Йәйләүҙән — аҙбар-ҡураларға08.10.2013
Йәйләүҙән — аҙбар-ҡураларғаҠышлатыу осоро башлана

Бына йәмәғәт малын йәйләүҙәрҙә аҫрау осоро ла тамамланды. Тиҙҙән быҙауҙар ҙа, һауын һыйырҙары ла йылы аҙбар-ҡураларға ҡайтасаҡ, яуаплы осор — ҡышлатыу — башланасаҡ.

Ҡыш — ауыл эшсәндәре өсөн һәр ваҡыт етди һынау. Ул уңышлы үтһен өсөн, алдан әҙерләнергә кәрәк.
Әлшәй районының яуаплылығы сикләнгән “Красный Клин” йәмғиәтендә лә был уңайҙан башҡа фекер юҡ. “Йәйҙе нисек үткәрһәң, ҡышты шулай ҡаршыларһың”, — ти малсылар. “Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра” тигән мәҡәл дә бар. Ә үҫемлекселек, малсылыҡ күрһәткестәре буйынса тотороҡло был хужалыҡ йәйҙе әүҙем мәшәҡәттә үткәрҙе, шунлыҡтан мал аҙығы етерлек тупланды.
— Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиеһында мең баш мал аҫрала. Шуларҙың 300-ө — һауын һыйырҙары, улар Үрәҙмәт һәм Красный Клин һөтсөлөк фермаларына бүленгән, — ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Айнур Мурзин.— Ҡышлатыуға 800 тонна бесән, 1200 тонна һалам, 2000 тонна силос, 4000 тонна сенаж — һәр баш малға 31 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде. Аҙбар-ҡуралар һыйырҙар йәйләүҙән ҡайтыуға әҙер. Унда өлөшләтә төҙөкләндереү эштәре башҡарҙыҡ, ағарттыҡ, ике бүлектә лә дезинфекция үткәрҙек. Һалҡындарҙы тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ.
Малдарҙы ҡышҡы аҫрауға күсеү менән мәшәҡәттәр ҙә артасаҡ: ваҡытында ашатырға, эсерергә, саф һауаға алып сығырға, арандарҙы таҙартырға кәрәк. Ләкин ферма коллективын ауырлыҡтар ҡурҡытмай. Малсылыҡта 30 йылдан күберәк хеҙмәт иткән Ольга Петрова, Людмила Татлыбаева менән бер рәттән Марина Шакурова, Галина Кастрекова, Гөлфиә Фазлыева кеүек йәштәр ҙә һыйыр һауа. Һауын һыйырҙарын һәм йәш малдарҙы үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен белгән тәжрибәле малсылар ҡарай.
Ысын крәҫтиән фермаң маллы булһа, эшең яйлы булырын яҡшы аңлай. Ә “Красный Клин”да был йәһәттән тулы тәртип.


Вернуться назад