Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙе киҫһәң, икене ултырт...
Берҙе киҫһәң, икене ултырт...Урман — беҙҙең төп байлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй ошо хазинаның ҡәҙерен белмәй. Тармаҡ элек тә был йәһәттән сеймал сығанағы булып торҙо, әле лә хәл шәптән түгел: Алыҫ Көнсығыш яҡлап ағас төрлө юлдар аша Ҡытай яғына ағылһа, көнбайыш төбәктәрҙән ҡапҡалар Европаға асыҡ. Һуңғы йылдарҙа төрлө закондар, эшкәртеү сәнәғәте өсөн ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға ҡуртымға алыу мөмкинлеге биргән ҡарарҙар ҡабул ителә башланы. Быларҙың барыһы ла Рәсәйҙе сеймал сығанағынан етештереү продукцияһы сығарыусы илдәр рәтенә баҫтырыуҙа ҙур роль уйнай.
Башҡортостанда ла был йәһәттән аныҡ аҙымдар яһалды. Уңышлы эшләп килгән ойошмалар ҙа етерлек. Шуларҙың береһе — “Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһы” (“Башлеспром”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ойошманың эше, ғөмүмән, республиканың урман сәнәғәте тармағындағы хәлдәр тураһында белер өсөн йәмғиәттең күҙәтеүсе Совет рәйесе Хәләф Хәлфетдин улы ИШМОРАТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Хәләф Хәлфетдин улы, урман мәсьәләләре — бик сетерекле һәм ҙур тема. Моғайын, һүҙҙе “Башлеспром” йәмғиәте менән таныштырыуҙан башларбыҙ.
— Һүҙҙе башлар алдынан уҡ шуны әйтергә кәрәк: урмандар федераль мөлкәткә инә, ә беҙҙең республикала дәүләт сәйәсәтен Урман хужалығы министрлығы алып бара. Урман кодексы буйынса тейешле майҙанды министрлыҡтан ҡуртымға ғына ала алабыҙ. Ошо бүленгән биләмәлә генә эшләйбеҙ. Бөгөн республикала 120-гә яҡын ҡуртымға алыусы бар, беҙ — шуларҙың береһе, шул уҡ ваҡытта иң ҙуры һаналабыҙ. Республика биләмәһенең 40 проценттан ашыуы урман булһа, әлегә тиклем беҙ шуның 6 процентында эшләнек. Тиҙҙән биләмәне киңәйтәсәкбеҙ, тағы 10 процент майҙанды ҡуртымға аласаҡбыҙ.
Беҙҙең компания 2003 йылдан ныҡлы эшләп китте, ә уға тиклем “Башлеспром” дәүләттән йыл һайын дотация ала торғайны. 2003 йылдан дотациялар бөтөнләй юҡ, үҙ йүнен үҙе күрә, сөнки компания иҡтисади яҡтан маҡсатлы итеп төҙөлдө. “Башлеспром” — тиҙ үҫеүсе, заманса идара итеү структураһы булған ойошма.
— Заманса идара итеү структураһы нимәнән ғибәрәт: баҙар талаптарына яуап биргән айырым, махсус алым бармы, әллә бар эш заманса яңы технологияларҙы ҡулланыуға ҡайтып ҡаламы?
— Бында барыһы ла бергә үрелгән, бер-береһен тулыландырып тора: тәбиғи байлыҡтарҙы тейешенсә һәм отошло итеп файҙаланыу, өр-яңы технологиялар индереү, финанс бәйләнештәре, идара системаһы... Сеймалды комплекслы итеп файҙаланыу нигеҙенең төп маҡсаты — һуңғы һөҙөмтәләргә өлгәшеү, йәғни ағасты йығыуҙан алып, продукция сығарыуға тиклем еткереү. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та бер сығышында: “Республиканан ағасты сеймал рәүешендә сығарыу енәйәткә тиң”, — тип әйткәйне. Уның ҡарашы менән тулыһынса килешәбеҙ, һәм ағас республикала продукция хәленә еткерелгәнсе эшкәртелергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Шуның өсөн дә бар эште үҙ эсенә алған холдинг төҙөнөк. Был, берҙән, халыҡҡа өҫтәмә эш урындары тигән һүҙ, икенсенән, һалымдар үҙебеҙҙә ҡала.
— Элегерәк итальяндар, СССР, һуңынан Рәсәй тап-таҙа ағасты сеймал рәүешендә ситкә һата ла үҙҙәре мебелде ағас онтағынан яһай, тип аптырай торғайны. Хәҙер хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрә бара, түгелме?
— Эйе, финдарға, ағасты йомро килеш осһоҙға оҙатабыҙ ҙа үҙебеҙ ҡиммәтле фин мебеле һатып алабыҙ. Хәҙер үҙгәреш бик күп. Беҙҙең холдингты алғанда ла, мәҫәлән, унда урман әҙерләү предприятиелары, Өфө фанера, Өфө фанера-плитә, Әмзә урман химияһы комбинаттары инә. Уларҙың барыһына ла юғары квалификациялы белгестәр идара итә. Бөтәһе 5 меңгә яҡын кешегә даими эш урыны булдырғанбыҙ. Был йәһәттән шуны билдәләргә кәрәк: 2003 йылда, ныҡлы эш башлаған осорҙа, 3 387 кеше эшләһә, етештереүҙе киңәйтеү арҡаһында 5 меңгәсә етте. Хатта көрсөк тип һаналған 2008 йылда ла эшселәр һанын кәметмәнек, ҡыҫҡартыуҙар булманы.
— Урман хужалығы — көс кенә түгел, өҫтәмә инвестициялар ҙа талап иткән тармаҡ. Был йәһәттән айырым программағыҙ бармы, барлыҡ уй-хыялығыҙ ҡасанға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ?
— 2007 йылда беҙҙең компания тарафынан оҙайлы — 2030 йылға тиклем ҡаралған инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу башланды. Бында урман хужалығы байлығын һөҙөмтәле эшкәртеү буйынса бер нисә проект инә. Шулай уҡ төрлө биомассаларҙан (пиллет, брикет, күмер) яңы төр яғыулыҡ алыу ҙа күҙаллана. 2011 йылда компания ике ҙур комплекслы инвестиция программаһы буйынса эш башланы. Өфөләгеһе “Ҙур форматлы фанера заводы” һәм Белорет районындағыһы “Башҡортостан Республикаһында урман эшкәртеү комплексы төҙөү” тип атала. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2013 йылға 1,56 миллиард һум аҡса һалынған. Дөйөм алғанда, төп капитал 3,4 миллиард һумлыҡ инвестицияланған. Ҡайһы бер компания килә лә үҙенә кәрәген генә алып сыға ла китә. Ә беҙҙең холдинг республикала эшләүҙе, етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быны 2030 йылға тиклем махсус программа проектын төҙөү ҙә иҫбатлай. Тормошҡа ашырыу, берҙән, төбәктәрҙең етештереү сәнәғәте селтәрен булдырһа, икенсенән, эш урындары тигән һүҙ. Халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу менән бер рәттән, ауылдарҙы төҙөкләндереү ҙә күҙаллана. Сөнки, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, урман зонаһындағы ҡасабалар бер кемгә лә кәрәкмәй һымаҡ: яҡын-тирәләге ағастар киҫелгән, леспромхоздар ябылған... Етештереү сәнәғәте булһа, урындағы бюджетҡа һалым һалыуҙар ҙа артасаҡ.
— Программанан күренеүенсә, сит ил фирмалары менән бәйләнеш булдырыу төп урынды алып тора. Техник яҡтан тәьмин итмәйенсә, алдынғы заман технологияларын индермәйенсә тороп, алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү мөмкин дә түгел һымаҡ...
— Беҙ урман әҙерләүҙә иң яңы технологиялар индерәбеҙ. Уның нигеҙенең төп өлөшөн “харвестер” һәм “форвардер” тип аталған махсус машиналар тәшкил итә. Бөгөн Германия, Швеция, Америка белгестәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Мәҫәлән, Белореттағы комплексҡа Германиянан ҡорамалдар алғанбыҙ. Немецтар монтаж эштәренән башлап, беҙҙең белгестәрҙе, эшселәрҙе өйрәтеүгә тиклем бында буласаҡ. Заман техникаһы бик ҡатмарлы бит. Мәҫәлән, ошо комплекс диләнкәгә ағас әҙерләргә килә, ти, ул үҙе ҡырҡа, ботаҡтарын эшкәртә, кәрәк оҙонлоҡҡа бүлә, күтәреп һалып та ҡуя. Төнөн ҡараһаң, төрлө уттар менән йымылдап, осоусы тәрилкә килгән һымаҡ эшләп тора.
— Компанияның урындағы егеттәрҙе яңы техникаға өйрәтеүе бик яҡшы. Киләсәктә эште йәйелдереү, алып барыу өсөн юғары белемле белгестәр ҙә күпләп кәрәк. Ошо йәһәттән ниҙәр башҡарыла?
— Өфө урман-техник колледжы, 26-сы, 64-се һөнәрселек училищелары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Беҙ Мәскәү дәүләт урман университеты һәм Урал дәүләт урман-техник университетының Попечителдәр советында ағза булып торабыҙ. Шулай булғас, мөмкинлектәребеҙ киң, уларҙы тулыһынса файҙаланырға тырышабыҙ. Төп маҡсат — йәштәрҙе ылыҡтырыу, яңыса эшләү ысулын өйрәтеп, бар яҡлап та юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү.
— Халыҡ араһында яңы хужаларға ҡарата төрлө ҡараш йәшәй. Шуларҙың береһе: киләләр, ағасты киҫәләр, осо-ботағы ятып ҡала...
— Хужалар төрлө була. Урманды ваҡыты еткәс киҫергә кәрәк. Киҫмәһәң, ағас эстән ҡыуышлана башлай, ҡорт төшә, сереп ауа, һөҙөмтәлә бер нәмәгә лә ярамай. Ағастың киҫелеүе мөһим. Шул уҡ ваҡытта ил өсөн дә, халыҡ өсөн дә файҙалы булырға тейеш. Мәҫәлән, Францияла ағасты киҫәләр ҙә урынына яңыһын ултыртып баралар. Хәҙер һигеҙенсе быуын француздар ошолай эшләй. Ә беҙ әле тәбиғәттән, Аллаһы Тәғәлә биргәндән генә файҙаланабыҙ.
Яңы Урман кодексының ыңғай яғын да билдәләмәксемен. Уға ярашлы, ҡуртымға алыусылар диләнкәне юлларға, киҫеп таҙартырға, һөрөп, яңынан үҫентеләр ултыртырға тейеш. Беҙҙең компания шуның менән шөғөлләнә лә. Мәҫәлән, үҙебеҙ киҫкән урындарҙа 5 153 гектар майҙанда йәш үҫентеләр ултырттыҡ, йәғни планды 140 процентҡа үтәгәнбеҙ тигән һүҙ. Элегерәк үҫентеләр етмәгәнлектән, проблемалар була торғайны, хатта Пермь крайынан һатып алып ҡайттыҡ. Әле иһә 20 гектар ерҙә үҙебеҙҙең питомникты булдырҙыҡ.
Экология мәсьәләләренә ҡағылғас, тағы бер нәмәгә туҡталғы килә. 2030 йылға тиклем оҙайлы ваҡытҡа инвестицияланған программаға урман сеймалын һөҙөмтәле итеп эшкәртеү генә инмәй, шулай уҡ биомассаларҙан яңы төр яғыулыҡ сығарыу ҙа күҙаллана. Мәҫәлән, фанера комбинатында ағас онтағы һәм шымартҡандан сыҡҡан туҙандан брикет яһау линияһы астыҡ. Был иһә ағас туҙанын һауаға осороуҙы сикләй. Ғөмүмән, яңы төр яғыулыҡҡа күсеү экологияға бар яҡлап файҙаға ғына. Алда әйткәнемсә, урманды ҡырҡыу, тейешле продукция алыу ғына бик аҙ, уны киләсәк быуынға ла ҡалдырырға бурыслыбыҙ. Берҙе киҫһәң, икене ултыртыу мөһим...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705