Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Хәләл кәсеп хәлле итер
Хәләл кәсеп хәлле итерИке йылдан ашыу күпләп һыйыр малы аҫраған шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Риф Рәхмәтуллинды эҙләп район хакимиәтенән бүлек мөдире Сабит Баймырҙин менән Һарат ауылына барһаҡ та, урынында тап итә алманыҡ — көтөүе менән яланда, йәйләүендә, тинеләр. Бер-ике ауылды үтеп, Оло Эйектең уң яғына сыҡҡас, ялан-аҡландарҙа көтөүҙәр осрай башланы.
— Ошоноһо түгелме икән? — тип һорайым Сабит ҡустынан.
— Юҡтыр, мал бигерәк ишле бит — сәлихтәрҙең ауыл көтөүелер, — ти ул.
Бер аҙ барғас, тағы утыҙлап һыйыр-башмаҡ күҙгә салынды, араларында ваҡ мал да йөрөй.
— Шул булмағайы, — тип тағы иҫкәртәм юлдашымды.
— Һөйләүҙәренә ҡарағанда, һыйырҙары иллегә яҡын булырға тейеш — бында ул тиклем сыҡмаҫ, — тип юлдашым шигемде тағы тарата.
Бер аҙ барғас, юл ситендә туҡтап торған еңел машинаны абайлайбыҙ — беҙҙең ошо юлдан килеребеҙҙе самалап, Риф көтөп үк торған икән. Тиҙҙән тауға табан күтәрелеп, һыйыр көтөүе йөрөгән урынға килеп сыҡтыҡ. Һыбайлы көтөүсе малдарҙы киске һауымға, йәйге лагерға табан ыңғайлата. Саҡ ҡына арттараҡ тағы ике йәйәүле вағыраҡ малдарҙы ҡамап алған.
— Ә уныһы кемдеке тағы? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ хужанан.
— Улары ла минеке. Быҙауҙарҙы айырып көтәбеҙ. Әле бөтәһе ун туғыҙ баш. Егерме һигеҙ ине — бер аҙын һатырға тура килде, аҡса кәрәк булды, — ти ул.
Риф 1984 йылда “Стәрлетамаҡ” совхоз-техникумын тамамлаған, аҙаҡ “Исем” совхозына эшкә ҡайтып, 24 йыл хужалыҡтың “Серп и молот” бүлексәһендәге Һарат сусҡасылыҡ фермаһында эшләгән. Элекке директоры Бикеш ауылына ҡайтарыуҙы һорап яҙған үтенесен һәр саҡ кире ҡағып килгән.
— Бер мәл хужалыҡ тамам бөлдө, тарҡала башланы, булған мөлкәтен таратып алырға керештеләр. Уның Шәфиев исемендәге бүлексәһендә һауынсы, аҙағыраҡ һарыҡ ҡараусы булған ҡатыным да, үҙем дә эшһеҙ тороп ҡалдыҡ, — тип хәтерләй Рәхмәтуллин. — Үкенеп, зарланып ултырыуҙан мәғәнә юҡ — үҙебеҙ шәхси хужалыҡта күмәк мал аҫрарға ниәт ҡылдыҡ.
Ғаилә 2009 йылдың йәйендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү программаһына эләгә һәм 370 мең һумлыҡ кредит ала. Әлеге аҡсаға симменталь, ҡара-сыбар 30 баш һыйыр ҡайтаралар.
— Бөгөн минең кәсебем ошо йүнәлештә эшләгән коллектив хужалыҡтарҙан бары мал һаны, шарттар буйынса ғына айырыла — ҡалғандары бер үк: һөт етештереп аҡса эшләйбеҙ, табыш алырға ынтылабыҙ. Әммә күңелдә бөтөнләй икенсе кәйеф, дәрт, сөнки былар минең үҙемдеке, тырышлығым, хәләл көсөм менән тупланған, — тип фекер йөрөтә эшҡыуар.
Шул тиклем малды ҡарау, билдәле, ғаиләнең генә көсөнән килмәй, шунлыҡтан хужалығында йыл әйләнәһенә биш-алты кеше тырышлыҡ һала. Әле лә дүрт һауынсы, ике көтөүсе мал бағыу менән мәшғүл. Йәйге лагерҙа, икегә бүленеп, бишәр тәүлек ятып эшләйҙәр. Электр линияһы үтмәгәс (яланда бит), ҡул менән һауырға тура килә. Ҡарауыллау ҙа көтөүселәргә йөкмәтелгән.
Етештергән продукция күләме ҡайтыш түгел. Һыйырҙарҙан тәүлек һауым 10 – 12 килограмм тәшкил итә, йәй, һөт мул осорҙа, 15-әр килограмдан төшмәгән. Һатыу мәшәҡәттәре күптән хәл ителгән – “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы менән (унда ҡеүәтле һөт эшкәртеү линияһы бар) килешеү төҙөлгән, иртәле-кисле, көнөнә ике тапҡыр 300 – 400 центнер һөт оҙатып торалар. Иң мөһиме — аҡса булып Рәхмәтуллиндарға кире әйләнеп ҡайта.
Шуныһы ла мөһим — бер аҙ эшләп ҡарармын да, килеп сыҡмаһа, эшемде ябырмын, ташлар ҙа ҡуйырмын, тип тотонмаған Риф әлеге шөғөлөнә — һәммәһен дә асыҡлап, иҫәпләп тәүәккәллек ҡылған. Шул тиклем һыйыр малы аҫрағас, етмәһә мул продукция алырға иҫәп тотҡас, көтөүлеге, ҡыш сығарыу өсөн бесәне, бигерәк тә ҡатнаш аҙығы кәрәк. Һалам көйшәтеп кенә биҙрә тултырып һөт алып булмай. Шуға ла быйыл яҙ Бикеш ауылынан йыраҡ түгел 60 гектар һөрөнтө ерҙе 40 йылға ҡуртымға алған, межалау үткәреп, үҙенең мөлкәте иткән. Тиҫтә йыл һабан-тырма күрмәгән майҙанды тәбиғи үлән баҫҡанлыҡтан, сабынлыҡ итеп файҙаланған. Шәхси мөлкәтенә әйләнгән 132 гектар көтөүлегенән дә байтаҡ бесән алған.
Мал аҙығы әҙерләү мәлендә сит кешенән техника һорап, инәлеп йөрөһә, билдәле, етәксенең эше бармаҫ ине. Ә бөгөн был мохтажлыҡтан яңы “Беларусь” тракторы (“Россельхозбанк”тан кредит алып), бесән ураусы пресс ҡотҡара. Риф әйткәнсә, был отошло, сөнки дәүләт тарафынан уларға 34 процент субсидия ҡаралған.
Һөйләшәм, һорауҙар яуҙырам, тик күңелдә тыуған бер фекерҙе әйтергә тел ҡысый.
— Үҙең Бикештә йәшәйһең, малдарың — Һаратта, бөтөнләй ситтә. Көн һайын 17 – 18 километр ер үтергә кәрәк, — тим, һәм мәрәкәләп өҫтәйем, — элек, директор ҡайтарманы, тигәйнең. Әле совхоз да юҡ, көсләп тотҡан теге етәксе лә күптән мәрхүм булған. Нимә бәйләп тота һуң?
— Бында база булмауы ғына. Алдағы пландар тап шул йүнәлештә. Бикештәге ике һарыҡ фермаһының береһенә урындағы фермер хужа булды, икенсеһен емереп, ташып алып бөттөләр. Шул урында яңы бина төҙөргә ине, — ти әңгәмәсем.
Биш бала атаһы, күптән олатай булған ир-уҙамандың киләсәккә ҙур пландар ҡороуына, ауыр, мәшәҡәтле эштәргә лә ғәҙәти, көндәлек шөғөл һымаҡ ҡарауына һоҡланмау мөмкин түгел. Бына кемгә тиңләшергә, өлгө алырға кәрәк икеләнеп баш ватҡан, мәшәҡәттәрҙән ҡурҡып, теләк-ниәттәренән һә тигәнсә ваз кисергә әҙер торғандарға, бигерәк тә йәшерәк быуынға! Тотонһаң, тырышһаң – була тигәнде Рәхмәтуллин ике йылда иҫбатлаған түгелме?
Билдәле, бөгөн ауыл кешеһенә ер алып эшкәртеү мөмкинлеге лә тыуҙырылған, тик был тармаҡҡа бөтәһе лә тотона алмай, форсат та сыҡмай — техникаһы, орлоғо, ашламаһы һәм башҡаһы кәрәк. Күптәр малсылыҡ менән шөғөлләнеп, уны йәшәү сығанағы, байлыҡ нигеҙе итә алыр ине. Хикмәт көтөү-көтөү малда ла түгел — уны баға белгәндә генә ғаиләнең мохтажлыҡ күрмәй йәшәйәсәгенә иманыбыҙ камил...
Юнир КИНЙӘБАЕВ.
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә