Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Эшсе ҡулдар етешмәй, әммә хужалыҡ белгестәргә йорт һалырға әҙер
Эшсе ҡулдар етешмәй, әммә хужалыҡ белгестәргә йорт һалырға әҙерБәләбәй яҡтарынан ҡыш китергә ашыҡмай, әле урыны менән баҫыуҙарҙа ҡар ята. Әммә ауыл эшсәндәренә ҡул ҡаушырып ултырырға ла ваҡыт юҡ: һәр ерҙә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара, оҫтаханаларҙа тимер сыңлауы тынмай. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙырыуын яҡшы белгән ауыл кешеһе иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр тырыша.

– Халыҡтың уңғанлығына иҫең китер. Шәхси хужалығында күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, йәмғиәттә лә һынатмай, – ти "Гарант" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдар Хөснөтдинов. – Мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлайбыҙ. Хәҙер бар көстө сәсеүгә йүнәлтәсәкбеҙ инде.
Әйткәндәй, хужалыҡ – районда алдынғылар иҫәбендә, үҫемлекселек, малсылыҡ төп тармаҡтарҙан һанала. Йәмғиәттең 600-ҙән ашыу баш һыйыр малы заманса Эшсе ҡулдар етешмәй, әммә хужалыҡ белгестәргә йорт һалырға әҙерйыһазландырылған биналарҙа тотола. 300 һауын һыйыры бар, ике тоҡомло үгеҙ ҙә аҫрала. Бөгөн малсылар күпләп быҙау алыу менән мәшғүл. Малдар һимертеүгә лә ҡуйылған, тәүлек артым 511 грамм тәшкил итә. Бында өс йыл рәттән малдарҙы сорттарға бүлеү эше алып барыла – яҡшылары һайлап алына. Йәмғиәт директоры Илдар Зөлҡәфил улы белдереүенсә, тиҙҙән хужалыҡ, яңы статус алып, бестужев тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнмәксе. Был үҙ сиратында һөттөң сифатын яҡшыртырға, һөт етештереүҙе арттырырға булышлыҡ итәсәк. Хужалыҡ рентабелле эшләй, табыш 900 әҙер продукция һатыуҙан ғына ла йәмғиәт 12 миллион һумға яҡын табыш ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: йәмғиәт республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "500 ферма" маҡсатлы программаһына ингән.
Хужалыҡтың бөтәһе 6 400 гектар ере бар, шуның һөрөнтө майҙаны 3 444 гектарҙы биләй.
– Көҙ киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды. Яңыраҡ ужым бойҙайы баҫыуында булып, уның яҡшы ҡышлауын күреп ҡыуандыҡ. Киренән сәсеү талап ителмәй, исмаһам, аҡса янда ҡалыр. Әле яҙғы сәсеүгә әҙербеҙ тип ауыҙ тултырып әйтергә була, – ти уңған хужа.
Ысынлап та, Илдар Зөлҡәфил улын егәрле хужа тип атарға мөмкин. Көҙҙән әҙерләп ҡуйылған 20 тонна яғыулыҡ баҫыу эштәрен тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирһә, күптән түгел тағы ла 15 тонна яғыулыҡ өсөн аҡса түләгәндәр. Орлоҡҡа ла ҡытлыҡ булмаясаҡ, әле келәттәрҙә уны сәсеүгә әҙерләйҙәр. Ауыл хужалығы техникаһы ла күптән техник күҙәтеү үткән. Хужалыҡта ҡорамалдар йыл һайын яңыртыла, иҫкеләрен ташлап ҡуймайҙар, яңынан "йән өрөп" эшкә ҡушалар. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына ике миллион һумлыҡ техника һатып алғандар. Быйыл тағы ла алты миллион һум сарыф итмәкселәр.
Бөгөн хужалыҡта Ҡаҙанлытамаҡ, Анненково, Пахарь ауылдарынан 59 кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, премия ла ҡаралған. Шәхси хужалығында мал тотоусыларға бында эшләүе уңайлы, сөнки мал аҙығы осһоҙ хаҡҡа бирелә, һалам бушлай. Халыҡтың пай ерҙәре өсөн йыл һайын бер центнер иген дә бүленә. Етәкселек малсылар Лариса Антонова, Рәмилә Ғабдрахманова, Тәлғәт Кашапов, Рушан Исламғолов, Ғабдулхай Исламғолов, Салауат Насиров һәм Игорь Погудейдарҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
– Тик ауылда бөгөн эшсе ҡулдар етешмәй, – ти етәксе Илдар Хөснөтдинов. – Пенсионерҙарға рәхмәт, күп осраҡта уларҙың хеҙмәтенә таянабыҙ.
Ысынлап та, йәмғиәт етәкселеге белдереүенсә, йәштәр юҡ, хатта хаҡлы ялға сыҡҡандар урынына алмашҡа кеше табыуы ҡыйын икән. Техника тулып ултыра, уңайлы шарттар булдырылған, әммә эшкә һәләтлеләр Һамар, Өфө ҡалаларына, Себер тарафтарына китеп бөткән. Махсус белемле белгестәргә лә бында ҡытлыҡ. Йәмғиәт етәкселеге элекке колхоздан ҡалған йорттарҙы һатып алып, ремонт үткәреп, эшкә килергә теләк белдергән халыҡты торлаҡ менән тәьмин итмәксе.
Әлбиттә, йәштәрҙең ауыл ерен өнәп етмәүе бер Бәләбәйҙә генә түгел. Бындай күренеш республиканың күп кенә хужалыҡтарында күҙәтелә.


Автор: Самат ҒӘЛИН Бәләбәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә