Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Өмөт орлоҡтары һалына
Өмөт орлоҡтары һалынаРайондағы данлыҡлы хужалыҡтың, “Еникеев” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелеп, үҙаллы көн күреүенә биш-алты йыл самаһы. Элекке етәксеһе Рифҡәт Сәлих улы Еникеев хаҡында яҡты иҫтәлек йәшәй ошо төбәк халҡы күңелендә. Орденлы хужалыҡтың ҡаҙаныштарын күрергә заманында тотош Советтар Союзынан килгәндәр.

Әммә илдә башланған иҡтисади көрсөк был предприятиены ла урап үтмәй. Дүртөйлө ҡалаһына терәлеп тиерлек ултырған хужалыҡ бөлгөнлөккә төшә. Шулай ҙа 2007 йылда ошонда уҡ комплекс начальнигы, баш зоотехник булып эшләгән Азат Хаҡовты етәксе вазифаһына тәғәйенләп яңылышмайҙар. Ул 1989 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын тамамлап ҡайтҡан.
Бөгөн “Еникеев” йәмғиәте — аяғында ныҡлы баҫып торғандар иҫәбендә.
— Былтыр 14 миллион һумлыҡ яңы техника алдыҡ, — ти ҙур ғорурлыҡ менән Азат Әхмәтзыя улы. — Әле яҙғы баҫыу эштәрен үҙ көсөбөҙ менән ҡыҫҡа ваҡытта атҡарып сығырға иҫәп тотабыҙ.
“Еникеев” хужалығының игенселек, малсылыҡ тармаҡтарында 78 кеше мәшғүл. Бында 405 һауын һыйыры аҫрала. Һөттө “Дүртөйлө” һөт комбинатына оҙаталар, хужалыҡ иҫәбенә көн дә шунан 58 мең һум аҡса инә. Былтыр һәр һыйырҙан 4 мең килограмдан ашыу һөт һауылғайны, ти етәксе. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, һөт һатыуҙан — 17 миллион һум, иттән — 5 миллион 700 мең һум, игендән 1 миллион 800 мең һум саф табыш алынған.
— “500 ферма” программаһына инергә иҫәп бар. “Елочка” тигән һауыу аппараты алһаҡ, Тәкәрлек ауылында ике ҡатын 270 һыйырҙы һауасаҡ. Тимәк, рентабеллелек арта. Ғөмүмән, тармаҡты механизациялау буйынса ниәттәребеҙ ҙур, — тип дауам итә Азат Хаҡов. — Йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү өсөн яңы техника алыу, заманса фермалар төҙөү мөһим. Был тәңгәлдә “Ауыл йорто” программаһы иғтибарға лайыҡ. Былтыр дүрт йәш ғаилә шулай яңы йорт һалып инде, уларға 600–900-әр мең һум аҡса бүленде.
Етәксе белгестәргә таяна. Баш агроном Ирек Ғилметдинов, мәҫәлән, 30 йылға яҡын баҫыусылыҡ эше менән шөғөлләнеп, ҙур тәжрибә туплаған. Былтырғы ҡоролоҡ шарттарында гектарынан 17 центнер уңыш йыйып алғандар. Баш инженер Рәмил Хамматов техниканың төҙөклөгө өсөн яуаплы.
Әле 2500 гектар майҙанды биләгән иген баҫыуҙарындағы бураҙнаға тос орлоҡтар һалына. Ер яҙмышына, яҡташтарының бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған хәстәрлекле етәксенең өмөт орлоҡтары ла ул.


Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә