Иршат Зәлилов “Башагропродсервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшен тамамлау менән “Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ашыҡҡан. Хәйер, уның бер ҡасан да күршеләрен ярҙамдан өҙгәне юҡ, инде нисә йыл сөгөлдөр сығарыу тиһеңме, картуф ҡаҙыумы, ураҡмы – беренселәрҙән булып килеп етә.
– Быйыл бигерәк тә күңелле – мул уңыш өсөн ҡыуанам, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм, – тип һөйләй Иршат Илһам улы. – Хеҙмәткә түләүҙе килешеү нигеҙендә алам, ауыл кешеһе өсөн шул да мөһим. Етә тиһәм, мине дөрөҫ аңламаҫтар, күп аҡсаның бер ҡасан да артыҡ түгеллеген беләм. Әммә бәрәкәтле итеп тотона белеү кәрәк.
Алдынғы механизаторҙың хеҙмәтен юғары баһалап, йөрәгенә дәрт өҫтәп, бер нисә функцияны үтәгән (сөгөлдөрҙө ерҙән ҡаҙып ала, япраҡтарын ҡырҡа, тупраҡтан таҙарта, бункерына оҙата, машинаға тейәй) “Холмер” маркалы комбайнды ышанып тапшырғандар, Иршат ағай тиҫтә йылға яҡын уның менән.
“Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәһим Ямаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Холмер” комбайны ҡеүәтле, унан бигерәк ошо “тимер ат”ҡа идара иткән механизатор оҫта. Техника сәғәт кеүек эшләй, уттай ҡыҙыу мәлдә баҫыу уртаһында бер ваҡытта ла боҙолоп ултырғаны юҡ. Иршат ағай һымаҡ егәрле кешеләр барҙа етәкселәрҙең күңеле тыныс. Сменаһына 14-15 гектар майҙандан сөгөлдөр сығара ул.
Уҙаман трактор, машина менән малай сағынан уҡ таныш. Үҙе тыуып үҫкән Малай ауылының тимерлеге гөрләп торған йылдарҙы иҫкә төшөрөп алды. Үткәндәргә ыңғай ҡарашта, бөгөнгө тормошҡа риза, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Әммә өлгөрлөк, тырышлыҡ кеүек сифаттарға эйә булмай тороп, бер ҡасан да теге йәки был ниәтте бойомға ашырыу мөмкин түгел тигән фекерҙе әйтте.
Ысынлап та, заман менән бергә түгел, ә унан бер, һис юғында ярты аҙым алда атлаусылар, минеңсә, һәр йәһәттән дә ота. Иршат Илһам улы миҫалында беҙ быға инандыҡ.