Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Европа юлдарынан өлгө алып
Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы ҡарамағындағы юлдарҙан йөрөгән кеше бында төҙөкләндереү эшенең бер ҡасан да туҡтап ҡалмауын күрәлер, моғайын. М-5 “Урал”, М-7 “Волга”, Р-240 “Өфө-Ырымбур” трассаларының да сифаты яҡшыра. Шулай ҙа юлдарыбыҙҙы Европа автомагистралдәре кимәленә еткереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға, өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмаҫҡа кәрәк.
2006 йылға тиклем трассалар реконструкцияланманы тиерлек. Был иң элек федераль бюджеттың хәҙерге менән сағыштырғанда һүлпәнерәк тулыланыуы менән бәйле. Һуңғы биш йылда алтмыш километр юл яңыртылып, уның сифаты беренсе “Б” категорияһына еткерелде. Ә 2010 йылда Өфөнө көньяҡтан урап үтә торған алты һыҙатлы юлдың тәүге участкаһы сафҡа индерелде. Ул беренсе “А” категорияһына тап килә. Был техник категорияның төп үҙенсәлеге – айырыу һыҙаты. Ул транспорт ағымдарын бүлеү, ҡаршы яҡ юлға сығыуҙан һаҡланыу мөмкинлеген бирә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ауыр юл фажиғәләренең күпселегенә тап ошо һыҙаттың булмауы сәбәпсе.
М-7 трассаһында Кушнаренко ауылын урап үтә торған 21 саҡрымлыҡ юл һалына. Төҙөлөштә 406 погон метрлыҡ яһалма ҡоролма файҙаланыла. Тиҙҙән бында һәр йүнәлештә икешәр һыҙатлы, биш айырсалы автомобиль юлы барлыҡҡа киләсәк. Юл айырсаларының өсәүһе — республика автомагистрале, икәүһе М-7 “Волга” трассаһы менән киҫешкән ерҙә урынлашасаҡ.
Урау юл һалынғас, трассаның транспортты үткәреү һәләте, шулай уҡ хәүефһеҙлек кимәле лә артасаҡ. Өҫтәүенә был хәл ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһарға, район үҙәгендә шау-шыу, туҙан, зарарлы газ миҡдарын кәметергә тейеш.
М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” трассаларында 39 саҡрымлыҡ участканы реконструкциялау буйынса эш башланды. Өфө һәм Кушнаренко райондары аша үткән М-7 магистрале лә яңырыу кисерә. Бындағы төҙөлөш-монтаж эштәрен 2015 йылға тамамлау күҙаллана.
Күптән түгел Өфө районында Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер һынау үтте. Яңы объект эргәһендәге М-5 “Урал” һәм Кушнаренко районындағы М-7 “Волга” юлында эш тамамланыуға табан бара. Контрактҡа ярашлы, дәүләт комиссияһы объекттарҙы быйыл октябрь аҙағында ҡабул итергә тейеш, ләкин төҙөүселәр уны ваҡытынан алда, яңы уҡыу йылы башланыуға тапшырырға ниәтләй.
Финанслау күләме артҡас, яуаплылыҡ та юғарыраҡ. Шуға күрә төп бурыс — сауҙалашыуҙы иғлан итеүҙән алып объектты сафҡа индереүгә тиклемге бөтә этаптарҙа асыҡтан-асыҡ эш итеү, үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртҡан намыҫһыҙ подрядсыларҙы асыҡлау.
Ошо тәҡдим хуплау тапһа, 2015 йылға өҫтәмә рәүештә тағы ла 25,4 километрлыҡ автомобиль юлы ғәмәлгә индереләсәк, йәғни 2013 – 2015 йылдарҙа, дөйөм алғанда, федераль ҡаҙна учреждениеһы ҡарамағындағы юлдың 10 проценттан ашыуы яңыртыласаҡ.
Шулай уҡ һыу торбаһы объектын реконструкциялау проекты әҙер. Уларҙың береһе – М-5 “Урал” трассаһының 1418-се, икәүһе Р-240 “Өфө - Ырымбур” юлының 87-се һәм 105-се километрында урынлашҡан.
Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы белгестәре заман менән бергә атлай, трассаларҙы төҙөкләндереү йәһәтенән эш әүҙемлеген даими арттыра бара, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Реклама.


Автор: Илдар ӘХМӘҘИЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә