Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡоролоҡ ҡамасау түгел
Ҡоролоҡ ҡамасау түгелАуыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор башланды. Мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән республиканың күп кенә хужалыҡтары ураҡҡа ла төштө. Һуңғы дүрт йылда ҡоролоҡҡа дусар булған Көйөргәҙе районы баҫыуҙарында ла комбайн тауыштары тынмай.

Төбәктең "Искра" ауыл хужалығы кооперативы алдынғы технологияларҙы ҡулланып үҫтергән игенде генә түгел, техник культураларҙы ла әрәм-шәрәм итмәй йыйып алыу бурысы менән йәшәй. Әле ике мең биш йөҙ гектар майҙанда алты бригада комбайнсылары арыш һуға.
Беҙ барғанда Яҡшембәт бригадаһының ике комбайны күпереп үҫкән арыш баҫыуҙарын иңләй ине. Танышабыҙ: комбайнсылар Инсаф Хәйбуллин менән Алмас Һабанчин ураҡта яңы кешеләр түгел икән. Алмас, мәҫәлән, хужалыҡҡа 2008 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң килһә, Инсаф 1987 йылдан Ҡоролоҡ ҡамасау түгелбирле эшләй.
– Армиянан һуң иптәш егеттәр ҡалаға, район үҙәгенә эшкә ҡоҙалаһалар ҙа, ауылды ташлап сығып китмәнем, ниңәлер күңелем тартманы. Үкенмәйем, ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә була бөгөн, – ти Инсаф. – Әле яңыраҡ ҡына улым тыуҙы, хәҙер ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Етәкселек яғынан иғтибар булғас, эшкә дәрт һүрелмәй.
– Ҡала тормошо һис ҡасан үҙенә тартманы, ауыл барыбер миңә яҡын һәм ҡәҙерле. Ә диңгеҙҙәй баҫыуҙарҙы комбайнда иңләүе — үҙе бер ғүмер. Тик тәбиғәт беҙҙе һынапмы, ямғырын ебәрмәй, бер тамсыға сарсап ултыра игендәр, – тип Инсаф ағаһының һүҙҙәрен ҡеүәтләне Алмас.
Ысынлап та, ямғырҙың был яҡтарҙа бөтөнләй булмауы үҙен һиҙҙерә, саң борҡоп ята, һауа тынсыу, йылғалар ҙа ныҡ һайыҡҡан. Ана, ер нисек ярылған, һыуһыҙ интегә шул баҫыуҙар. Арыш баҫыуында яҫмалар ҡарап тороуға ҡалын, буйға ла матур булып үҫкән кеүек, әммә ҡулға алһаң, башаҡтарҙа бойҙай ваҡ, дым булмағанлыҡтан, улар йүнләп эреләнмәгән. Арыштың уңышы бөгөн гектарынан 13-15 центнер тәшкил итә. Ә йыл һәйбәт килгәндә 25-әр центнерға тиклем уңыш алғандар бында.
– Бына нисә йыл ҡоролоҡтан ыҙа сигәбеҙ. Ямғыр күҙе төшмәгәс, башаҡтар нисек тулышһын да ниндәй юғары уңышҡа өмөтләнәһең инде. Әлбиттә, ауыл кешеһенең түккән хеҙмәте йәл. Яҙ мул уңышҡа өмөтләнеп сәсәбеҙ, әммә зыянға ғына эшләйбеҙ кеүек. Игенсенең сабырлығына аптырарһың, төшөнкөлөккә бирелмәй улар, – ти хужалыҡтың баш агрономы Өлфәт Исхаҡов.
Беҙ һөйләшкән арала ауыл яғынан саң борҡотоп ике "ЗиЛ" йөк машинаһы баҫыуға килеп туҡтаны. 30 йылдан ашыу стажы булған водителдәр Радик Ҡоролоҡ ҡамасау түгелАҡсаров менән Рафиҡ Абдрахманов икән. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр улар комбайндан ағылып төшкән алтынға бәрәбәр ашлыҡты хужалыҡтың ырҙын табағына ташый. Ырҙын табағы ла, келәттәр ҙә яңы уңышты ҡабул итергә күптән әҙер.
– Ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ул. Әле генә яҙғы баҫыу эштәрен теүәлләп, мал аҙығын әҙерләүгә төшкәйнек, бөгөн ашлыҡ йыйыу мәле лә етте, – ти улар. – Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Шөкөр, эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа бар, бары тырышырға ғына кәрәк.
Оло ағайҙар ҙа ямғыр яумауға бошоноп, күп һөйләшеп торорға ваҡыт яғы наҡыҫ булыуын билдәләп, "Ярай, Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр, ашлыҡ бөтөнләй юҡ түгел бит, булғанын юғалтмай йыйып алайыҡ әле", – тип, арыш һуҡҡан комбайнсы егеттәр яғына йүнәлде.
Уңыш һәйбәт булмаһа ла, водителдәр көнөнә уртаса һигеҙ-ун рейс яһай. Техника төҙөк, яғыулыҡ етерлек күләмдә әҙерләнгән. Комбайндар ҙа яңы, нигеҙҙә, сит илдә етештерелгәндәре баҫыуҙарҙы иңләй. Эште тотҡарлыҡһыҙ ойоштороу маҡсатында эшсәндәрҙе баҫыуҙа ашаталар.
Арыш һуғыуҙы оҙаҡҡа һуҙмай, ураҡты тиҙ арала күмәк көс менән тамамлап, инде башаҡтары тулышҡан бойҙайға төшөргә иҫәп тота ауыл эшсәндәре. Бынан тыш һоло, арпа, нут, чечевица, етен уңышын йыяһы бар.


Автор: Самат ҒӘЛИН Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 0

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән

Башҡортостанда инфляция февралдән бирле үҙгәрмәгән 17.04.2026 // Иҡтисад

Мартта йыллыҡ инфляция февраль айындағы кеүек үк ҡалған – 6,1%, ә айға 0,5% өҫтәлгән....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә