Иң яҡшы сөгөлдөрсөләр23.10.2013
Башҡортостанда сөгөлдөр йыйыу комбайндарының иң яҡшы экипаждары билдәләнде. 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклемге осорҙағы эшкә йомғаҡ яһағанда ҡаҙып алынған майҙан һәм сөгөлдөр уңышы иҫәпкә алынды.

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әлшәй районының «Красный Клин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Виктор Катышев менән Айрат Хажиәхмәтовтың экипажы иң яҡшыһы тип танылды. Улар 832 гектар майҙандан 20,8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйған.
Икенсе урында — ошо уҡ райондың «Колос-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Рәмил Зыязетдинов менән Венер Ғәлләмов. Ай ярым эсендә улар 823 гектарҙан бөтәһе 20,6 мең тонна уңыш алған.
Өсөнсө урында — Благоварҙың «Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре Сергей Кучеров менән Александр Быль. Уларҙың күрһәткесе – 814 гектар майҙандан 39,5 мең тоннанан ашыу “татлы тамыр”.
Өс призерҙан тыш, тағы 17 экипажға Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары, аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Улар – Мәләүез, Әлшәй, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Ғафури, Баҡалы һәм Дәүләкән райондары вәкилдәре.


Вернуться назад