Эшҡыуарҙар өсөн23.10.2013
Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды менән берлектә йыл башынан алып йүнселлек мәсьәләләре буйынса дүртенсе курс-консультация ойоштора. Дәрестәр 11 – 22 ноябрҙә үтәсәк.

Баш ҡалалағы халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, йыл башынан алып эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә арналған курстарҙа 140 тыңлаусы ҡатнашҡан. Улар барышында 280-дән ашыу кешегә үҙ эшен ойоштороу йәһәтенән кәңәш бирелгән.


Вернуться назад