Үҫешкә ынтылған “Йондоҙ”18.10.2013
Үҫешкә ынтылған “Йондоҙ”“Йондоҙ” хужалығы Фрунзе исемендәге колхоз нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Бөгөн ул бер нисә ауылды берләштерә, фермалары иһә Аҙнағол менән Иҫәнбайҙа урынлашҡан. Әйткәндәй, хужалыҡты ҡатмарлы осорҙа тап үҙенең хеҙмәткәрҙәре бөтөн сослоғон һалып, бөлөүҙән һаҡлап ҡала алған. Быйыл “500 ферма” программаһына инеүе лә предприятиеның артабанғы үҫешенә этәргес булыр тип өмөтләнәләр бында.

– 1987 йылдан ошо хужалыҡта тир түгәм инде: сусҡа ла, быҙау ҙа ҡараным, ҡайҙа ҡушалар – шунда эшләнем, – тип ҡаршы алды беҙҙе “Йондоҙ”ҙоң алдынғы һауынсыларының береһе Рәмзилә Зиннурова. – Шуның араһында һөт тә йыйырға тура килде. Һыйыр һауғаныма ла хәҙер байтаҡ ҡына була.
“Йондоҙ”ҙоң алдынғы хеҙмәткәре Иҫәнбай фермаһына Ясин ауылынан йөрөп эшләй. “Эш хаҡы ауыл ере өсөн етә, иң мөһиме — ваҡытында түләп баралар. Ашлыҡ һәм ит менән дә бирәләр. Фермаға техника менән алып баралар, элекке кеүек һалҡындарҙа туңып йөрөмәйбеҙ хәҙер”, – тип һөйләне ул. Рәмзилә ханымдың иңенә хужалыҡтағы дүрт тиҫтәнән ашыу һыйырҙы һауыу бурысы һалынған. “Беҙ – хеҙмәт кешеләре, эштең еңелен һайлап тормайбыҙ. Әсәйем дә ҡырҡ йыл һыйыр һауып, хаҡлы ялға сыҡҡайны”, – тип йылмая ул.
Тормош иптәше Илдар мал табибы булып хаҡлы ялға сыҡҡан. Балалары күптән башлы-күҙле булып бөткән инде: бер улы менән килене Мәсәғүттә торһа, ҡыҙы һәм икенсе улы ғаиләләре менән Ыҡтамаҡта көн итә. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәй тип өҙөлөп тора икән. Рәмзилә ханым уңған хужабикә лә: ҡура тулы мал-тыуар тота, баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерә. “Һәләк бәхетле кеше тип хис итәм үҙемде. Эшемде яратам, быйыл, Алла бирһә, пенсияға сығам тип берсә һөйөнөп, берсә һағышланып йөрөйөм бына”, – ти ул.
Эйе, “Йондоҙ” хужалығында үҙ эшен яратып, тырышлыҡ һалып башҡарғандар бихисап. Бөгөн бында йәмғеһе 67 кеше эш урыны тапҡан. Улар араһында бөтә ғүмерен ауыл хужалығы тармағына арнағандар ҙа етәһе. Мәҫәлән, тракторсы Салауат Латипов һәм иҡтисадсы Нәфисә Хәйретдинова Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған. Хужалыҡтың директоры Юрис Латипов, тракторсы Айрат Хәйретдинов, бригадир Рифат Хәкимов, мал ҡараусы Нәйлә Хәйретдинова “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә эйә. 2012 йылда Рәмзилә Зиннурова республика кимәлендәге һауынсылар конкурсында ҡатнашып, иң көслө етәү исемлегенә ингән. Йәштәр ҙә бар: мәҫәлән, ферма мөдире Наил Ғәлимовҡа бында ҙур өмөт бағлап торалар.
Хужалыҡтың сәсеү майҙаны быйыл мең ярым гектарға яҡын тәшкил иткән, шуның 300 гектарын ужым биләһә, 400-гә яҡынында – иген, 172 гектарҙа һоло, шулай уҡ ҡарабойҙай, борсаҡ сәселгән. 800 гектарҙан ашыу майҙанда күп йыллыҡ үләндәр һәм кәрешкә урынлашһа, 275 гектар парға һөрөлгән.
– Быйыл йәй бигерәк ҡырыҫ булды, – ти хужалыҡтың директор урынбаҫары Ғәйфулла Сәхәүетдинов. Шуға ла уңыш әллә ни һөйөндөрмәгән, май-июндә яуым булмауы үтә лә ныҡ аяҡ салған. Һөҙөмтәлә уңыштың яртыһы тиерлек юҡҡа сыҡҡан.
Малсылыҡҡа килгәндә, хужалыҡтың Аҙнағол менән Иҫәнбай фермаларында йәмғеһе 700 баш мал бар, шуның 300-ө — һауын һыйыры. Шулай уҡ биш тиҫтәнән ашыу йылҡы малы ла тоталар. Аҡты Мәсәғүт һөт заводына тапшырһалар, итте “Ҡарағай” шифаханаһы һәм Балаҡатай ит заводы ҡабул итә икән.


Вернуться назад