Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Именлек утрауы
Именлек утрауыРайондың “Осҡон” хужалығынан ҡайтыр юлға сыҡҡайныҡ, ҡул күтәреп торған ҡатынды ултырттыҡ.
— Шунан, "осҡон"дар оҡшанымы? — тип көлөмһөрәне ул.
— Оҡшаны. Ә һеҙ беҙҙең унан килгәнде ҡайҙан беләһегеҙ? — Ҡатындың күрәҙәселеге беҙҙе бер аҙ ғәжәпкә һалды.

— Ауылда "йүкә телефон" шәп эшләй бит. “Башҡортостан” гәзитенән хәбәрселәр килгән тип иртән үк ишеткәйнек. Төштән һуң беҙҙең фермаға инеп сыҡҡанығыҙҙы күргәйнем. Ауылдар, ошо хужалыҡты бер булып, дәррәү алып барған хеҙмәткәрҙәр, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Хужабыҙ Рәмил Ғиниәт улы ла, баш белгестәребеҙ ҙә, Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Рәүеф Тимерхан улы ла халыҡ көн итһен тип бар көсөн һала. — Осраҡлы юлдашымдың ауыҙынан бындай һүҙҙәр ишетеү күңелгә май булып яғылды.
Эйе, бөтөн мир менән хужалыҡтарын үҫтерергә тырышып ятҡан халыҡ йәшәй Яҡшымбәттә, Ҡотлоюлда, Яҙлауҙа һәм тағы ла эреле-ваҡлы туғыҙ ауылда. Ете комплекслы бригаданы тәшкил иткән ошо ауылдарҙа 600-гә яҡын ир-ат һәм ҡыҙ-ҡырҡын эшләй.
Яңыраҡ үткән отчет йыйылышы йомғаҡтары буйынса ғына фекер йөрөтһәң, "осҡон"дар, ысынлап та, аяғында ныҡлы баҫып тора. 27 мең гектарға яҡын ауыл Именлек утрауыхужалығы еренең һәр ҡарышы һөҙөмтәле файҙаланыла. Шул майҙандың 16 мең гектарҙан ашыуырағын һөрөнтө ерҙәр тәшкил итә. Уларҙы эшкәртеү, шулай уҡ малсылыҡ тармағындағы эштәрҙе, хужалыҡтағы, ауылдарҙағы башҡа йомош-юлдарҙы башҡарыу өсөн 120 тракторҙы, 70-ләп йөк автомашинаһын йыл әйләнәһенә тәртиптә тоторға тырышалар. Әле улар бар көстө яҙғы баҫыу эштәренә йүнәлткән. “Осҡон” кеүек гөрләп торған колхоз-совхоздар иҫкә төшөп, бер аҙ моңһоулатып та алды. Халыҡты барыбер бер йоҙроҡҡа туплап, берләштереп йәшәткән булған бит күмәк хужалыҡтар...
Ҡотлоюл бригадаһының һөтсөлөк фермаһында хеҙмәт һәм мал аҫрау шарттары “500 һөтсөлөк фермаһы” дәүләт программаһында ҡатнашҡан предприятиеларҙан ғына бер нимәһе менән дә кәм түгел: шундай уҡ һөт үткәргес, һыуытҡыс бар, мал аҙығын таратыу, ҡураларҙы тиҙәктән таҙартыу тулыһынса механизацияланған, үрсем ҡабул итеү ҡуралары ла заман талаптарына яуап бирә. Яңы технологиялар индереү һөҙөмтәһендә эшсе ҡулдар кәмегән. Әйтәйек, элек 12 һауынсы башҡарған эшкә бөгөн дүрт кенә оператор өлгөрә.
— Ауыл хужалығында яңы технологияларға күсеү мотлаҡ шарттарҙың береһенә әйләнде. Беренсенән, ҡара эштән ҡурҡмаған беҙҙең быуын кешеләре хәҙер хаҡлы ялға сығып бөтөп бара. Икенсенән, эш шарттарын заманса юҫыҡта ҡорған осраҡта ғына малсылыҡҡа йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкин, — ти хужалыҡ етәксеһе Рәмил Мостафин.
Малдарҙың иң күбеһе Яҡшымбәт бригадаһында тупланған. Хужалыҡтың “500 һөтсөлөк фермаһы” программаһына эләгеүе яҡшымбәттәр өсөн үтә лә ҡулайға тура килә. Һауын һыйырҙары, шулай уҡ үрсем алынған, йәш быҙауҙар аҫралған ҡураларға заманса реконструкцияны бында биш ай эсендә башҡарып ҡуялар. Эш шарттары хәҙер Көнбайыш илдәре фермаларынан бер ҙә айырылмай.
Яңы технологиялар индереү әллә күпме сығым талап итһә лә, бер нисә йылдан эш һөҙөмтәләре уларҙы ҡаплаясағына ышанысы ҙур хужалыҡ етәксеһенең. Шулай булырын бөгөнгө эш күрһәткестәренең юғары булыуы үҙе үк раҫлай. Бына нәҡ ошоноң өсөн дә, Рәмил Ғиниәт улы әйтеүенсә, хужалыҡҡа өр-яңы техника һәм башҡа ҡорамалдар һатып алыуға аҡса йәлләмәйҙәр. 2012 йылда, мәҫәлән, ошо йүнәлештә сарыф ителгән сығым 39 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
“Осҡон”доң баҙар шарттарында ҡулланған стратегияһы ла хужалыҡтың иҡтисади хәл-торошон ҡайғыртыуҙан килә: етештерелгән продукцияны әләф-тәләф итмәйенсә, хаҡты күберәк биргән, аҡсаһын ваҡытында түләгән партнерҙарға һатыу әмәле табылған. Һөт, мәҫәлән, үҙҙәренең ышаныслылығын аҡлаған Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Мәләүез эшкәртеүселәренә оҙатыла. Иген, орлоҡ та, ҡулай осорҙо көтөп, келәттәрҙә һаҡлана. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы үҙ ваҡытында түләнә.
— Коллектив хужалыҡ булып йәшәүҙең өҫтөнлөктәрен ҡайһы берәүҙәр һаман аңлап етмәй. Исмаһам, һеҙ, хәбәрселәр, гәзит аша аңлатығыҙ инде уларға: хеҙмәт хаҡын ваҡытында алабыҙ, мал аҫрарға фуражын, башҡа аҙығын бирәләр. Башҡаса ярҙам да күрһәтелә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында күптәр нәҡ хужалыҡ арҡаһында фатирлы-өйлө булып ҡалды, — Яҡшымбәт ауылы уҙаманының ошо һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған. — Өс йыл ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, етәкселектең хужалыҡ-финанс эштәрен дөрөҫ ойоштороуы арҡаһында, шөкөр, юҡлыҡтың ни икәнен дә белмәйбеҙ. Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй, тигәндәре хаҡ: хужалығыбыҙ имен булғанда, беҙ ҙә бөлмәбеҙ...
Эйе, етәкселеккә булғанына шөкөр итеп йәшәү хас түгел. Ун ике ауыл халҡының киләсәген уйлап, булдыҡлы рәйескә артабан хужалыҡ итеүҙең иң ҡулай, иң отошло юлдарын табыу тураһында уйланырға, эҙләнергә, уңышлы тәжрибәләрҙе үҙләштереү яғын ҡарарға тура килә.
— Яңы алымдарҙы бер йылда ғына өйрәнеп һәм индереп, бына тигән итеп эшләп алдың да киттең түгел. Бының өсөн тиҫтә йылдар кәрәк. Әле үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла аҙ сығым талап иткән, килемлерәк ысулдарҙы өйрәнә башланыҡ. Әйтәйек, туранан-тура сәсеү, йәғни "No-till" ысулын үҙләштерәбеҙ. Уны бойомға ашырыу өсөн техникаһы ла, яңы орлоҡтар ҙа талап ителә. Малсылыҡ тармағында фермаларыбыҙҙы тулыһынса механизациялау эше күҙаллана. Малдарҙы көтөүлеккә сығармай, кәртәлә аҫраясаҡбыҙ. Тик бының өсөн аҙыҡты йыл әйләнәһенә етерлек итеп хәстәрләргә кәрәк, — тип теҙеп алып китте Рәмил Ғиниәт улы, хужалыҡтың киләсәге тураһында һүҙ сыҡҡас.
“Осҡон” йәмғиәте ун ике ауылда йәшәгән 3500 кешенең йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеп торған тере организмға тиң. Йәғни шул тиклем халыҡтың һәүетемсә тормош кимәлен булдырыу өсөн уның үҙенә лә “туҡланыу”, көс-ҡеүәтен арттырыу шарт. Ошо саҡта ғына (бының өсөн бер ҙә күрәҙәлек ҡылыу кәрәкмәй), ферма һәм МТМ-ларҙа эш туҡтамаясаҡ, тимәк, ауылдар ҙа йәшәйәсәк тигән һүҙ. Хәйер, бының шулай икәнлеген колхоз-совхоздарынан яҙғандарҙың аяныслы яҙмышын күргән "осҡондар" үҙҙәре үк аңлап тора. Һәр хәлдә, был хужалыҡ бөлгөнлөккә төшкән әйләнә-тирә мөхиттәге именлек утрауы булып күренде.


Автор: Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә