Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һәр тартай үҙ төйәген маҡтай
Һәр тартай үҙ төйәген маҡтайКүптәр бөгөн, оҙайлы ялға сығып, сумаҙандарын йыйнап, сит илдәргә юл алһа, кемдер Ҡара диңгеҙҙе һайлай. Бәғзеләр иһә ялын ауылында йә булмаһа төбәгенең иң гүзәл тәбиғәт мөйөшөндә үткәрә. Йәйге йәмле көндәр күңелле, мауыҡтырғыс уҙһын өсөн, ғөмүмән, кеше аҡсаһын да, көсөн дә йәлләмәй.

Шуны ла билдәләргә ине: был осорҙа һәр төбәк етәкселеге үҙҙәренә күберәк туристы йәлеп итеп, тейешле хеҙмәт күрһәтеп, урындағы ҡаҙнаға мул ғына аҡса индереп ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шуға ла, ауыл хужалығындағы һөтлө осор кеүек, яуаплы мәл туризм ныҡлап үҫешкән төбәктәрҙә лә башлана.
Бөгөн илдә "2011 – 2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында эске һәм ситтән ингән туризмды үҫтереү" маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проектты финанслауға төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан, инвестицияларҙы ла ҡушып, 96 миллиард һум аҡса бүленгән.
– Әлеге ваҡытта туризмдың табышлы төрҙәрен асыҡлау, үҫтереү мәсьәләләре көнүҙәк, – тип белдерә Рәсәйҙең спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко.
Әлбиттә, ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы вәкилдәре менән чиновниктар, туризмдың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен асыҡлап, туристарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында төбәктең ылыҡтырғыс урындарын да билдәләй.
Эйе, ҡыҙыу осор башланды, сит илдәр күптән инде Рәсәй туристарын бына тигән итеп хеҙмәтләндерә башланы. Краснодар крайы ла тәүге ҡалын "кеҫәле" ҡунаҡтарын ҡаршылай. Башҡортостанға килеүселәр ҙә аҙ түгел. Әммә аҡса һуғыр мәлдәрҙе ваҡытында файҙаланып ҡалырға ине, йәмәғәт!
Кемдәрҙер уңайлы осорҙо файҙаланып, үҙ төбәгендәге иҫтәлекле урындарға экскурсия ойоштороп, мөғжизәле ерҙәргә алып барып, туристарға яҡшы хеҙмәт күрһәтеп, аҡса эшләргә тырышып ятҡанда, евро менән доллар ҙа "йоҡлап" ятманы, валюта курсы былтырғы йәй кимәленә яҡынлашты. Евро үтә ныҡ "үҫеп", әле 42,65 һум тирәһе тәшкил итә, 2012 йылдың июнендә лә шул сама ине. Доллар иһә 32,32 һумға етте.
Ә бына шәхси машинаһында Рәсәйҙе гиҙеп сығырға уйлағандарға юл хаҡының осһоҙға төшөүе мөмкин, сөнки бензиндың арзанайыуы ихтимал. 1 июндән сит илгә сығарылған нефткә пошлина ставкаһы күтәрелде, әле "ҡара алтын"дың тоннаһы 199,8 доллар тәшкил итә. Юғары пошлина ҡуйылғас, нефтте сит илгә оҙатыу күләме кәмей, шуға беҙгә әллә ни файҙа килмәй, тимәк, ил эсендә яғыулыҡ запасы күп йыйыласаҡ. Автозаправкаларҙа бензинға хаҡ кәмер, әммә оҙаҡҡа түгел, тип билдәләй аналитиктар.
Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ бөгөн дә һиҙелмәй. Нефтте күмәртәләп һатыу хаҡтары апрелдә үк төшә башлаған, сөнки илдә яғыулыҡ запасы күп. Етмәһә, Белоруссия ла Рәсәйгә үҙ бензинын тәҡдим итә бит. Мәҫәлән, тәүге кварталда ғына Санкт-Петербург халыҡ-ара тауар-сеймал биржаһының сауҙа майҙансығында 150 мең тонна белорус бензины һатылған. Мәскәү төбәгендә лә яғыулыҡ менән тәьмин итеү тотороҡло, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
– Яғыулыҡҡа хаҡтың кәмеүе бер аҙ булыр, әммә ниндәйҙер ҡыҫҡа ялдан һуң уның тағы күтәрелеүе ихтимал, – ти Нефть-газ сәнәғәте союзының төп эксперты Рөстәм Танкаев.
Йәйге ял осоронда диңгеҙгә йә башҡа иҫтәлекле урындарға шәхси машинаһында барырға теләмәгәндәр тимер юл хеҙмәтенән файҙалана ала. Етмәһә, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдары аша билет һатып алғандарға 1 июндән уның хаҡының 7 проценты күләмендә ташлама ла ҡаралған. Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының тимер юл вокзалдарында 271 терминал урынлаштырылған. Хәҙер бер кем дә ҙур сумка йә сумаҙанын махсус йөк вагонына тапшырмаясаҡ, сөнки багажға айырым купе ҡаралған. Был үҙ сиратында туристарҙы документ тултырыуҙан, сираттан арындырасаҡ.
Дөйөмләштереп һығымта яһағанда, уңайлыҡтар күп. Көтөп алған ялын матур итеп үткәрергә йыйынғандар, ҡурҡмайынса үҙ машинаһына ултырып сығып китә ала, бензинға хаҡ бер аҙ кәмей бит. Тимер юл транспортын файҙаланыусыларға ла уңайлы шарттар булдырылған. Тик евро менән доллар үтә шашып китмәһен тағы.


Автор: Самат ҒӘЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә