Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Биш йылда — 500 ферма
Биш йылда — 500 фермаПрограммала ҡатнашыуға тағы 100 хужалыҡ дәғүә итә

Маҡтанырға хаҡыбыҙ бар: совет осоронда төҙөлгән һөтсөлөк фермаларын үҙгәртеүгә республикабыҙ илдә тәүгеләрҙән булып тотондо. "500 ферма" программаһына ярашлы йыл һайын 100 ферма тергеҙеләсәк. Әлбиттә, сығымдарһыҙ ҙа булмай. Уларҙың һәр ҡайһыһына уртаса 40 миллион һум аҡса талап ителә, шуның 16 миллион һумы хужалыҡҡа дәүләт тарафынан кире ҡайтарыла. "Биш йылда —500 ферма" – был ауыл эшсәндәренең бөгөнгө лозунгы.

Республиканың ауыл хужалығы сәнәғәтендә һөтсөлөк тармағы мөһим йүнәлештәрҙән һанала. Бының өсөн беҙҙә ныҡлы нигеҙ бар. Төбәгебеҙ мал һаны буйынса бөгөн Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Малдың 40 проценты ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында аҫрала. Әйткәндәй, республика һөт етештереү буйынса ла Рәсәйҙә алдынғылығын ҡайтарҙы. Бөтә Рәсәй "Һөт иле" фестивален беҙҙә үткәреүҙең йолаға әйләнеүе лә быны раҫлай. Президент Рөстәм Хәмитов, ауыл эшсәндәренә мөрәжәғәт итеп, Өфөнөң Рәсәйҙең һөтлө баш ҡалаһы булып ҡалыуына уларҙың төп өлөш индереүен билдәләне һәм тармаҡта башланған матур үҙгәрештәрҙең тиҙҙән яҡшы һөҙөмтә бирәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан бындай ҡаҙаныш-һөҙөмтәләргә бер нисә йыл эсендә генә өлгәшмәне, әлбиттә. Элек-электән ул үҫешкән малсылығы, етештергән продукцияһының төрлөлөгө, сифаты менән айырылып тора. Төбәктә һөтсөлөк фермаларын төҙөү бынан 30-40 йыл элек тә уңышлы алып барылды, биналар ҙа маҡсатлы файҙаланылды. Әммә, колхоз-совхоздар тарҡалғас, улар хужаһыҙлыҡтан емерелә, ватыла башланы, кирбесен-ташын тигәндәй, "йүнселдәр" ташып алып бөттө. Әле булһа күп кенә ауылдарҙа күҙ көйөгө булып, тирә-яҡты йәмһеҙләп ултырған "һәйкәл"дәр бар.
Шулай ҙа бөгөн төбәктә ташландыҡ биналарҙы тергеҙеүгә йүнәлеш алынды. Һөтсөлөк фермалары яңы һулыш кисерә, иҫкеләре урынына яңылары төҙөлә, реконструкциялана. Әле тармаҡты "һаҙ"ҙан сығарыу өсөн байтаҡ эш башҡарыла, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса етди программалар ҡабул ителә. Мәҫәлән, 2012 – 2016 йылдарға иҫәпләнгән "500 ферма" программаһы ауылдарҙы тергеҙеүгә, уларға яңы һулыш биреүгә етди өлөш индерәсәк. Президент Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән әҙерләнгән аграр документҡа ярашлы, ошо осорға уртаса һауымды кәмендә 30 процентҡа арттырыу (йылына һәр һыйырҙан уртаса 4500 килограмм), тоҡомло 25 мең баш йәш тана алыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа күтәреү (һәр эшсе 700 мең һумлыҡ продукция етештерәсәк) һәм малсыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу, технологияны яңыртыу, ауыл еренә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү кеүек бурыстар билдәләнә. Белеүегеҙсә, Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡабул ителде. Уның тәьҫире агросәнәғәт тармағында, һис шикһеҙ, сағылыш табасаҡ. Шуға ла бөгөн һөҙөмтәлелек, көнәркәшлек беҙҙең Башҡортостан аграрийҙары өсөн айырыуса әһәмиәтле.
Шуныһы мөһим: "500 ферма" программаһына инеү өсөн хужалыҡтарға, тәүге сиратта, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе статусына эйә булырға кәрәк. Бынан тыш, 300-гә яҡын баш һыйыр малың, технологик аудит буйынса ыңғай баһа алыуың һәм финанс йәһәтенән мөмкинлегең булыуы зарур. Ә инде программаға ингәс, һөт етештереү күләмен һәм һыйырҙарҙың продуктлылығын арттырыу бурысы ҡуйыласаҡ. Һөҙөмтәлә күрһәткестәр дүрт процентҡа үҫергә тейеш.
Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда 564 һөтсөлөк фермаһы үҙгәртеп ҡоролорға тейеш. Уларҙың бөтәһе лә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостандың Һөтсөлөк союзы ойошторған тулы технологик аудитты үткән. Аудиторҙар сифатында Башҡорт дәүләт аграр университетынан, Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан белгестәр, ҙур компанияларҙан эксперттар ҡатнашҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: программа 2012 йылдың майынан ғәмәлгә ашырыла. Йыл аҙағына тиклем республиканың 34 районындағы 67 ауыл хужалығы предприятиеһы ошо программа буйынса эшләй башланы. Белгестәр әйтеүенсә, яңыртылған һөтсөлөк фермаларында бөгөн инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөлөп, һәйбәт эш шарттары булдырылған, мал тотоу өсөн дә уңайлыҡтар бар.
Программаны уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн 27,6 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Шуның өстән бер өлөшкә тиклемен республика, район бюджеттарынан сығымдар тәшкил итәсәк. Муниципалитеттар инженер селтәрҙәре һәм юлдар төҙөү, фермаларҙың тирә-яғын төҙөкләндереү, проект документтарын әҙерләү өсөн аҡса бүлергә тейеш.
Республика аграрийҙары дәүләт ярҙамына һәм яҡлауына өмөтләнә ала. Программаға ярашлы республика бюджетынан төҙөлөш-монтаж эштәре, силос һәм сенаж соҡорҙары әҙерләү, төрлө ҡорамал һатып алыу өсөн субсидия ла бүленәсәк. Ауыл хужалығы техникаһы һатып алған осраҡта, сығымдың 40 проценты хужалыҡтарға кире ҡайтарыласаҡ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: субсидия яңы һөтсөлөк фермалары төҙөгән осраҡта ла бүленә.
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хужалыҡтар төрлө сығанаҡ аша финанслана. Бынан тыш, "Башагропродукт" дәүләт унитар предприятиеһы аша ла аҡсалата ярҙам юллап буласаҡ.
Былтыр ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алыуға, төҙөлөш-монтаж эштәренә "500 ферма" программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенән 385 миллион һум аҡса күсерелгән. Программа тәүге йыл ғына эшләй, шулай ҙа аграрийҙарҙы ҡайһы бер проблемалар борсой. Мәҫәлән, төҙөлөш эштәрендә, айырыуса проект-сметаларҙы төҙөгән ваҡытта, һаман булһа хәл ителмәгән мәсьәләләр килеп тыуа. Аграрийҙарға ярҙам йөҙөнән, моғайын, берҙәм заказ хеҙмәте ойоштороу отошло булыр ине.

аренда однокомнатной квартиры в уфе


Автор: Самат ҒӘЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 6

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә