Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Юлдаш”ҡа уңыш юлдаш
“Юлдаш”ҡа уңыш юлдаш"Юлдаш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йылҡысылыҡ йәйләүе матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: тирә-яғын түңәрәк күлдәр, тау-урмандар уратып алған. Шифалы ямғырҙан һуң бигерәк тә күңелле бында. Һауаһы саф, үләндәр оҙаҡ ваҡыт ямғыр күрмәй торғандан һуң ҡабаттан терелгәндәй, йәшел төҫкә күмелгән, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күбәләктәр бер-бер артлы ҡуна...

Бейә һауыусы Зөлфиә Абдрафиғина иртә менән йәйләүгә килгәс тә тәбиғәт хозурлығына һоҡланып ҡарап торорға ярата. Бигерәк матур шул тыуған яғы! Зөлфиә айырыуса йәйләү тирәһенә мөкиббән ғашиҡ. Бына биш йылдан ашыу әхирәте Гүзәл Абдрахманова менән "Юлдаш" хужалығында бейә һауа ул.
– Урта мәктәпте тамамлағас та, Ленин исемендәге колхозға эшкә килдем, шунан бирле һауынсымын, – ти Зөлфиә. – Күптәр ҡалаға ҡасып китһә лә, ауылымды ҡалдыра алманым.
Бөгөн Зөлфиә эшләгән тоҡомсолоҡ заводында 741 баш йылҡы малы аҫрала, шул иҫәптән 254 һауын бейәһе бар. Ҡул менән һаумайҙар хәҙер бында, Швецияның "Делаваль" фирмаһында етештерелгән махсус аппараттарҙы эшкә ҡушып, хужалыҡ етәкселеге ҡымыҙ әҙерләү технологияһын техник йәһәттән камиллаштырған. Әлбиттә, йәйләүҙә электр уты булмаған саҡта, Гүзәл менән Зөлфиәгә ҡулдарын эшкә ҡушырға форсат тейә. Йәмғиәт директоры Ғәли Сибәғәтуллин заманса ҡорамалдың уңайлылығын белеп, тағы ла бер һауын аппаратына заказ биргән.
– Йылайыр районында үткән конкурста ҡатнашып, былтыр иң шәп ҡымыҙ бешеүсе хужалыҡ исемен алдыҡ. Хеҙмәткәребеҙ Лилиә Лоҡманова иһә иң оҫта ҡымыҙсы булып танылғайны, тимәк, беҙ етештергән эсемлек республикала иң тәмлеһе инде, – ти хужалыҡ директоры.
Бөгөн һауынсы ҡыҙҙар бейәләрҙе дүрт тапҡыр һауып, көнөнә 4-5 центнер һөт ала. "Юлдаш"та етештерелгән ҡымыҙға ихтыяж ҙур. Силәбе өлкәһенән, күрше райондарҙан күпләп һатып алалар, туй-байрамдарға алдан заказ да бирәләр икән. Хужалыҡ эшселәренә үҙ тауарын эш хаҡы иҫәбенә лә яҙҙырып бирә.
Ҡымыҙҙың сифаты яҡшы, уны пластик һауыттарҙа махсус этикеткалар йәбештереп тә һатыуға сығаралар. Шуға ла завод етәкселеге йылҡы малы һанын тағы ла арттырыу ниәте менән йәшәй. Бынан тыш, тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йылына 50-нән ашыу йылҡы малы һатып, үҙ ҡаҙнаһын тулыландыралар.
Хужалыҡтың ике мең гектар ере бар, унда иген культуралары, күп йыллыҡ үләндәр, техник культуралар сәселә, ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә аҙыҡ әҙерләнә. 300 гектарҙа арыш та үҫтерәләр. Ауыл хужалығы техникаһы паркын йылдың-йылы яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр. Әле бесән әҙерләү менән мәшғүл булһалар, тиҙҙән ураҡҡа төшөргә йыйыналар.

Зөһрә ҒҮМӘРОВА, Баймаҡ районы:
– Әлбиттә, һәр кем тыуған еренең ҡымыҙын маҡтай, быныһы сер түгел. Әммә Өфөгә барышлай юл ситендә ҡымыҙ һатыусы апайҙың эсемлеген татырға тура килгәс, барыбер ҡылған утлаған бейәнең һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙҙың тәме лә башҡасараҡ, ҡуйылығы ла юғары тигән һығымтаға килдем. Минеңсә, әсеткенең сифатына ла бәйле — әгәр ҡурҙы өшөтһәң, продукцияның юҡҡа сығыуы ихтимал.
Әлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА, Белорет районы:
– Күптән түгел улыма кәләш алып бирҙек, күңелле итеп туй мәжлесе ҡорҙоҡ. Күрше Татарстандан да ҡоҙалар булды, улар башҡорт ҡымыҙының шифаһы хаҡында хәбәрҙар булып сыҡты. Күстәнәскә һалып ебәрергә тип ҡала урамдарын күпме тапаһам да, бер литр ҡымыҙ таба алманым. Үкенесле булды инде. Республикабыҙ ҡымыҙ етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы түгелме һуң? Минеңсә, Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар бар. Тармаҡты киләсәктә үҫтереүгә, "500 ферма" кеүек, республика маҡсатлы программаһы булдырырға кәрәктер, тип уйлайым. Әлегә ауыл хужалығы өлкәһенең был мөһим йүнәлеше беҙҙә йүнләп үҫешмәгән.


Автор: Самат ҒӘЛИН Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә