Матди ярҙам күләме арта25.09.2013
Башҡортостанда ауыр хәлгә тарыған граждандарға матди ярҙам күрһәтеүҙең яңы тәртибе билдәләнде.
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ярҙам адреслылыҡ һәм айырым ҡараш принцибына ҡорола. Янғын, стихия ҡазаһы һөҙөмтәһендә мөлкәте зыян күргән кешеләргә айырым иғтибар бирелә, тип белдерҙеләр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. Мәҫәлән, янғында милкен юғалтыусыларҙың һәр береһенә – 10 мең, һыу баҫыуҙан, дауылдан зыян күргән ғаиләгә элекке 2 мең урынына 5 мең һум аҡса түләнә. Бынан тыш, инвалидтар, эшләмәгән, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар, тулы булмаған һәм күп балалы ғаиләләр иҫәбенә ингәндәргә операция яһатыуға, дарыу, яғыулыҡ һатып алыуға, ерләү хеҙмәте өсөн түләүҙә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Аҡсаны Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль идаралыҡтары тапшыра. Ә аҙыҡ-түлек, санитария һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, башҡа әйберҙәр менән тәьмин итеү бурысын халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙең комплекслы үҙәктәре үҙ иңенә ала.