Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Үҙебеҙҙекенә ни етә!
Үҙебеҙҙекенә ни етә!Республикала ҡошсолоҡ фермалары яңынан тергеҙелеп, үҙ продукцияһын баҙарға, магазин кәштәләренә сығарғас, халыҡ үҙебеҙҙә үҫтерелгән аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирә башланы. “Уралагро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Нефтекама” ҡошсолоҡ фабрикаһы әле Башҡортостан халҡын төрлө ҡош ите продукттары, субпродукттар менән тәьмин итә.

– Аяуһыҙ баҙар шарттарында сифатҡа күберәк иғтибар бүлеп, һан артынан ҡыумаҫҡа тырышабыҙ, – ти фабриканың етештереү буйынса директор урынбаҫары Рөстәм Мусин. – Шөкөр, үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар, әлбиттә, көнәркәшлек тә көслө.
Предприятие 90-сы йылдарҙа бөлгөнлөккә төшкән элекке “Ташҡын” ҡошсолоҡ фабрикаһының базаһында ойошторола. “Уралагро” йәмғиәте төбәктә ҡошсолоҡ тармағын яңынан тергеҙеүгә, үҫтереүгә күп көс һала һәм бөлгән фабрикаға ҡабаттан йән өрә. Әлбиттә, иң тәүҙә биналарҙа капиталь ремонт үткәрәләр. Уның тирә-яғын тәртипкә килтереп, ағас ултыртып, юлға асфальт һалалар. Һыу, электр менән тәьмин итеүҙе яңынан сафҡа индерәләр. Иң мөһиме — фабриканы газға көйләйҙәр. Бынан тыш, ҡош салыу, инкубатор цехтары тергеҙелә. Ҡош-ҡорт тотоласаҡ төп биналарға Германияла етештерелгән ҡоролмалар урынлаштыралар. Бөгөн фабрика тулыһынса автоматлаштырылған: климат-контроль биналарҙа һауаны бысратыуҙан һаҡлаһа, ҡоштарға автомат-туҡландырыу һәм һыу эсереү урындары булдырылған.
Бында 60-ҡа яҡын төрлө аҙыҡ төрө етештерелә. Айына фабрика ҡулланыусыларға 80-100 тонна ит, ит продукттары оҙата. Тиҙҙән колбаса цехы ла тәүге продукцияһын бирә башлаясаҡ. Етештерелгән аҙыҡ-түлек Өфө, Яңауыл, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан фирма магазиндарына оҙатыла. Йәнә Татарстанға, Екатеринбург өлкәһенә лә ебәрелә. Һораусылар күп, шуға киләсәктә ит етештереү күләмен тағы ла үҫтереү ниәтенән ҡош-ҡортто арттырырға уйлайҙар.
– Сауҙа селтәрен киңәйтеү буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Был, әлбиттә, ҡулланыусыларға сифатлы, әле генә һуйылған ҡош итен тиҙ арала еткереү бурысын ҡуя, — тип һөйләй Рөстәм Марат улы. — Бөгөн фабрикала 200-гә яҡын кеше эш менән мәшғүл. Уларҙың тырышлығы менән 100 меңдән ашыу ҡош тейешле тәрбиә алып, туҡлыҡлы аҙыҡ менән тәьмин ителә. Бер кеше, мәҫәлән, элекке кеүек ҡул көсө ҡулланылмағас, 30 меңгә яҡын ҡошто ҡарай. Халыҡ эшкә килергә атлығып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль хеҙмәттәр күрһәтелә, ашхана эшләй.
Күп кенә урындарҙа эшселәргә ҡытлыҡ булһа, беҙҙә ундай күренеш һиҙелмәй. Киреһенсә, бөгөн эш һорап килеүселәр араһында йәштәр айырыуса күп. Улар — беҙҙең киләсәгебеҙ, пенсия йәшендәгеләргә алмаш бар.
Йәмғиәт киләсәктә үҙ агропаркын булдырырға йыйына. Әле район хакимиәте менән 10 мең гектар майҙанды ҡуртымға алыу тураһында һөйләшеү алып барыла. Әлбиттә, тейешле ярҙам, яҡлау булһа, йәмғиәт бүленгән ерҙе эшкәртеп, иген культуралары сәсеп, ҡатнаш аҙыҡ цехын асырға хыяллана. Был үҙ сиратында йәмғиәт етәкселегенә тағы ла күп кенә эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.


Автор: Самат ҒӘЛИН Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә