Уңыш юҡ түгел, бар...09.10.2013
Ауыл хужалығындағы эш туранан-тура тәбиғәткә, һауа торошона бәйле. Крәҫтиәндең ике бәләһе бар: уңыштың булмауы һәм, киреһенсә, күп булыуы. Тәүгеһе билдәле инде, сәскән орлоғоң шытым биреп, тейешенсә үҫмәһә — банктар алдындағы бурысыңды түләй алмайһың, сығымдарҙы ҡапламай, яңы техника алыу түгел, иҫкеһен йүнәтергә мөмкинлегең ҡулдан ысҡына, мал һанын кәметергә мәжбүрһең һәм башҡалар. Икенсеһе инде үҫтергәнеңде тейешле хаҡҡа һата алыуға, һаҡлауға ҡайтып ҡала. Береһенә лә сер түгел, байтаҡ ҡына элеваторҙар ерҙе тик табыш алыу сығанағы ғына итеп күргән, крәҫтиән эшенән бөтөнләй алыҫ тороусылар ҡулына күсте. Шәкәр, һөт заводтарының яңы хужаларына башлыса сеймал кәрәк. Шуға ла, моғайын, киләсәктә отчеттарҙы "сүпрә" ҡушҡандағылай күпертеп, башҡа төбәктәргә ҡарағанда беҙҙә хәлдәр яҡшыраҡ тип йәшәү заманаһы үтте.
Һөҙөмтәләр туранан-тура һауа торошона бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән һуңғы йылдар ҡыуандырманы. Мәҫәлән, үткән йылда, алдан күҙаллауҙар буйынса, тулайым ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме 101,1 миллиард һумлыҡ булған. Был 2011 йыл менән сағыштырғанда 85,2 процент тигән һүҙ. Ойошма, ҙур хужалыҡтарҙың өлөшө 2,6 процент бүлексә (2011 йылға ҡарағанда 31,2 процент), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарыныҡы 0,6 процент бүленә. Кәмегән шәхси хужалыҡтарҙыҡы 3,2 процентҡа артҡан.
Ауыл хужалығы — республика иҡтисадының төп йүнәлеше. Рәсәйҙәге был тармаҡҡа ҡараған ерҙәрҙең 3,4 проценты беҙҙә, Башҡортостан бар продукцияның 3,2 процентын етештерә.
2013 йыл башынан уҡ республикала 3,2—3,4 миллион тонна иген йыйып алыу планлаштырылғайны. Яҙғы сәсеү эштәренә шунда уҡ 2,1 миллиард һум аҡса бүленде. Был алдағы йылдарға ҡарағанда өс тапҡырға артығыраҡ тигән һүҙ. Шунан һуң, үткән йылғы көҙгө ямғырҙар, ҡар ҡатламы ерҙә 110–150 процент дым туплауға булышлыҡ итте. Иң мөһиме – ошо дым 1,2–1,3 метрғаса аҫҡа китеп өлгөрҙө, һыу аҡманы. Йәй айҙары эҫе булһа ла, көньяҡ райондарҙан тыш, башҡа төбәктәрҙә сәсеүлектәр бигүк ҡоролоҡҡа бирешмәне. Улар быйыл 3,2 миллион гектар ерҙе биләне, был уҙған йылға ҡарағанда 150 мең гектарға күберәк ине. Бөтәһе 1,265 миллион гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 178 меңендә көнбағыш сәселде. Мал аҙығы культуралары 1,083 миллион гектарҙы биләне.
Иген культуралары йыйып алынып, келәттәргә һалынһа ла, шәкәр сөгөлдөрө әлегә ҡаҙылып бөтмәгән. Уңыш юғары булмаҡсы. Ләкин һауа торошо тағы үҙенекен итә, эште тотҡарлай. Ҡаҙып алырға ғына өлгөрөргә яҙһын ине, ти ауыл эшсәндәре. Етмәһә, Ҡарлыман шәкәр заводы быйыл “татлы тамыр” ҡабул итмәй. Был да яҡын-тирә хужалыҡтарына ауырлыҡ тыуҙыра — йөк машиналары Мәләүез, Шишмәгә юллана.
Ауыл хужалығы тармағын үҫтереү буйынса бихисап махсус программа ҡабул ителгән. Финанс яғынан да нығытыла бара. Мәҫәлән, ҡыҫҡартылып, "500 ферма" тип йөрөтөлгәне генә лә малсылыҡ өлкәһенә ныҡлы ярҙам булды. Ошо программаға ингән хужалыҡтар яңы биналар төҙөй, иҫкеһен йүнәтә, заманса һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар ҡуя алды. 2009 — 2012 йылдарға ҡаралған ит өсөн малсылыҡ тармағын үҫтереүҙе күҙаллаған программа эше лә һөҙөмтәһен бирҙе. Тоҡомсолоҡто маҡсат итеп ҡуйып, мал һаны 73,0 мең башҡа еткерелде. Ит етештереү бермә-бер артты.
"2013—2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында күркә ите етештереү", сусҡасылыҡты, кәзә һәм һарыҡсылыҡты үҫтереү, балыҡсылыҡ тармағын киңәйтеү, умартасылыҡты тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү өсөн махсус программалар ҡабул ителде.
Бөгөн республика аграрсылары төп йүнәлештәр буйынса илдә лайыҡлы урында тора. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса — 6-сы (Волга буйы федераль округында — 2-се), йылҡы үрсетеүҙә – 2-се (округта — 1-се), һыйыр малы һаны һәм умарта балы етештереү буйынса — 1-се, һөт етештереүҙә 2-се урындарҙан төшкәндәре юҡ.