Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » "Ҡара алтын", "зәңгәр яғыулыҡ" һәм... өҫтәл
Беҙҙең иҡтисад туранан-тура нефть менән газға, тимәк, сеймалды экспортлауға бәйләнгән. Экспорттың икенсе яғы — теге йәки был илдең беҙҙең алдағы бурысын, йәғни “зәңгәр яғыулыҡ” менән “ҡара алтын”ға хаҡты ваҡытында түләп барыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйекме, ул гел генә шыма килеп сыҡмай. Мәҫәлән, Рәсәй менән Беларусь араһында йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡ тыуып, тартҡылаштар булғылап тора. Шуға ҡарамаҫтан, күрше республиканың етәкселәре Рәсәй нефтен үҙҙәренең эшкәртеүсе заводтарына ҡыуыуҙы йылына 23 миллион тоннаға еткереүҙе һорай. Ләкин Рәсәй Хөкүмәте күләмде арттырыуға ҡаршы.

"Известия" гәзите яҙыуынса, күршеләр Рәсәй нефтенән яһалған, алдан килешелгән күләмдәге нефть продукттарын беҙгә ҡайтарырға бик ашыҡмай икән. Белорустар "КамАЗ" менән "МАЗ" машиналарын берлектә сығарыу буйынса элек һөйләшеү алып барылған проектты ла тормошҡа ашырыуҙы һуҙа килә. Рәсәй яғы күршеләр һораған 23 миллион тонна урынына 18,5 миллион тонна ғына "ҡара алтын" оҙата алыуын белдергәйне. Уныһы ла белорустарҙың беҙгә Евро-3 стандартындағы 2,1 миллион тонна нефть продукттарын кире ҡайтарыуы шарты менән.
"Үткән йыл Рәсәй Белоруссияны беҙҙең нефттән яһалған продукцияһын Европаға төрлө ҡушымталар, иретмәләр итеп күрһәтеп һатыуҙа ғәйепләне. Бындай тауар өсөн таможня аша үткәндә экспорт һалымы түләттермәйҙәр. Шул арҡала Рәсәй бюджеты 1,5 – 2 миллиард долларҙан мәхрүм ителгән. Бынан тыш, 2012 йылдың көҙөнә тиклем Беларусь беҙҙең "ҡара алтын" өсөн килешелгән нефть продукттарын кире оҙатмаған", — тип белдерә алда телгә алған баҫма.
Ике күрше араһында ошондай тартҡылаштар булғылай. Былтырҙан башланған бәхәстәргә сик ҡуйылырға тора, сөнки был ике яҡ өсөн дә файҙаға түгел.
Ябай кешенең һәр береһенә бик мөһим булған көндәлек тауарҙарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Нисек кенә тимә, нефть-газ темаһы туранан-тура күҙгә төртөлөп бармай. Хәйер, уны беҙ көн дә тиерлек тоябыҙ. Тәбиғәт биргән байлыҡтың хаҡы донъя баҙарында нисек йөрөһә, йәшәйешебеҙ ҙә шуға ҡарап тирбәлә: инфляция, йәшәү шарттары һәм башҡалар.
Ә бына әҙәм балаһына көн дә кәрәк нәмә — өҫтәлебеҙҙең муллығы, ашаған ризығыбыҙҙың таҙалығы. Ошо йәһәттән бер яңылыҡ: һөттө һәм һөт ризыҡтарын һаҡлау, экспортлау өсөн тултырылған ҡаптарға, башҡа шундай нәмәләргә Таможня союзының техрегламентын индереү ҡарала. Әгәр элек Рәсәй закондары буйынса ғына ҡабул ителгән техрегламент ҡулланылһа, хәҙер Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан илдәренең дөйөм милли стандартына яраҡлаштырылғанына нигеҙләнәсәктәр. 2013 йылдың 1 июленән аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге буйынса яңы ҡағиҙәләр ғәмәлдә буласаҡ, ә инде киләһе йылдан бөтә төр аҙыҡ-түлекте маркировкалауға ҡағылған техрегламент көсөнә инәсәк. Бар аҙыҡтан да бигерәк, ул тиҙ боҙолоусан һөттө һәм һөт ризыҡтарын күҙ уңында тота.
Барлыҡ был закондар, техрегламенттар, әлбиттә, аҙыҡ етештереүсе компанияларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был аңлашыла ла, сөнки өҫтәмә сығымдар, мәшәҡәттәр талап итә. Уның ҡарауы, өҫтәлебеҙҙә таҙа аҙыҡ буласаҡ. Хәйер, был "таҙалыҡ"тың хаҡтарҙы арттырып, кеҫәгә лә һуғыуы мөмкин. Уныһына ғына өйрәнгән баш. Иң мөһиме һаулыҡ бит. Шуға ышанайыҡ!


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә