Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Кәртәләр осрап ҡына тора...
Кәртәләр осрап ҡына тора...Ни өсөн ауылда мал көтөрлөк тә кеше юҡ?
Күптәр башҡортҡа эшҡыуарлыҡ ят шөғөл тип уйлай. Минеңсә, был хата ҡараш. Кем иренмәй, ҡара таңдан бил бөгөргә риза, уның табыны ла мул, кеҫә яғы ла “ҡалын”.
Уйлап ҡараһаң, элек “кулак” мөһөрөн алыусылар ҙа үҙ көсө менән бер нисә баш йылҡы аҫраған, әллә күпме ҡуй тотҡан. Донъя көтөргә дәрте булмаған ялҡауҙар етеш йәшәгәндәрҙе күрә алмайынса, уларҙы һөргөнгә ебәрергә булышлыҡ иткән. Әллә тарих ҡабатлана, әллә кешеләр тигәндәй, бөгөн дә бәғзе ауылдарҙа үҙ шөғөлөн асып, аяғына ныҡлы баҫҡан эшҡыуарҙарға күпселек осраҡта көнләшеп ҡарайҙар. Ауылда эш юҡ тип ҡысҡырырға яратыусылар улар тәҡдим иткән урынға бармай. Имеш, “кулак”ҡа бил бөгөргә ғорурлыҡтары ҡушмай. Ә үҙҙәренең тимерҙе тотҡан урынында һындырыр саҡтарында ғаиләһен аҫрарлыҡ та мөмкинлектәре юҡлығына һис бошонмай, оялмай тыныс ҡына йәшәй бирә. Был осраҡта, ғәрлегең генә түгел, ғорурлығың да юҡҡа сыға түгелме һуң?
Хәйбулла районында тәүгеләрҙән булып фермерлыҡҡа тотонған, бөгөн киң танылған йүнселдәрҙең береһе Алмас Илембәтовтың эшләрлек кеше таба алмауынаКәртәләр осрап ҡына тора...аптырайһы түгел.
Әбеш ауылына барып ингәс тә, урам тулып ултырған өр-яңы техниканы күреп, фермер Алмас Илембәтов ошонда йәшәйҙер, тип уйлап туҡтаныҡ. Ҡыҙыу төҙөлөш бара: ауылға йәм булырлыҡ бынамын тигән ике ҡатлы йорт төҙөлә. Ысынлап та, ул эшҡыуар Алмастыҡы булып сыҡты. Һөйләшәбеҙ. Бер тынала үҙен борсоған проблемаларҙы түгеп һалып, күптәр уйлағанса, эшҡыуарҙың “аҡса тоҡсайы” ғына түгел, ә күп ҡаршылыҡ һыҙаты аша үтеүсе икәнлеген дә аңғартып ҡуйҙы.
— Күптәр, ошо йортто “һауанан килгән аҡсаға” һалдыра тип уйлап тәрән яңылыша, — ти ул. — Әсәлек капиталына төҙөйөм. Ана, хатта ҡатыным биҙрә менән цемент ташый, ҡәйнәм дә ярҙамлаша. Оло ҡыҙыбыҙ Ғәзизә һеңлеләре Зөбәржәт менән Ләйләне ҡустыһы Ильясты ҡарай. Ғаиләбеҙ менән бергәләшеп йорт һалабыҙ.
Өр-яңы техниканы Алмас Илембәтов кредитҡа алған. Ҡураһында 40-лап һыйыр малы аҫраған эшҡыуар ғаилә һөт фермаһын асырға йыйына. Әммә йырып сыҡҡыһыҙ ҡағыҙ эше бәкәлгә һуғыуын дауам итә. Тәжрибәле фермер әйтеүенсә, үҙ эшен асырға йыйыныусыларға аҙым һайын кәртәләр осрап ҡына тора. Субсидияларҙың һәр тиненә тиклем иҫәп тотоу, кредит йәки башҡа мәсьәләләр буйынса кәрәкмәгән документ талап ителеүе лә ауыл халҡына ҡаршы эшләнелгән кеүек тойола.
Иш янына ҡуш булһын тип, егәрле хужа ҡарабойҙай баҫыуы янына 100 башҡа яҡын умартаһын ултыртҡан. Һуңғы йылдарҙа йылҡыһы ла ишәйә төшкән, йәйен бейә бәйләп, ҡымыҙ етештерергә лә ваҡыт таба. Ҡатыны Рәзилә апай ҙа иренең уң ҡулы. Һыйырҙарын һауырға ла, бейәләрен ҡарарға ла ваҡыт таба. Һөттөң мул мәлендә бер ғаиләне эшкә алалар. Ире – көтөүсе, ҡатыны һауынсы булып эшләй. Ай һайын эш хаҡы түләнә, йәшәү өсөн айырым йорт бирелә. Әйткәнемсә, ауылда уларҙан эш һораусылар юҡ, шуға ярҙамсыларҙы күрше райондан алырға тура килә.


Автор: Кәримә УСМАНОВА Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә