Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылды йәшәтер көс
Ауылды йәшәтер көсАҡман-тоҡман бурандары тынып килгән мәл. Бындай көндө ауылда кемделер осратыуы ҡыйын. Бары тик урам осонда йәшәүсе фермер Раил Мәмбәтҡолов, ел-буранға бирешә торғандарҙан түгелмен әле, тигәндәй, тышта бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше менән мәж килә. Утыҙ баштан ашыу һыйырына бесән һалырға, унан һуң ағас бысыу цехына барырға кәрәк.

Йорт хужаһы сит кешеләр килеүгә артыҡ иҫе китмәй генә һарай башынан бесән ташлауын дауам итә. Эште еренә еткерергә күнеккәне һиҙелеп тора. Ул арала ике трактор, бер йөк машинаһы күҙгә салына, кәртә артында аттар кешнәй, һыйырҙар мөңрәй, һарыҡтар баҡыра... Мәмбәтҡоловтар йорто тирәләй ҡайнаған тормош аша ҡараштар ҡапыл ҡойма аръяғындағы ташландыҡ фермаға барып терәлә.
Икенсе Этҡол һөтсөлөк фермаһы районда иң ҙурҙарҙан һаналған. Йылҡысылыҡ менән сусҡасылыҡ та үҫешкән булған. Ике тиҫтә йыл элек кенә хужалыҡ гөрләп торған: һауынсылар иртә таңдан бергә эшкә йөрөгән, ә ер ҡарҙан әрселеүгә йәйләүҙәргә күсенгән. Тирә-яҡта иң тәмле ҡымыҙҙы ла этҡолдар етештергән. Бөгөн фермалар бөтөнләй буш...
– Үткәндәрҙе һағыныуҙан, бөгөнгөгә зарланыуҙан файҙа юҡ. Алға ынтылып йәшәргә кәрәк, – тине эшен тамамлап беҙгә табан килеүсе хужа, ҡайҙандыр уйыбыҙҙы һиҙеп.
Фермер был хәҡиҡәткә тиҫтә йыл самаһы элек төшөнгән. Туған колхозында ул 25 йыл энергетик булып эшләгән, ҡатыны Рәйлә Ишбулды ҡыҙы һыйыр һауған. Йылдар буйы хеҙмәт хаҡы ала алмай йөҙәгәс, уҙаман 2000 йылда урман эшенә тотонған.
– Өлкән улдарым Инсаф менән Илфатҡа Чечен Республикаһында хеҙмәт итергә, ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килде. Дәүләттән бирелгән аҡсаларына техника һатып алдыҡ та пенсионерҙарға утын ташый башланыҡ, – тип хәтерләй Раил ағай эшҡыуарлыҡҡа килгән сағын.
Бер йәйҙә 400-ҙән ашыу йортто утын менән тәьмин итергә кәрәк була. Эште башҡарып өлгөрөр өсөн Раил Һибәт улына бригада төҙөп, айҙар буйы диләнкәлә йәшәргә тура килә. Йылдан-йыл яғыулыҡҡа хаҡтарҙың күтәрелеүе, техниканың ҡаҡшауы арҡаһында был кәсеп үҙен аҡламай башлай. Шулай итеп, йүнсел хужа үҫемлекселеккә тотона.
– 2005 йылда бойҙай уңманы, һатырлыҡ та уңыш йыйманым. Бер булмаһа, бер булыр, тип киләһе йыл да сәскәйнем, ғәжәп уңды, хатта ташып өлгөртөүе ҡыйынға төштө. Шулай тәжрибә туплай торғас, агроном да, механизатор ҙа булып кителде, – ти фермер.
Раил Мәмбәтҡоловты улдары мул уңыштан килгән аҡсаға сит ил маркалы машина алырға өгөтләй. Өр-яңы “ҡорос ат”ҡа атланғыһы килһә лә, хужа, ете ҡат үлсәгәндән һуң, Пенза ҡалаһынан тирмән һатып алып ҡайта.
– Машина иҫкерә лә бөтә, ә тирмән халыҡҡа әллә күпме хеҙмәт итәсәк әле. Хәҙер беҙгә эргәләге ундан ашыу ауыл халҡы он тарттырырға йөрөй. Тирмәнсегә лә эш урыны булды, – ти фермер.
Ошо урында ауылдаштарының Раил Мәмбәтҡоловты “комфорт Раил” тип йөрөтөүе иҫкә төштө. Йор һүҙле ауыл халҡының һәр кемгә ҡушамат тағыуы билдәле бит инде. Раил Һибәт улына ла армиянан ҡайтыу менән “комфорт” һүҙе йәбешә. “Шунан, ауылдаш, нисек ҡайтып еттең?” – тип һораусыларға ул: “Поездың купе вагонында комфортно ғына ҡайттым”, – тип яуаплаған, ти. Шул һүҙҙәрҙән үк уның йәштән уңайлылыҡҡа, етеш тормошҡа ынтылыуын сырамытырға була. Хәҙер иһә ир-уҙаман ҡушаматын тулыһынса аҡлаған – ауылдаштарының тормошон бөтәйтеү, уңайлы итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарырға өлгөргән. Таҡта ярҙырыу, он тарттырыу кеүек йомош менән Икенсе Этҡол халҡына ауылдан алыҫҡа йөрөйһө түгел. Йүнсел хужа яҡындағы Саҡмағош быуаһын да барыһы өсөн файҙалы итеүгә өлгәшкән.
– Бер нисә йыл элек һаҙан, ҡырпа кеүек балыҡтарҙың меңәрләгән селбәрәһен ебәргәйнем. Балыҡтар эре, хәҙер уларҙы ябай ҡармаҡ менән тотоп булмай. Быуаның даны күрше өлкәләрҙәге балыҡсылар араһында ла тиҙ таралды – килеп, көндәр буйы ятып ҡайталар. Былтыр үҙем ике тонна балыҡ һаттым. Быйыл тағы ла селбәрә ебәрергә уйлайым, – ти фермер.
Ихаталағы мәшәҡәттәрҙең осона сыҡҡас, хужа таҡта бысыу цехына юлланды. Иртәгә Магнитогорск ҡалаһына оҙатыу өсөн бер нисә йөктө өлгөртөргә кәрәк икән.
– Беҙҙең ауыл ҙур, халҡы — 1 мең самаһы. Шулай ҙа эшкә алырға кеше табып булмай. Ошолай урам буйлап сығып китһәң, күпселек өйҙәрҙә йә оло инәй-олатайҙар ғына йәшәй, йә бөтөнләй бер кем дә тормай. Ирҙәрҙең типһә тимер өҙөрлөктәре ситтә гастарбайтер һымаҡ төрлө эшкә ялланып йөрөй, ҡалғандары эскегә һалышҡан һәм ҡыл да ҡыбырҙатырға теләмәй, – тип күңелендә уҡмашҡан уйҙар менән уртаҡлаша фермер.
Бөгөн уға ете ғаилә күҙ төбәп тора. Һәр ҡайһыһы балалар үҫтерә һәм уҡыта, шуға күрә ай һайын хеҙмәт хаҡын түләү, ир-атты эшһеҙ ултыртмау мөһим. Ағас эшкәртеү цехына ла эшҡыуар үҙ мәнфәғәтен түгел, ә ауылдаштарын ҡайғыртыуҙан барҙы.
– Таҡтаны бер фирма ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ауыл етештереүселәренә туранан-тура һатып алыусы менән бәйләнешкә инеүе ҡыйын. Бында ла коррупция киң ҡолас йәйгән – баҙар аралашсылар менән тулған. Шул арҡала килемдең яртыһынан ҡолаҡ ҡағырға тура килә. Эшселәргә, йөк машинаһы шоферына аҡса түләһәм, үҙемә был таҡталарҙан бер тин дә ҡалмаясаҡ, – тип бөгөнгө эшҡыуарлыҡтың бәкәленә һуҡҡан мәсьәләгә ҡағылмайынса булдыра алманы Раил Һибәт улы.
Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә тормош айырыуса ауырлашты. Белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ҡыҫҡартылыуын-ҡыҫҡартылды, әммә халыҡҡа артабан атларлыҡ бер юл да күрһәтелмәне, һәр кем үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Ошондай шарттарҙа шәхси ихатала күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеү, етештерелгән продукцияны отошло хаҡҡа һатыу мөмкинлеге тыуҙырылған хәлдә лә киләсәккә ышаныс барлыҡҡа килер ине. Ауылға яңы һулыш өҫтәп, малын ишәйтергә ынтылған йәш ғаиләләрҙең дә дәрте һүрелеп ҡуймағайы, тип борсола фермер. Мәҫәлән, әлеге миҙгелдә һөттөң литрын 8 һумдан йыйып алалар, ә эшкәртеү комбинаттарында 12 һумдан ҡабул итәләр, йәй хаҡтар тағы ла төшәсәк. Итте тапшырғанда ла халыҡ һәр килограмдан 20 һумға отола.
Раил Мәмбәтҡолов кеүек “бер нисә ауылдашымды булһа ла эшле итәйем” тип тырышҡан фермерҙар үҙҙәре лә яҡлауға, дәртләндереүгә мохтаж. Юғиһә, ситтән килгән инвесторҙарға өҫтөнлөк бирелгәндә, оло яуаплылыҡ тойоп эшләгән уңғандар икенсе планда ҡала килә. Бындай ҡараш айырыуса баҫыу эштәре мәлендә аяҡ сала: МТС техникаһы тәү сиратта ҙур хужалыҡтарға, унан һуң ғына фермерҙарға бирелә. Үҙ еренең хәстәрлекле хужаһы була белгән, яҡташтарының яҙмышын ҡайғыртҡан егәрлеләр иһә – колхоздарҙың тарҡалыуы, мәктәп һәм дауаханаларҙың ябылыуы кеүек тетрәнеүҙәр кисергән ауылды артабан йәшәтерҙәй төп көс ул.
– Ҡасандыр тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп, эшҡыуарлыҡҡа тотонғаныма үкенмәйем, сөнки тырышлыҡ яйлап булһа ла һөҙөмтә бирә: өлкән һәм кинйә улдарыма Өфө һәм Сибай ҡалаларынан фатир алдыҡ, былтыр уртансы улыма өйлөк бура бураныҡ. Тағы ла мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Алтмышҡа етеп киленһә лә, эшләргә дәрт бар әле, – тине Раил Һибәт улы һаубуллашыр саҡта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 11

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 13

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 19

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 46

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 45

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 47

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 52

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 47

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 66

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 51