Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшкә тип сығып китеү – үҙе бәхет
Эшкә тип сығып китеү – үҙе бәхетДанлы Калинин исемендәге колхоз емереклегендә быуат башында баҙнатһыҙ ғына башын ҡалҡытҡан “Муйнаҡ” ауыл хужалығы артеленең осон-осҡа саҡ-саҡ ялғап йәшәп ятыуына артыҡ аптырарлыҡ түгел. Өрһәң, һүнергә генә торған майшәм һымаҡ бындай хужалыҡтар һәр ерҙә лә етерлек. Бер уйлап ҡарағанда, дәүләт яғынан ярҙамһыҙ шул рәүешле көн күргәнгә лә күптәр, ошо коллективта эшләп йөрөгән алтмыш-етмешләгән кеше генә түгел, ә Үрге Муйнаҡ һәм уның тирә-яғындағы ауылдар халҡы ла һөйөнөп бөтә алмай.

Ауыл ере бит, ни тиһәң дә, берәй йомошоң төшһә, күҙ терәп килер кеше – артель етәксеһе һәм тотош коллективы бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һуңғы ике-өс тиҫтә йылда тормоштоң инде әсе-сөсөһөн бергәләп татыған шундай уҡ әҙәм балалары эшләп йөрөгән бәләкәй генә хужалыҡта һине аңларға, хәлеңә керергә тырышалар. Ысынлап та, был ауыл хужалығы булмаһа, кәрәк саҡта бер һоҫҡо ашлыҡ һорап торор урын да булмаҫ ине. Ә былай, исмаһам, кем әйтмешләй, ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ.
Иртә менән артелдең контораһы, әйткәндәй, һаман да шул элекке колхоздың контораһы, янында гәп һатҡан бер төркөм ир-егет, ятһынып тормай, беҙ башлаған һүҙгә әүәҫ ҡушылды.
– Ураҡ ни, бара инде ул...
– Һауын гурты булыу менәнме ни, ауылда һауынсылар табып булмай...
– Хәҙер кешеләр колхоз эше тип бошоноп бармай...
Артыҡ төпсөнә башлар был тигәндәй, ирҙәрҙең йәшерәге:
– Ҡуй, башҡаса һорашмағыҙ беҙҙән, йә артығын һөйләп ташларбыҙ, – тип үҙ-үҙен тыйҙы. Шул саҡ, ауыр йөктән бушанғандай, былай тип өҫтәне: “Ана, рәйес килә, кәрәген ул үҙе һөйләр...”
Эшкә тип сығып китеү – үҙе бәхетИҫке генә “Жигули”ҙан килеп төшкән ир-уҙаманды шунда уҡ танырмын да тимә. 80-се йылдарҙа нәҡ ошо колхозда һауынсы комсомол егеттәр хәрәкәтен башлап ебәргән, бер нисә йыл рәттән һауым буйынса алдынғылыҡты бирмәгән Әхтәм Әбделғужин бына бит ҡайһылай олпатланып киткән. Кәүҙәһе ҡалыная төшөп, сәстәренә көмөш йүгергән... Хәйер, элекке калининсыларҙың әүҙем комсомолдарының тағы ла береһе – һәр ураҡ һайын комбайнының бункерын тиҫтәләгән аҡ йондоҙсоҡтар биҙәгән, бөгөн артелдең инженеры вазифаһындағы Зөфәр Рәйемғужин да күҙгә күренеп үҙгәргән. Һоҡланырлыҡ комсомол гвардияһы, бер ниндәй ауырлыҡтарға һәм тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан, һаман да алғы һыҙыҡта!
Артелдең ике мең гектар самаһы сәсеүлеге бар. Ҡоролоҡ йылдарында үҙен аҡлаған арышты өҫтөн күреүҙәре быйыл да үҙ һөҙөмтәһен биргән – уртаса уңыш гектарынан 19 центнер тәшкил иткән. Әлбиттә, пар ерен эшкәртеү уңышты арттырыуҙа яҡшы ысул икәнен муйнаҡтар күптән аңлаған. Дамир Ғәлләмов, Рәсүл Атнағолов, Радик Исмәғилев кеүек механизаторҙарҙың тырышлығына етәксе айырым баҫым яһаны. Йыйып алған игендең орлоҡҡа, малдарына фураж һалыуҙан ҡалғанын, рәйестең һүҙҙәренсә, ғәҙәттә, коллектив ағзаларына эш хаҡы иҫәбенә таратырға һәм, әлбиттә, иң күп өлөшө яҙғы сәсеү, ураҡ эштәрен башҡарыуға, яғыулыҡ-майлау материалдары, запас часть һатып алыуға сығып китә. Өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа, тиеүҙәре раҫ.
– Йыйып алған иген бурыстарҙы ҡаплауға ғына етә, сөнки ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар бик түбән. Иген, ит, һөт һатыу, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү мәсьәләһе дәүләт тарафынан көйләнмәгәс, беҙҙең етештергән продукцияны арзанға алып, ҡайҙалыр ҡиммәткә һатып, арасылдар кинәнә. Муйнаҡтар элек-электән күрше Ырымбур өлкәһе менән һәр йәһәттән хеҙмәттәшлек итте. Әле йыл да “Ырымбур” игенселек комплексы ярҙамында ауыр хәлдән сығабыҙ, тик тауарыбыҙҙы уларға осһоҙ хаҡҡа атҡарырға тура килә: хаҡты аҡсаһы булған кеше ҡуя бит, – тип ҡулын йәйә етәксе.
Ауыҙын асһа үпкәһе күренергә торған бәләкәй хужалыҡҡа элекке колхоздан ҡалған эш хаҡы буйынса бурысты ла түләргә тура килә. Шуныһы бигерәк ситен: бөгөнгө артелдә эшләмәгән элекке колхоз ағзаларына ла түләйҙәр. Ә бурыс байтаҡ ҡына – 600 мең һум — булған. Артелселәр уның 180 мең һумын “тере” аҡса, 140 меңен игенләтә ҡаплаған. Ниәттәре – быйыл ҡалған бурыс өсөн тулыһынса иҫәпләшеп ҡуйыу.
Ҙур өйгә ни кәрәк, бәләкәйенә лә шул уҡ кәрәк, тигәндәй, хужалыҡ итеү өсөн артель бойҙайын, арпаһын, һолоһон, көнбағышын, күп йыллыҡ үләндәрен дә сәсә. Күҙ терәп торған мал һаны әллә ни маҡтанырлыҡ түгел-түгеллеген, әммә хужалыҡ тулы ҡанлы тормош алып барһын өсөн һыйыры ла, йәш малы ла кәрәк. Бөгөн муйнаҡтарҙың 700 баштан ашыуыраҡ эре малы (шуның 425-е – һауын һыйыры), 100 баштан күберәк аты бар. Уларға ҡышҡылыҡҡа 4800 центнер бесән, 2100 центнер һалам әҙерләнгән, 525 тонна силос, 1000 центнер фураж тупланған. Киләһе йыл уңышы тураһында ла бөгөн хәстәрлек күрелә – ужым сәсеүгә етди тотонғандар.
Тай ат булғансы, эйәһе эт булыр, тигән әйтем хәс тә муйнаҡтарға ҡағыла. Ҡымыҙ етештереп һатһаҡ, иш янына ҡуш булыр тип, хужалыҡ етәкселеге йылҡы малын үрсетергә тырышҡан. Ҡымыҙ, бәлки, булыр ҙа ине, әлеге лә баяғы, кадрҙарға ҡытлыҡ бәкәлгә һуға. Эсеүе рәхәт булһа ла, бик мәшәҡәтле эш икәнлеген беләләр хәҙер ерлектә. Әлегә йылҡы малы хужалыҡта ысын “валюта” ролен генә үтәүҙән үтмәй.
Ауыл хужалығының игенселек тармағындағы эш миҙгеле йыл һайын ҡабатланып тора. Етәкселәр, белгестәр, механизаторҙар продукция етештереп, хужалыҡтың иҡтисади хәлен еңеләйтеү, фәҡирлектән сығыу өсөн бар тырышлығын һала. Быйыл булмаһа, киләһе йыл ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшербеҙ, финанс тупларбыҙ тигән өмөт менән йәшәй. Тик...
– Тапҡаныңды ашап бөтөүгә генә ҡоролған, бер ҙә мандып китә алмаған хужалыҡ алып барыуҙың фәтүәһен күрәһегеҙме? – тигән һорауыма етәксенең яуабы ҡатмарлы кеүек күренгән мәсьәләнең сиселешенең шул тиклем дә ябай булыуы менән хайран ҡалдырҙы.
– Беләһегеҙме, ауыл кешеләре өсөн иртәнсәк эшкә барабыҙ тип сығып китеүе – үҙе үк яҡшы. Ә илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе ауыл халҡы өсөн бер ҙә файҙалы булманы: игенгә лә, иткә лә, һөткә лә хаҡтар шул тиклем түбән. Мәҫәлән, берҙән-бер “КамАЗ”-ыбыҙҙы йүнәтер өсөн ат һаттыҡ: йәш ярымлыҡ тайға 15-16 мең һум ғына бирәләр. Ә уның ысын хаҡы 25 мең һумдан кәм түгел. Һимертелгән үгеҙҙәребеҙ ҙә бик осһоҙға “оса”. Балаларын уҡырға ебәрергә аҡса кәрәк тип, малын бик арзанға һатып ебәрергә мәжбүр булған ауыл халҡы йонсой. Элек халыҡ, мал ишәйтеп, бол итәм, тигән өмөт менән йәшәй ине. Хәҙер шул ғаиләңде аҫрарлыҡ бер һыйыр менән һуғымлыҡ бер башмаҡтан ары мал тотоуҙың файҙаһы юҡ. Ир-егеттәрҙең генә түгел, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың да аҡса эшләргә тип ситкә китеүе лә шунан. Ауылдың бөтә барыуы ошонан килә лә инде. Әле бына беҙҙең хужалыҡта эшләп йөрөгән 60 кешенең ун-ун бишләбе генә 25 йәш тирәһендә. 2014 йылда пенсияға китеүселәр байтаҡ. Артабан кем менән эшләрбеҙ, бына шуныһы ҡурҡыта. 170 йорттан торған Үрге Муйнаҡ ауылынан ғына 30-лап ир ҡырҙа йөрөй. Ә уларҙың барыһы ла заманында күренекле механизатор һәм малсы ине. Дәүләт тарафынан шул ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙы көйләргә ине лә бит. Ошоға тиклем һөт тапшырһаҡ, аҡса килер тигән өмөт менән йәшәнек. Тик хәл бер ҙә беҙҙең өсөн ыңғайға табан бармай...
Хужалыҡта кадрҙар мәсьәләһенең киҫкенлеге бигерәк тә сәсеү, ураҡ осоро етһә ныҡ беленә – механизаторҙар етешмәй. Икенсе бригаданан артелдең күҙ терәп торған механизаторҙары Рафаэль Тусалин, Илгиз Ҡаһарманов, Мираҫ Яҡшыгилдин, балаларын уҡытырға аҡса эшләйбеҙ тип, ситкә киткән. Һөҙөмтәлә күрше Өмбәт ауылынан шәхси механизаторҙарҙы яллап эшләтергә мәжбүрҙәр. Һыйырҙарҙы һауырға ла кеше табыуы ауыр. Биш һауынсы урынына дүртәү эшләй, улары ла бер нисә йылдан хаҡлы ялға китһә, кемде лә булһа ферма юлына төшөрөү бик ҡыйын буласағын етәксе яҡшы белә. Сөнки бөгөнгөһө ҡыл өҫтөндә торған, киләсәге бөтөнләй булмаған ерҙә йәштәр ҡалмай. Ауылда әле бер өй һалыусы ла булмауы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
Колхоздың элекке ҡарт гвардияһы – рәйес Сөләймән ағай Хәлитов, парторг Таһир ағай Йосопов, күпселек баш белгестәр инде хаҡлы ялда. Иркенләп һулыш алып китә алмаған бөгөнгө хужалыҡты ситтән генә күҙәтеп түгел, ә етәксеһенә, игенсе-малсыларына һүҙ менән булһа ла ярҙам итеп, ауыр саҡта кәңәштәрен биреп, бер яҡтан һөйөнөп, икенсе яҡтан борсолоп, көйөнөп йәшәй улар. “Егеттәр, ураҡҡа төшөргә һуңлап бараһығыҙ бит, тип Сөләймән ағай беҙҙе бер аҙ шелтәләп алғайны яңыраҡ”, – тип бер ҙә йәшермәй Әхтәм Әбделғужин. Ә хужалыҡ эшен, халыҡты ойоштороуҙа тәжрибәләре түгел, барыһы ла һаман да шул аҡсаға барып терәлгәнлектән, артель етәксеһе менән белгестәре иген игергә ысынлап та бер нисә көнгә һуңлаңҡыраған шул. Шунлыҡтан әле бар көстәрен арыш-бойҙайын, артабан арпа-һолоһон юғалтыуһыҙ йыйып алыуға йүнәлткәндәр.
Үрге Муйнаҡтан ун саҡрым тирәһе арыш урған Ҡадир Арыҫланов менән Тәлғәт Ҡаһарманов янына килеп, баҫыу ситендә көтөргә булдыҡ. Комбайндар алыҫ ҡына. Бик яй ҡуҙғалалар. Сәбәбе – оҙайлы ямғырҙарҙан һуң өлгөрөп еткән арыш араһында ҡурпы дәррәү күтәрелгән. Бигерәк тә әрһеҙ сырмалсыҡ комбайндың урғысына уралып йонсота. Механизаторҙарға туҡтап “баҫыу карабын” таҙартып алырға тура килә. Бер-бер артлы беҙҙең янға килеп туҡтаған эшселәр менән бер аҙ хәл-әхүәл тураһында белешкәс, етәксе:
– Егеттәр, ҡыйын булһа ла бөгөн ошо баҫыуҙы урып бөтөгөҙ инде, – тип үтенде.
Улары, тештәрен йылтыратып, һүҙһеҙ ризалыҡ белдерҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 16

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 41

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 40

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 44

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 46

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 62

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 50

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 68

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 73