Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа теүәл...
18 йыл дауамында һөйләшеүҙәрҙән һуң, ниһайәт, илебеҙ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡабул ителде. Был тарихи документҡа ойошманың генераль директоры Паскаль Лами һәм яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина ҡул ҡуйҙы.

Компьютерҙар менән дарыуҙар арзаныраҡ буласаҡ

Тарихи ваҡиғаны ойошмала ағза булып торған илдәрҙең бөтә вәкилдәре лә аяҡ өҫтө алҡышлап сәләмләне. Хәҙер 220 көн эсендә Рәсәй ҡушылыу тураһында протоколды раҫларға тейеш, һуңынан ул үҙен Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле тип иҫәпләй аласаҡ.
Женева ҡалаһында үткән был мөһим сараға, оҙаҡ йылдар дауам иткән һөйләшеүҙәргә кемдең ҡатнашлығы бар, бөтәһе лә килде. Улар араһында Герман Греф, Анатолий Чубайс менән Алексей Кудрин да бар ине.
"Был – беҙ бик оҙаҡ көткән ваҡиға", – тине тулҡынланыуын йәшермәй Эльвира Нәбиуллина. Әммә, уныңса, бының Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы өсөн дә өҫтөнлөктәре бихисап. Ни тиһәң дә, беҙҙең иҡтисад – донъяла алтынсы урында, илебеҙ Ерҙең етенән бер өлөшөн биләй.
Әлбиттә, сауҙа ойошмаһына ҡушылыу иң тәүҙә иҡтисадыбыҙ өсөн отошло. Быны Паскаль Лами ҙа һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уныңса, әлеге ҡушылыу ил иҡтисадын әүҙемләштерергә һәм яңыртырға ярҙам итәсәк. Эльвира Нәбиуллинаның әйтеүенсә, һуңғы һөйләшеүҙәр мәлендә генә 300-ҙән ашыу норматив-хоҡуҡи актҡа төҙәтмә индерелгән. Былар бөтәһе лә конкуренцияны үҫтереүгә этәргес буласаҡ. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡушылыу ябай халыҡтың тормошона ла йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Мәҫәлән, импорт арзанаясаҡ: компьютерҙарға, көнкүреш техникаһына, дарыуҙарға, тропик емештәргә, һыра менән шарапҡа һәм башҡа төр тауарҙарға хаҡтың төшөүе көтөлә. Әммә хәүеф тә юҡ түгел. Арзан сит ил продукцияһы үҙебеҙҙең урындағы бәләкәй етештереүсене бөлдөрөүе бар, тип иҫәпләй белгестәр. Тик ундайҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ.
Вице-премьер Игорь Шувалов фекеренсә, Рәсәй был ойошмаға үҙенең шарттары менән инә. Был күп яҡтан отошло. Мәҫәлән, ауыл хужалығына ярҙам бөгөнгөнән ике тапҡырға артыуы көтөлә. Сит ил автомобилдәренә лә пошлиналар ете йыл дауамында кәмейәсәк. Башҡаларҙан айырмалы, Рәсәй сит ил банктарын үҙенә индермәйәсәк. Һөҙөмтәлә бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа теүәл ҡаласаҡ.

Нефть менән газ һатып ҡына үҫешеп булмай

Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудриндың киҫәтеүенсә, ил етәкселеген яҡын арала байтаҡ һынауҙар көтә. Уныңса, нефткә хаҡтар быға тиклемге кеүек юғары булмаясаҡ, шуға ла байтаҡ мәсьәләләрҙе "йоҡарған" бюджет менән хәл итергә тура киләсәк. Ә бына Финанс министрлығының үҙендә әлегә быны фаразламайҙар, әгәр "ҡара алтын"ға хаҡтар бөгөнгөләй ҡалһа, һалымдар артмаясаҡ, тип иҫәпләйҙәр.
– Илдең нефть менән газ һатыуҙан килеме 90-сы йылдарҙан һуң, ниһайәт, үҙенең юғары нөктәһенә етте – быйыл ул 346 миллиард доллар тәшкил итә, – тип белдерҙе Алексей Кудрин. Әйткәндәй, һуңғы 20 йылда был тармаҡтағы сауҙанан илдең табышы даими үҫкән: әгәр 1990 йылда Рәсәй 23,5 миллиард доллар алһа, 2000 йылда – 52 миллиард, ә 2008 йылда килем 310 миллиард долларға еткән. Нефть долларҙары "ямғыры" Хөкүмәткә сығымдарҙы йылдан-йыл арттырыу мөмкинлеген бирҙе. Элекке министр белдереүенсә, федераль бюджеттың сығымдары һуңғы тиҫтә йылда дүрт тапҡырға артһа, илдең эске тулайым продукты ни бары 68 процент ҡына тәшкил итә. "Башҡаса улай булмаясаҡ. Әгәр һалымдар күтәрелмәһә, киләһе ун йыллыҡта сығымдар ҙа ни бары ун процентҡа ғына артасаҡ. Был дәүләт етәкселеге өсөн ҙур һынау: илдәге мәсьәләләрҙе сикләнгән бюджет менән генә хәл итергә тура киләсәк", – тип фаразлай ул.
Элекке министр иҫәпләп сығарыуынса, әгәр Борис Ельцин илгә етәкселек иткәндә нефть менән газ һатыуҙан йәмғеһе 200 миллиард доллар килем килһә, 2000 йылдан алып дәүләт яҡынса 2 триллион доллар алған.
Әммә бындай ҙур табыш илгә байтаҡ ҡына ҡатмарлыҡтар ҙа алып килгән. Мәҫәлән, һөҙөмтәлә илдә инфляция хәүефе артҡан. Шуға ла, Кудрин фекеренсә, Рәсәйгә был бойондороҡлолоҡтан ҡотолорға тырышырға кәрәк. Сираттағы тапҡыр "юрғаныбыҙға ҡарап аяҡ һуҙырға" тейешбеҙ.
Бындай ҡатмарлыҡтарҙың көтөлөүен Финанс министрлығының үҙендә лә кире ҡаҡмайҙар. Шулай ҙа улар сеймалға хаҡ әлеге кимәлдә ҡалыр һәм һалымды арттырырға тура килмәҫ тип ышана. Был турала Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталов та белдерҙе. Әммә белгестәр бюджет сығымдарының тағы ла артыуын күҙаллай. Оборона заказы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һәм хәрбиҙәрҙең эш хаҡын арттырыу ошоно раҫлай кеүек. Шуға ла сығымдарҙы "ауыҙлыҡлап" буласағына шикләнеүселәр етерлек.

Ҙур капитал беҙҙән
һаман ҡурҡа


Ҙур капитал һаман да Рәсәйҙән ҡурҡа. Инвесторҙар илгә аҡса һалырға, үҙҙәренә өҫтәмә хәүеф алырға теләмәй.
Рәсәйҙең Үҙәк банкыһы президентының беренсе урынбаҫары Алексей Улюкаев хәбәр итеүенсә, ғинуар – ноябрь айҙарында ғына Рәсәйҙән ситкә киткән аҡса күләме яҡынса 74 миллиард доллар тәшкил иткән. Ә ноябрҙә юғалтыу 10 миллиард долларға еткән.
"Йыл аҙағынаса уның 85 миллиард долларға етеүе бик мөмкин", – тине банкир. Күптән түгел Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ла уның 85 миллиард долларға тиклем үҫеү ихтималлығын билдәләне һәм бөгөн ошоно күҙ уңында тотоп эш итә.
Әммә был күңелһеҙ яңылыҡтың башы ғына. Белгестәр фекеренсә, инвесторҙар Рәсәй баҙарына тиҙ генә әйләнеп ҡайтмаясаҡ әле. Быйыл шулай булырына шик юҡ. Аналитиктарҙың белдереүенсә, ҙур капиталдың ситкә китеүе кәмендә 2012 йылдың уртаһына тиклем дауам итәсәк. Инвесторҙар аҡсаһын башҡа илдәрҙең иҡтисадына һалыуҙы хуп күрә. Бында Рәсәйҙең тышҡы бурысының артыуы ла кире йоғонто яһай. Шулай уҡ төп сәбәптәрҙең береһе – илдең сәйәси хәле: һайлау алдынан инвесторҙар һалған аҡсаһына янаған хәүефте төрлөсә кәметергә тырыша.
Ҙур капиталдың илдән ситкә китеүе тураһында хәбәрҙәрҙең көсәйеүе беренсе тапҡыр ғына түгел. Рәсәй банкы фаразына ярашлы, быйыл ул 36 миллиард доллар күләмендә булырға тейеш ине. Сентябрҙә генә ул 13 миллиард доллар тәшкил итте. Ғөмүмән, тәүге күҙаллауҙарҙан ул бөгөн өс тапҡырға артҡан.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 14

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 41

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 44

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 46

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 62

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 50

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 67

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 72