Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Беҙ тәжрибәләр үткәрәбеҙ, ә импорт ҡыҫа...
Һыуҙың һалҡынлығын белер өсөн мотлаҡ сумырға кәрәкмәйҙер аҡыллы кешегә — уны һауа торошо ла күрһәтә. Уратып-суратып тормайынса, һүҙҙе беҙҙең закон сығарыусыларҙың эшенә йүнәлтһәк, шәхси эшҡыуарҙарға ҡарата ҡулланыла башлаған страховка иғәнәһе тураһындағы "өҫтәмәләрҙе" күҙ уңында тотам.

Эшҡыуарҙарҙың ҡылын тартып ҡарау булдымы ул, башҡаһымы, Пенсия фондына күсерелеүсе иғәнә ҡапыл икеләтә — 17 мең 208 һумдан 35 мең 665-кә артты ла ҡуйҙы. Был ғына аҙ ине, 2015 йылдан ул хатта өскә күтәрелергә тейеш ине.
Үҙ эшен яңы асҡан, элек башлап та йыллыҡ аҡса әйләнеше 100 мең һум тирәһе булғандар бигерәк тә ни эшләргә белмәне. Шуға ярты йыл эсендә генә лә Рәсәйҙә ярты миллионға яҡын шәхси эшҡыуар кәсебен туҡтатты. Рәсми рәүештә. Әлбиттә, был хәл барыһын да һағайтты. Эшҡыуарҙарҙың "Опора России", "Деловая Россия" берләшмәләре һәм "Дөйөм Рәсәй милли фронты" вәкилдәре Президентҡа тиклем сыҡты. Шунан һуң Дәүләт Думаһының социаль сәйәсәт буйынса комитет рәйесе Андрей Исаев РФ Хеҙмәт министрлығы тәҡдим иткән проекттың яңы "төҙәтмәләр"ен раҫланы — шәхси эшҡыуарҙарға ике йылға тиклем генә ташлама ҡаралды. Был да ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Һуңынан ғына Дәүләт Думаһы эште төҙәтә һалды: 2014 йылдың 1 ғинуарынан башлап шәхси эшҡыуарҙар страховка иғәнәһен элеккесә түләй башлаясаҡ. Был йыллыҡ аҡса әйләнеше 300 мең һумға тиклем булғандарға ҡағыла. Билдәле, унан күберәктәре артығыраҡ түләйәсәк. Шулай итеп, бер йыл булһа ла шәхси эшҡыуарҙарҙың нервыһын һынап ҡаранылар. Әйтерһең, яҙғы ташҡын йәйелеп, кире ярына ҡайтты. Тик ниндәй сығымдар, эҙемтәләр аша. Һорау артынан һорау ҡалды: үҙ эшен япҡан ярты миллионға яҡын шәхси эшҡыуар кире рәсми рәүештә теркәлерме, әллә "күләгә"лә йәшәүҙе хуп күрерме?
Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуңғы "плюс", "минус"тарҙа көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. "Оттоҡмо, отолдоҡмо?" "Росагромаш" Рәсәй ауыл хужалығы техникалары етештереүсе ассоциация президенты Константин Бабкиндың Дәүләт Думаһы "түңәрәк өҫтәл"ендәге сығышында күптәрҙе борсоған һорау ҡабырғаһы менән ҡуйылды. Ул Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң килеп тыуған хәлдәрҙе асып һалды. Ысынлап та, шәптән түгел икән: "элиталы клуб"та тороуыбыҙ төрлө өлкәлә хатта 100-әр миллиардлап зыян килтерә, имеш. Ауыл хужалығын алғанда ла, мәҫәлән, 2012 йылдың авгусынан сусҡа итенең импорты 34 процентҡа артҡан, ә Рәсәй етештереүселәренең рентабеллелеге, киреһенсә, 20-25 проценттан 20-15-кә тиклем төшкән. Шәкәр етештереү 2013 йылдың ғинуар—мартында 25,9 процентҡа кәмегән. Бар яҡлап та беҙҙең ауыл иҡтисадын импорт ҡыҫа...
Шулай ҙа өмөттө өҙөргә ярамай, ти белгестәр. Бында ете аныҡ йүнәлеште үҙ эсенә алған иҡтисади программаны "эшкә" егергә кәрәк икән. Ул кредиттарҙың хаҡын, энергетик ресурстарҙың үҙҡиммәтен кәметеүҙе, Рәсәй етештереүселәренең экспортына ярҙам итеүҙе һәм башҡа шундай мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Нәҡ әле ошондай мәл етеүен билдәләне "Росагромаш" президенты.
Ни тиһәң дә, ил иҡтисады файҙаһына булһа, был мәл күптән еткәндер. Иң мөһиме — һуңлап ҡуймағайы...


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә