Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Быйылғы яҙ һәйбәт уңышҡа ишаралай
Быйылғы яҙ һәйбәт уңышҡа ишаралайБер нисә йыл рәттән ҡабатланған аяуһыҙ ҡоролоҡ республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге аграрийҙарына ҡаты һынау ҡуйғайны. Был афәттән Баймаҡ районы хужалыҡтары ла ныҡ зыян күрҙе. Быйылғы яҙҙың яҡшы килеүе, әлбиттә, игенселә өмөт уята, һәйбәт уңышҡа ишаралай. Республиканан орлоҡ һатып алыу өсөн район аграрийҙарына бөтәһе 20 миллион һум ярҙам бүленгән, сәселгән һәр гектар ер өсөн бирелгән субсидия ла яғыулыҡ алырға ярап ҡала.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге хужалыҡ төбәктә генә түгел, республикала ла танылыу алған. Йәмғиәт баҫыу эштәрен дә иң тәүгеләрҙән булып тамамлаған. Төбәктең тәжрибә үҙәге булараҡ ул эшмәкәрлеген алдынғы технологиялар нигеҙендә алып бара, йылдан-йыл ҡеүәтен арттыра, техникаһын нығыта. Быйыл хужалыҡтың ауыл эшсәндәре 2500 гектарҙа иген, 1 660 гектарҙа мал аҙығы культуралары сәскән. Көҙгө уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалыуҙа һәр игенсе ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән. Тырматыуҙа Хадарис Мортазин, Альберт Шаһморатов, Альберт Гөлбәйетов, сәсеүҙә Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Айрат Бүкәнбаев менән Наил Солтанов, шулай уҡ Айрат Туйсин, Ғәйзулла Һағынбаев, Фәнил Ғәйетбаев баҫыу батырҙары булып танылған. Водителдәр Юнир Байегетов, Шәфҡәт Ғайсин, Таһир Моталлаповтар ҙа — алдынғылар рәтендә.
Кооперативта хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү саралары киң ҡулланыла. Яҙғы баҫыу эштәрен дәррәү атҡарып сығыу маҡсатында быйыл да удар өс көнлөк ойошторолоп, алдан ҡабул ителгән шарттарға ярашлы, унда еңеүселәр аҡсалата премия менән бүләкләнгән.
– Йыл да ҡабатланған ҡоролоҡ бөгөн хужалыҡ игенселәрен яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып сығырға мәжбүр итә, шуға ла һәр кем тырышып эшләне. Алла бойорһа, мул уңыш үҫтереп алырбыҙ тигән өмөт-ышаныс бар, – ти хужалыҡ рәйесе Ғәлим Сәлимов.


Автор: Самат ҒӘЛИН яҙып алды. Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә