Тармаҡтың киләсәге ҙур19.11.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың “Система” компанияһына ингән яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе. Кәңәшмәлә “Башнефть” йәмғиәте вәкилдәре һәм уның бүлектәренең директорҙары ҡатнашты.
Осрашыуҙа 2011 йылда нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть продукттары һатыу буйынса күрһәткестәр, киләсәктә предприятиеларҙы үҫтереү буйынса ниәттәр тикшерелде.
— Яғыулыҡ-энергетика комплексының Башҡортостан өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында әйтеп тороуҙың кәрәге юҡтыр, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. — Мәҫәлән, республиканың йыйылма ҡаҙнаһы килемдәренең 24 проценты тиерлек һеҙ етәкселек иткән предприятиеларға тура килә. Ул яҡынса 30 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Етештерелгән продукция күләме дөйөм республикала сығарылғандың 50 процентын тәшкил итә. Башҡортостан предприятиелары даирәһе буйынса алынған табыш — 60, экспорт — 85 процент. Шуға күрә яғыулыҡ-энергетика комплексын Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының нигеҙе тип атарға мөмкин. Әлбиттә, беҙҙе пландарығыҙ, артабан нисек эшләйәсәгебеҙ ҡыҙыҡһындыра.
Рөстәм Хәмитов, бөгөн республикала нефть сығарыу 1970—1980 йылдарҙағыға ҡарағанда түбәнерәк, тип билдәләне. Ул осорҙа йылына 40 миллион тоннаға тиклем нефть сығарылһа, әле — 12 – 13 миллион. Башҡортосан Президентының фекеренсә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, республикала нефть тармағының киләсәге ҙур.
— Беҙгә яңы ятҡылыҡтар эҙләүҙе дауам итергә, тәрәндәгеләрен үҙләштерергә өйрәнергә кәрәк, — тине ул. — Нефть ташыу, эшкәртеү йәһәтенән дә камиллашыу зарур.

Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад