Уңышҡа өмөт аҡланды09.10.2013
Уңышҡа өмөт аҡландыКүптән түгел генә игенселәр, һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, урып йыйыуҙы тамамлағайны. Ә бөгөн иһә баҫыуҙарҙа “татлы тамыр”ҙы йыйып алыу бара. Юлдарҙа сөгөлдөр тейәлгән автомашиналар йыш осрай, улар ҡиммәтле йөктө шәкәр заводының ҡабул итеү пунктына йәһәтерәк тапшырырға ашыға.

“Колос Агро” йәмғиәтендә сөгөлдөр ике мең гектар майҙанды биләй. Әле унда заманса техника эшләй. Уңышты йыйып алыу өсөн быйыл юғары етештереүсәнле “Grimme REXOR620” комбайнын һатып алғандар. Ул бер юлы алты рәтте ала һәм сменаһына 12 гектарҙан күберәк майҙанда сөгөлдөр сығара. Ҡеүәтле Уңышҡа өмөт аҡландытехникаға тәжрибәле механизаторҙар Венер Ғәлләмов менән Рәмил Зыязетдинов идара итә.
Яҙын хужалыҡҡа килгәндә үҫемлектәрҙең вегетация осоро яңы ғына башланған мәл ине. Сөгөлдөр тигеҙ рәттәр булып үҫеп ултыра. Баш агроном Рәйес Хәкимов, уңыш быйыл мул булмаҡсы, сөнки тупраҡ яҡшы әҙерләнде, орлоҡ ҡыҫҡа ваҡытта күмдерелде, үҫемлектәр тейешенсә тәрбиәләнде, тип һөйөнгәйне.
— Быйыл ямғырҙарҙың йыш яуыуы ла сөгөлдөрҙөң яҡшы үҫеүенә булышлыҡ итте, — ти Рәйес Нурый улы ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Ә уңыш ысынлап та яҡшы. Хужалыҡ буйынса гектарынан 250 центнер алалар. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа уның тағы ла юғарыраҡ булыуы көтөлә. Көсөргәнешле эш осоро етте, тимәк. “Бары ямғыр ғына хужалыҡ эшсәндәренә ныҡ ҡамасаулай. Үҫтерелгәнде йыйып алыу өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға тура киләсәк”, — ти етәкселәр.


Вернуться назад