туймазы районынан – алты, Өфө, Илеш, Дүртөйлө райондарынан өсәр хужалыҡ күренә. Архангел, Балтас, Белорет, Йәрмәкәй, Ишембай, Ҡариҙел, Краснокама, Мәсетле, Учалы райондарынан иһә берәр генә хужалыҡ индерелгән. Стәрлебаш районынан был исемлектә “Арыҫлан” һәм “Правда” агрофирмаһы предприятиелары бар.
“Арыҫлан” колхозының үткән быуаттың 80-се йылдары баштарында яңы технологиялар буйынса төҙөлгән һөтсөлөк комплексында ябай (хәҙерге кеүек сәнәғәт шарттарында продукция биреүгә күнекмәгән) һыйырҙар аҫрауға ҡуйылып, уларҙың продуктлылығы ҡырҡа түбән булды һәм проект ҡеүәтенә сыға алманы. “Правда” колхозында иһә бер нисә тиҫтә мең сусҡаға иҫәпләнгән комплекс төҙөлөп бөтмәй ҡалды, колхоздар юҡҡа сыҡты. Күренеүенсә, хәҙер был ике объектты тергеҙеп, проект ҡеүәтенә сығарыу планлаштырыла.
Әлбиттә, бушап ҡалған фермалар һәр районда тиҫтәләрсәгә етәлер, һәм “500 ферма” программаһы уларҙың барыһын да аяҡҡа баҫтырыуға иҫәп тотмай. Тик райондар күҙлегенән ҡарағанда, программаны ғәмәлгә ашырыуҙа тигеҙ мөнәсәбәт юҡлығы күҙгә ташлана, сөнки Башҡортостанда һөт малсылығы менән шөғөлләнергә теләү генә түгел, мохтажлыҡ кисергән райондар Илеш, Дүртөйлө һәм Туймазы менән генә сикләнмәй.
Ауыл хужалығында күҙәтелгән күренештәр Рәсәй дәүләтенең ҡатмарлы тарихында өсөнсөгә ҡабатланған һәләкәтте раҫлай. 20-се йылдар аҙағында – 30-сы йылдар башында шәхси хужалыҡтар тамам бөтөрөлөп, колхоздар ойошторолған ваҡытта ауыл халҡы бер бөлгөнлөккә төшөрөлһә, 90-сы йылдар аҙағында ул тағы ла шундайыраҡ хәл кисерергә мәжбүр булды. Хәҙер тармаҡ тағы ла бынан бер быуат элекке хәленә ҡайта башлаған кеүек, сөнки халыҡ барҙа аҙыҡ-түлеккә ихтыяж бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Ә крәҫтиән ихатаһын һыйырҙан башҡа күҙ алдына баҫтырып та булмай: һыйлы көнөң – һыйырҙа тип башҡорт юҡҡа ғына әйтмәгән.