Ә бындай күпер ташҡынға бирешмәйәсәк15.10.2013
Ә бындай күпер ташҡынға бирешмәйәсәкТашҡындан зыян күргән Әбйәлил районында әкренләп төҙөкләндереү эштәре башланды. Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш буйынса бүлек начальнигы Айтуған Фәттәхов белдереүенсә, ямғырҙар ваҡытында бөтәһе 19 күпер сафтан сыҡҡан. Шуның етеһе район көсө менән төҙөкләндерелгән. Бишәүһенә проект эштәре башҡарыла, ҡалғандары йүнәтелә. Бигерәк тә Әлмөхәмәт ауылы биләмәһендә хәл ҡатмарлы була. Ажғырып аҡҡан Ҡыҙыл йылғаһы МТС һәм Сиҙәм ауылы араһындағы берҙән-бер аҫылмалы күперҙе ағыҙа.

Ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Ғүмәрова һүҙҙәренә ҡарағанда, яҙғы ташҡындар осоронда йәйәүлеләр йөрөгән күпер бер аҙ хәүеф тыуҙырған-тыуҙырыуын, әммә уның бөтөнләй эшлектән сығыу мөмкинлеге тураһында берәү ҙә уйлап ҡарамаған. Шуға күрә бына бер ай самаһы МТС ауылында йәшәүселәр үҙҙәрен утрауҙа тороп ҡалғандай хис итә. Ошо көндәрҙә, ауыл халҡын ҡыуандырып, заманса төҙөкләндерелгән күпер сафҡа инде. Уны Өфө ҡалаһының “Аҫылмалы күпер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре (генераль директоры Фәнил Дәүләтшин) төҙөгән.
Әле улар Тирмән ауылы янында яңыһын һала. Был күпер — әбйәлилдәрҙе баймаҡтар менән тоташтырыусы юлдарҙың береһе. Бөгөн прораб Илдар Мәснәүиев етәкләгән коллектив, йылғаның ярын нығытып, көслө ташҡындарға бирешмәгән торбалар һалыу менән мәшғүл. Әммә уларҙы әлегәсә республика ҡаҙнаһынан күсергә тейеш аҡсаның килеп етмәүе борсой. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, килеп тыуған хәлде аңлап, үҙ аҡсаларына йә иһә бурысҡа яғыулыҡ, ҡырсынташ алып эшен дауам итәләр. Район хакимиәте етәкселегенең дә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүенә рәхмәт белдерә күпер төҙөүселәр. Вәғәҙә ителгән ике миллион ярым аҡса күсерелә икән, тимәк, эш тағы ла йылдамыраҡ барасаҡ. Әйткәндәй, күперҙе тапшырыу ваҡыты – октябрь аҙағы.


Вернуться назад