Фәҡирҙәр кәмей ҙә ул...18.10.2013
2014 йылда Рәсәйҙә фәҡирҙәр яҡынса 15,2 миллионды тәшкил итәсәк, 2012 йыл менән сағыштырғанда, был 400 мең кешегә аҙыраҡ буласаҡ. Ошондай күҙаллау яһаған Бөтә донъя банкы белгестәре фекеренсә, илебеҙ иҡтисадының үҫеше яйлаған хәлдә лә фәҡирлектең кәмеүе күҙәтеләсәк.
Иҡтисад үҫешенең тотҡарланыуы бер Рәсәйгә генә түгел, ә бар донъяға хас күренеш. Бөтә донъя банкы күҙаллауынса, быйыл Рәсәй иҡтисадының үҫеш күрһәткесе ни бары 1,8 процент тәшкил итәсәк. Әйткәндәй, белгестәр уны алданыраҡ 2,3 процент тирәһендә булыр тип өмөтләндергәйне. Әммә быға этәргес булырлыҡ факторҙар ҡалманы тиерлек: хеҙмәт баҙарында хәлдәрҙең яҡшы булыуына һәм кредитлау күләменең йылдам үҫешеүенә ҡарамаҫтан, эске һәм тышҡы сауҙа кимәле көндән-көн кәмей. Белгестәр фекеренсә, Европа менән сағыштырғанда, Рәсәйҙәге хәл әллә ни иҫ китерлек булып тойолмаһа ла, Көнсығышҡа ҡарағанда артта һөйрәлгәнебеҙ асыҡ күренә икән.
Был торғонлоҡтан ҡотолоу юлы бармы һуң? Әйтеүҙәренсә, иҡтисадтағы хәлде реформалар ғына үҙгәртә ала һәм ил етәкселегенә ошоно иҫтән сығарырға ярамай. Бөтә донъя банкының Рәсәй буйынса баш иҡтисадсыһы Бриджит Ханзль: “Әгәр киҫкен аҙымдар ҡулланылмаһа, артабан инфляцияны “ауыҙлыҡлау” тағы ла ҡатмарлыраҡ буласаҡ”, – ти.
Шулай ҙа 2014 йылда илебеҙҙә эске тулайым продукт үҫеше 3,1 процентҡа етеү ихтималлығы ла юҡ түгел. Быға йыл аҙағында экспорттың көсәйеүе һәм нефткә хаҡтың тотороҡло ҡалыуы булышлыҡ итергә мөмкин. Әммә 2014 йылда “ҡара алтын”дың арзанайыуы ла бар.
Йыл башында “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙә йәшәү минимумы айына 6 705 һумды тәшкил иткән. Шуның 2412 һумы аҙыҡ-түлеккә тәғәйенләнһә, 1507-һе – башҡа тауарҙарға, шул иҫәптән дарыуҙарға, 2754-е – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, транспортҡа, ҡалғаны иһә һалымға һәм башҡа түләүҙәргә ҡаралған. Шулай ҙа, мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе генә иҫәпләгәндә лә, бер кемдең дә бындай йәшәү минимумы менән сикләнә алмаясағы бөтәһенә лә асыҡ.
Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, рәсәйҙәр фекеренсә, фәҡир тип һәр береһенә ни бары 8 848 һум килем тура килгән ғаиләне атарға була. Бындайҙар иҫәбенә, баҡһаң, ил халҡының дүрттән бер өлөшөн (23 процент) индерергә була икән. Ә бына урта хәллеләр рәтенә бөгөн халыҡтың ни бары 20 процентын ғына баҫтырырға мөмкин. Ил етәкселеге ҡуйған маҡсатҡа ярашлы, 2020 – 2030 йылдарға был һанды 30 – 40 процентҡаса еткерергә тейешбеҙ ҙә, әммә иҡтисадыбыҙ торғонлоҡ кисергән, инфляция туҡтауһыҙ уйнаған, эшһеҙлек үҫкән мәлдә (6 процентҡа тиклем етәсәк тип күҙаллана), быны бойомға ашырыуы ҡатмарлы икәнлеге көн кеүек асыҡ.