Көрсөктән инвестициялар ҡурсалар25.10.2013
Бөгөн бөтә донъя буйлап финанс көрсөгө шәүләһе “йөрөгәндә”, республикаға һалынған инвестицияларҙың баһаһы бермә-бер арта. Капиталды күберәк йәлеп итеү – үҫеш өсөн төп шарттарҙың береһе.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән Хөкүмәт Президиумы ултырышында тап ошо мәсьәлә көн үҙәгенә сығарылғайны. Әлегә инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән зарланырға урын юҡ. Былтыр төбәккә 232 миллиард һум күләмендә аҡса һалынған булһа, быйыл дөйөм инвестициялар күләме 4 – 5 процентҡа күберәк тәшкил итәсәк һәм уның 250 миллиард һумға етеүе күҙаллана.
– Әлегә был – маҡсаттар ғына. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн ҡалған ике айҙа барыбыҙға ла ең һыҙғанып эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары ла иҡтисади хәлебеҙҙе ыңғай баһалай. Был – республиканың финанс һәм бюджет системаһы яҡшы торошта булыуына туранан-тура ишара. Тимәк, артабанғы үҫешкә инвесторҙарҙың да, белгестәрҙең дә ышанысы ҙур.


Вернуться назад