Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һәр шишмәнең – үҙ йыры
Һәр шишмәнең – үҙ йырыБөгөн ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме – шөғөл булһын һәм хеҙмәт хаҡы түләүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәһен. “НЕРАЛ-Шишмә” ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иһә был тәңгәлдә барыһы ла яҡшы: Ураҙбахты, Алкин, Сәлих һәм Санжаровка ауылдары халҡы эш урыны булыуына шат, аҡсаһын да ваҡытында ала.

– Ғәҙәттәгесә, оҙон ҡыш буйы техниканы ремонтланыҡ, запас частар хәстәрләнек, – ти хужалыҡ етәксеһе Илшат Ғабдрахманов. – Хәҙер трактор һәм машиналарҙың һәр береһе төҙөк икән, был — хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһе. Яҙ башланыу менән бөтә көстө ашлама ташыуға йүнәлттек. Ошо көндәрҙә дым ҡапланыҡ, ашлама тараттыҡ, ужымды өҫтәмә туҡландырҙыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, сәсеүҙе дәррәү башланыҡ.
Йәмғиәт Салауат исемендәге хужалыҡ нигеҙендә төҙөлгән. Уның ҡарамағында – биш мең ярымдан ашыу гектар һөрөнтө ер. Былтыр бер мең тирәһе гектар майҙанға ужым бойҙайы сәсеп ҡалдырған булғандар, ул бик матур ҡышлаған. Тағы ла бойҙай, арпа, нут, көнбағыш сәсәсәктәр. Әйткәндәй, “НЕРАЛ-Шишмә” орлоҡсолоҡ йүнәлешендә лә һынатмай. Башҡа хужалыҡтар унан орлоҡ һатып ала.
– Һәр хужалыҡ яңылыҡҡа ынтылған кеүек, беҙ ҙә төрлө алымдар ҡулланыу яғында. Әйтәйек, “no-till” технологияһына күсеү – замана талабы, – тип өҫтәй директор. – Минеңсә, туранан-тура сәсеүгә күсеү үҙен ысын мәғәнәһендә аҡлаясаҡ. Ерҙе йыл һайын аҡтарып ташлауҙан бер ниндәй ҙә фәтүә күрмәйем. Һәр шишмәнең – үҙ йырыАвтопаркты яңыртыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. “Джон Дир” маркалы ике трактор, “Турба-7” тигән бер сәсеү агрегаты, “МатерМакс” исемле сәскес һатып алыуыбыҙ – шуға асыҡ миҫал.
Киләсәктә табыш килтерә торған һәм баҙарҙа ихтыяж тыуҙырған культураларҙы күпләп үҫтереүгә баҫым яһаласаҡ.
Үҫемлекселектән айырмалы, малсылыҡта ла уңыштар байтаҡ. Шотландиянан алынған абердин-ангус тоҡомло меңдән ашыу һыйыр малы бар бында. Баҙарға әҙер продукция менән сығыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Юғиһә итте арзан хаҡҡа бирергә тура килә. Үҙҙәрендә мал һуйыу цехы төҙөйәсәктәр.
Һәр шишмәнең үҙ йыры булған шикелле, хужалыҡтағы һәр хеҙмәткәр – үҙ эшенең оҫтаһы. Даими эшләүселәр – 30 кеше, йәйен хеҙмәткәрҙәр һаны 70-кә етә. Баш зоотехник Юля Лотфуллина, йәш белгес булараҡ эш башлағас, дәүләт программаһы буйынса Шишмә ҡасабаһынан фатир алған. Баш инженер Фидан Насретдинов, механизаторҙар Шамил Кәримов, Алексей Лазур, шулай уҡ механик Рәлиф Әхмәҙиев, Филғәт Усеев, Сажиҙә менән Альбина Шафиҡовалар – барыһына ла өлгө.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ Шишмә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә