Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һабанда һайрашыр мәл
Һабанда һайрашыр мәл“Шайморатов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре һәм ауыл халҡы, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә тоғро ҡалып, матур йолаларҙың береһе булған Бураҙна байрамын гөрләтеп үткәрҙе һәм дәррәү сәсеүгә төштө.

Иген сәсә башлауға ҙур әһәмиәт биреү киләсәккә өмөт, беҙҙе туйындырыусы Ер-әсәгә мөхәббәт, ауыл эшсәндәренең хеҙмәтенә тоғролоҡ менән бәйле. Ысынлап та, Бураҙна байрамы — оҫта ойоштороусы хужаға, тырыш халыҡҡа, иген үҫтереүсегә мәҙхиә йырлаусы тантана ул.
Күркәм сара “Ғәлимйән һәм Ғәтиә” мәсетендә мосолмандарҙың йыйылыуы һәм ауылдың имам-хатибы Әфҡәт Ниғмәтуллиндың вәғәз уҡыуы менән башланды. Шулай булмай ни, бындай оло эште башлар алдынан Аллаһ Тәғәләнең фатихаһын алыу зарур. Халыҡ доға ҡылғас, яланға ашыҡты. Унда барыуға усаҡта быуланып тәмле былау бешә, ә баҫыуҙа “тимер ат”тар, ярышҡа сығырға әҙерләнгәндәй, геүләп тора ине.
— Шатлыҡлы көндәрҙең береһе был: беренсе нәүбәттә сәсеүгә төшһәк, икенсенән, ата-бабабыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәтте тергеҙеү – бик сауаплы эш. КөндәрҺабанда һайрашыр мәл яҡшы тороп, имен-аман сәсеүҙе башлап ебәрергә Хоҙай насип итһен, – тине йәмғиәттең башҡарма директоры Илгиз Йосопов, ауыл халҡын, хужалыҡ эшсәндәрен тәбрикләп.
— Уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡ беҙҙең алға ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Һөҙөмтә юғары булмаһа ла, ауырлыҡтарҙы йырып сыҡтыҡ. Быйыл иһә, хөрмәтле дуҫтар, быуындан быуынға күсә килгән йола буйынса, бергәләшеп изге теләктәр теләйек. Имам-хатиптан фатиха алдыҡ, байрамға ихласлыҡ менән йыйылдыҡ. Былар бөтәһе лә Һабанда һайрашыр мәлтик файҙаға ғыналыр, тип ышанам. Аллаһ бойорһа, уңыштарыбыҙ мул булыр әле, — тип һөйләне үҙ сығышында ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин.
Артабан баҫыу алдынғыларын – механизаторҙар Рифғәт Ишмөхәмәтов менән Петр Гарчевты — ололап, мул уңыш теләп, икмәк һәм тоҙҙан ауыҙ иттерҙеләр, һуңынан ғүмер буйы хужалыҡ йөгөн тартҡан уҙамандар тәүге бураҙнаға орлоҡ һалырға төштө. Улар артынса барса халыҡ, шифалы ямғырҙар яуһын, йылдар тыныс, сәсеүҙәр уң булһын, тип теләп, баҫыу буйлап бешкән йомортҡа тәгәрәтте. Тракторҙар геүләшеп тәүге һабанға төштө.
Шайморатов ауылы халҡы бик дәртле икән — гармунда, ҡурайҙа уйнап, бейеп-йырлап күңел асты. Яланда бешкән былауҙың тәме телде йоторлоҡ ине, сәйҙәре хуш еҫ бөркөп торҙо. Ҡыҫҡаһы, Бураҙна байрамы шаулап үтте. Барыһы ла күтәренке кәйефтә таралышты.


Автор: Миләүшә БАЙҒУСҠАРОВА. Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә