Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Алыпһатарҙар өсөн эшләгебеҙ килмәй ҙә бит...”
“Алыпһатарҙар өсөн эшләгебеҙ килмәй ҙә бит...”Ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осорға — сәсеү эштәре башланыуға күп ҡалманы. Йәрмәкәй районының “Пионер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был миҙгелде яҡшы әҙерлек менән ҡаршы ала.

Ҡасандыр Башҡортостандағы данлыҡлы хужалыҡтарҙың береһенең — “Спартак” совхозының — бүлексәһе булған, 2005 йылдан алып үҙаллы көн иткән “Пионер” быйыл да үҙ ҡарамағындағы 2 663 гектар майҙанды биләгән иген баҫыуҙарында бойҙай, һоло, арпа, ҡарабойҙай, борсаҡ, кукуруз, көнбағыш сәсмәксе. Бынан тыш, 40 гектарҙа һуңғы йылдарҙа бында онотолобораҡ торған шәкәр сөгөлдөрө ултыртмаҡсылар.
— Орлоҡ етерлек, былтыр яңы техника — “Полесье” комбайны, Харьков заводында сығарылған трактор, һабан, сәскес һәм башҡа ер эшкәртеү ҡорамалдары һатып алдыҡ, — тип һөйләне йәмғиәт директоры Иван Иванов. — Был маҡсатҡа 9 миллион һум самаһы аҡса тотонолдо.
Юғарыла һанап үтелгән культураларҙан тыш, “Пионер”ҙа күп йыллыҡ люцерна, күстерә, эспарцет кеүек үләндәр ҙә үҫтерелә. Бында барлығы 600 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 200 баш һауын һыйыр аҫрала. Малсылыҡ тармағында ла яҡшы үҙгәрештәр бар.
— Һарайҙарға капиталь ремонт үткәрелде, Новосибирск ҡалаһынан аҙыҡ таратыу транспортеры, Ижевскиҙан һөт үткәргес һатып алдыҡ, был уңайлыҡтарҙы булдырыуға 4 миллион һум аҡса китте, — ти был турала директор.
“Пионер” йәмғиәтендә иген игеү, мал ҡарау кеүек ауыр ҙа, яуаплы ла эш менән 38 кеше шөғөлләнә.
— Хеҙмәт коллективы — төп байлығыбыҙ, — тип дауам итә Иван Прокофьевич. — Иң уңған механизаторҙарыбыҙ — хужалыҡта тиҫтәләрсә йылдар эшләүсе Алексей Кузьмин менән Флүр Ғабдрахманов. Шуға ла яңы техниканы уларға тапшырҙыҡ — Алексей Гавриловичҡа “Полесье” комбайны, ә Флүр Мөғин улына ХТЗ тракторы бирелде. Йәшерәктәрҙән водитель Данил Мартыновтың, механизатор Анатолий Гришиндың, һауынсыларҙан апалы-һеңлеле Валентина Никитина менән Светлана Камалованың тырышлығын билдәләү урынлы булыр.
Йәй уртаһында иллеһен тултырасаҡ, районда иң тәжрибәле етәкселәрҙең береһе булараҡ танылған Иван Иванов үҙе ғүмере буйы ауыл хужалығы тармағында эшләй. Спартак ауылында тыуып үҫкән, Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Бишбүләк районындағы “Новомихайловский” совхозында һөтсөлөк фермаһы бригадиры булып башлаған, бер ни тиклем ваҡыттан һуң уға зоотехник вазифаһы ла йөкмәтелгән. Артабан шул уҡ райондағы “Россия” совхозына баш зоотехник итеп күсерелгән. Шул осорҙа, тыуған төйәгенән вәкилдәр килеп, ауылына ҡайтыуын үтенгән. Иван Прокофьевич яҡташтарының һүҙен кире ҡаҡмаған — ҡайтып, 19 йыл дауамында “Спартак”та эштәр менән идара итеүсе вазифаһын башҡарған. “Пионер”ҙы ойошторолған мәленән алып етәкләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемдәре бирелгән.
Ер яҙмышына, яҡташтарының бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған хәстәрлекле етәксене тәрән уйға һалған мәсьәләләр ҙә бар.
— Ит, һөт етештереү еңел түгел, күп көс, сығым талап итә, — ти ул. — Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, итте беҙ алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарға, йәғни аралашсыларға арзан ғына хаҡҡа һатырға мәжбүрбеҙ. Октябрьский ҡалаһындағы “Алтын мөгөҙ” комбинатына мөрәжәғәт итеүебеҙҙән фәтүә булманы — уларға ит кәрәкмәне. Һөттө, шөкөр, Бәләбәй заводы ала.
Хәйер, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренең күпселеген борсоуға һалған был мәсьәлә хаҡында хәҙер төрлө кимәлдәге кәңәшмәләрҙә фекер алышалар. Тимәк, уның крәҫтиән файҙаһына хәл ителеүенә өмөт бар.


Автор: Хөриә АБЫҘГИЛДИНА. Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә