Балаларҙы ҡыуандырып18.10.2013
Балаларҙы ҡыуандырыпТәүәкән мәктәбе директоры Альбина Сәғитованы төҙөлөш барған урында осраттыҡ. Папкаһын ҡултығына ҡыҫтырып, кем менәндер ҡыҙыу бәхәс алып бара ине. Уның бында көн дә тиерлек аяҡ баҫыуына өйрәнеп бөткәндәр. Хәйер, төҙөүселәр янына йыш килеүе яҡшыға ғына: үҙенең тәҡдимдәрен еткерә, уларҙың үтенестәрен дә тыңлай.

– Белем усағына төкәтмә төҙөү – заман талабы. Спорт залы һалына, – тип һөйләй Альбина Фәнис ҡыҙы. – Ошо көндәрҙә объектты сафҡа индереү күҙаллана. Ғөмүмән, эш планға ярашлы бара. Әле стеналарҙы тигеҙләп буяу, иҙән һалыу, түбәгә таҡта ҡатыу мәшәҡәттәре ҡалды. Унан инде спорт ҡоролмаларын урынлаштырасаҡбыҙ. Мәктәп менән спорт залы араһында йылы коридор буласаҡ.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙ һәм малайҙарға төплө белем, дөрөҫ тәрбиә биреү – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе. Бынан тыш, һәр береһе һау-сәләмәт үҫһен тиһәк, спортҡа ла иғтибарҙы көсәйтеү зарур.
Спорт залының көньяҡҡа ҡараған стенаһы һәм тәҙрәләре өсөн яуаплы штукатур-буяусы Ғәтиә Хисамованың кәйефе көр. Ул эш хаҡының ваҡытында бирелеүе,Балаларҙы ҡыуандырып бригадирҙың кәрәкле ҡоралдар менән тәьмин итеүе, төҙөлөш материалдарының етерлек кимәлдә алыныуы тураһында һөйләне. “Заманса спорт залына күптәр һоҡлана, үҙем мәктәп уҡыусыһы булған йылдарҙы иҫләйем дә бөгөнгө бәхетле балалар өсөн ныҡ шатланам, – ти бригадир Людмила Карманова. – Таныш булығыҙ: ең һыҙғанып эшләүсе Наталья Лисовская, Марина Панова, Любовь Минькина, Светлана Һөйөшева, Сергей Решетников һәм башҡаларға рәхмәтем сикһеҙ. Үҙҙәре тырыш һәм өлгөр, һөнәрҙәрен яраталар”.
Спорт залын ҡалҡытҡан “Элитстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Валерий Павловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, эш нисек дәррәү башланһа, шул тиҙлектә дауам итә.
Белем усағы уҡыусылары менән көслө. Үҫмерҙәр республика һәм Рәсәй конкурстарында йыш ҡына призлы урындар яулай. Тәүәкән мәктәбенең киләсәктә билдәле спортсылар әҙерләүенә лә ышаныс бар.


Вернуться назад