Байлыҡ бар. Файҙаһын күрмәйбеҙ25.09.2013
Федераль бюджет ҡабул ителергә һанаулы ғына көндәр ҡалған һайын Дәүләт Думаһында бәхәстәр ҡыҙа бара. Үткән аҙнала күпселек фракцияһы бюджет буйынса үҙ тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Документ йәй көнө үк Министрҙар Кабинетына ебәрелгән булған. Ләкин 40 дәүләт программаһы буйынса тәҡдимдәрҙе, тәнҡитте үҙ эсенә алған документтар Дәүләт Думаһынан һаман барып етмәгән. Дәүләт Думаһының иҡтисади сәйәсәт комитеты етәксеһе Игорь Руденский әйтеүенсә, өс йылға ҡаралған ошо пландар булмайынса, түгелгән аҡсаның эффекты, йәғни ил иҡтисадына әллә ни йоғонтоһо тойолмаясаҡ. Шуны иҫкә төшөрәйек: 2014 йылдан башлап Рәсәй бюджеты программаларға ярашлы ҡабул ителәсәк. Хөкүмәт тарафынан илдең бөтә тармағын үҙ эсенә алған 40 маҡсатлы программа раҫланғайны. Федераль маҡсатлы программалар Дәүләт программаһынан сығымдарҙың маҡсатлы бүленеүе менән айырыла. Тәҡдимдәр ҙә, тәнҡит тә етерлек, әлбиттә. Белгестәр әйтеүенсә, бигерәк тә “Иҡтисади үҫеш һәм инновацион иҡтисад” дәүләт программаһы тәнҡит утына тотолған. Мәҫәлән, “Иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу” һымаҡ бүлектә инвестицияларҙың Рәсәйгә ниндәй файҙа килтереүе аныҡ ҡына әйтелмәгән. Ҡыҫҡаһы, “Берҙәм Рәсәй” Хөкүмәткә Президенттың май указдарын боҙоп күрһәтергә юл ҡуймаясаҡ, тип белдерәләр күпселек фракцияһында. Шуға ла министрлыҡтар федераль бюджет ҡаралғансы уҡ бөтә тәҡдимдәрҙе лә барларға, иҫәпкә алырға тейеш.
Был арала Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт “Конкурентлыҡты яҡлау тураһында”ғы Закондың 14-се статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Ҡулланыусыларға ҡаршы хоҡуҡ боҙоуҙарҙың исемлеген арттырмаҡсылар. Әгәр ҙә уларҙың тәҡдиме үтһә, күпмелер кимәлдә Роспотребнадзорҙың да бурыстарын үҙ өҫтөнә аласаҡтар. Нимәнән ғибәрәт һуң хоҡуҡ боҙоу исемлеген арттырыу? Мәҫәлән, төрлө акция үткәргән саҡта ҡулланыусыларҙы “ай аҙағына тиклем генә 30 процентҡа хаҡ төшөрөп һатыла” һымаҡ алдатҡыс рекламалар, ҡулланыусыны алдаҡ юл менән йәлеп итеүҙәр күбәйеп киткән. “Фәлән-фәлән номерға аҡса һалып, приз отаһығыҙ” тигәнерәк СМС-тар ҙа етерлек. Ысынлап та, кеше алдап, әҙәм башы ҡатырыусыларға сик ҡуйырға, сара күрергә күптән ваҡыт. Тик бер нәмә генә һағайта: законға үҙгәрештәр индереп кенә мәсьәләне хәл итеп булыр микән? Саҡырылыш һайын депутаттар төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе эшләмәй, һөҙөмтә күренмәй. Бигерәк тә ҡулланыусыларҙы яҡлау буйынса. Баҙарға барһаң, алданаһың, ныҡлы тип алған кейемең миҙгелгә лә түҙмәй...
Иҡтисадтың иң ауыр тармағы — ауыл хужалығы. Йыл уңышлы килеүенә ҡарамаҫтан, ул артта ҡала әле, бүленгән миллиардтар ғына ла ярҙам итмәй һымаҡ. Белгестәр иҫәпләүенсә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәс, Рәсәйҙе сит ил импорты баҫа килә. Беҙҙең ил йыл һайын 7,2 миллиард доллар юғалтасаҡ, шуның 4 миллиарды ауыл хужалығы өлөшөнә төшә. Алынған уңыш халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләүсе булып тороуҙан күптән туҡтағаны һис сер түгел. Бөтә ил халҡының 27 проценты ауыл ерендә йәшәй, эшләй. Импорт беҙҙең продукцияны айлап түгел, көнләп тигәндәй ҡыҫырыҡлай бара. Һуңғы өс йыл эсендә аҙыҡ-түлек импорты 17,4 миллиард долларҙан 35,2 миллиардҡа тиклем артҡан. Икеләтә тигән һүҙ. Әлбиттә, Хөкүмәт тарафынан төрлө сара күрелә. Мәҫәлән, 2012—2020 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү буйынса Дәүләт программаһы ҡабул ителде. Ҙур һәм мөһим аҙым яһалды, тигән һүҙ.
Рәсәй — донъяла иң ҙур аграр ҡеүәте булырлыҡ ил. Беҙҙә планетаның 20 процент һыу ятҡылығы, һөрөнтө ерҙәрҙең 10 проценты бар. Ҡара тупраҡлы ер запасының 55 процентына хужабыҙ. Әгәр донъяла һәр кешегә 0,85 гектар һөрөнтө ер тура килһә, Рәсәйҙә был һан 3,3 тапҡырға артығыраҡ.
Күреүебеҙсә, сит-яттарҙы ымһындырырлыҡ бик ҙур байлыҡҡа эйә Рәсәй. Хөкүмәт менән эшҡыуарлыҡтың төп бурысы — ошоларҙы дөрөҫ, һаҡсыл һәм һөҙөмтәле итеп файҙаланырлыҡ йүнәлеш булдырыу. Ул саҡта Рәсәй үҙен генә түгел, бар донъяны туйҙырасаҡ.


Вернуться назад