Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иғәнә ҡояшы ҡыҙҙырһа, йүнселдәр "күләгә"гә ҡаса...
"Яҡшыраҡ булһын, тигәйнек, тағы насар килеп сыҡты". Шулай тип тел шартлатырға ҡала беҙҙең пенсия реформаһы тирәләй барған үҙгәрештәргә, тәжрибәләргә ҡарап. Ана бит, үҙ эшен асып, баҙар шарттарында көсөн һынап ҡараған, эшҡыуарлыҡ "әлиф"ен үҙләштерә генә башлағандарҙың башына һеңгәҙәтә һуҡты Пенсия фондына иғәнәнең артыуы. Шулай булмай ни, былтыр ғына уның күләме 17 мең тирәһе булһа, быйыл шәхси эшҡыуар 35 меңен сығарып һалырға тейеш.

Шауҡымы оҙаҡ көттөрмәне — ике ай эсендә барлыҡ Рәсәй буйынса 208 мең (әле 300 мең) шәхси эшҡыуар эшен туҡтатыу тураһында белдереп, ғариза яҙҙы. Әлбиттә, улар араһында төрлөһө бар. Кемдер, бизнес өлкәһен бик тиҙ генә яулап алырмын да, байып-сереп, рәхәтләнеп йәшәрмен, тип уйлағандыр. Тик, эше бешмәгәс, "кикереге" төшөп, сәме ҡайтҡандыр. Ҡайһы бер урта бизнес өлкәһендә эшләгәндәрҙең дә һалым түләүҙе еңелләштереү өсөн шәхси эшҡыуар булып йөрөүе ихтимал. Уларға ла хәҙерге система ҡулай түгел. Ләкин ғариза яҙыусыларҙың күпселеген ысын мәғәнәһендә яҡты ниәттәр менән бәләкәй бизнес һуҡмағынан атлаусылар, атларға йыйыныусылар тәшкил итә. Был турала "Комсомольская правда" гәзитенә биргән интервьюһында "Рәсәй терәге" Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Бречалов та белдерә: "Кемдең микробизнесы бар, шулар күберәк эшен туҡтатты. Эйе, килемдәре лә аҙ булғандыр. Күҙ алдына килтерегеҙ, әйләнештә 100 мең һумы йөрөгән кеше кисә 17 мең страховка иғәнәһе түләһә, бөгөн — 35 мең. Был — һиҙелерлек айырма!"
Ысынлап та, әйләнештәге килем килтерәсәк 100 мең һумды айға һалһаң, ни бары 8-әр мең килеп сыға. Был, әлбиттә, бизнес өсөн бик аҙ. Ләкин бит эшҡыуарлыҡҡа ла майҙандың киңерәге кәрәк. Әйтәйек, бәләкәйерәк ауылда магазин тотоу менән ҡалала йәки район үҙәгендә һатыу, алыш-биреш итеү бер түгел. Тағы миҫал килтерәйек. Кеше, намыҫлы кеше тип өҫтәйек, барлыҡ закон буйынса һалымын түләргә, Пенсия фондына аҡса күсерергә була үҙ эшен рәсми теркәй. Әйтәйек, бөҙрәхана, ти. Хөкүмәткә түләгәндән тыш, бүлмә өсөн ҡуртым хаҡын да айын-айға ҡайтара бара. Бына шунан уйлап ҡарайыҡ инде, эшләгәне үҙенә етәме лә, бизнесын алып барырға ҡаламы? Шуға ла ул, ауыҙы бешкәс, аҙ ғына аҡса еҫен тойғас, тәүбәһен әйтеп шәхси эшҡыуарлыҡ танытмаһынан баш тарта. Күңелендә "Хөкүмәткә эшләп кем байыған?" тигән уй тыуа. Тора-бара барыһын ситкә быраҡтыра ла ошо уҡ шөғөлөн өйөндә эшләй башлай. Ҡыҫҡаса әйткәндә, "күләгә"гә китеп, һалым, страховка иғәнәһе түләмәй, отчет-маҙар тапшырмай, үҙенә эшләй. Ә бит алда телгә алған 208 мең (300 мең) кеше үҙ эшен рәсми асҡан, төрлө һалым түләргә риза булған. Тимәк, уйламайынса ҡабул ителгән ҡарарҙар ғына барлыҡ изге ниәттәренән баш тарттырған.
Бөгөн илдә уртаса 3 миллионға яҡын эшҡыуар иҫәпләнә. Һалым хеҙмәте менән Росстат биргән мәғлүмәттәр 2,5 – 4,5 миллион тирәһендә тирбәлә һәм бер-береһенән ныҡ айырыла. Уртаса 3 миллион тип иҫәпләһәң дә, ике ай эсендә 208 мең ғариза бирелеүе бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһе булған шәхси эшҡыуарлыҡҡа хәүеф менән янай. Был ағымды туҡтатыу өсөн илдең бизнес өлкәһен ҡайғыртыусылар, атап әйткәндә, "Рәсәй терәге" ойошмаһы ҡултамғалар йыя башланы. Борсолмаҫлыҡ та түгел шул. Әгәр быйыл страховка иғәнәһен 35 мең һумдан кире 17-гә төшөрә алмаһалар, 2014 йылдан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа тағы страховка иғәнәһе артырға тора. Тимәк, ул йә 17 мең кимәленә өҫтәләсәк, йә 35 меңгә. Был тәңгәлдә хәүефләнеп, эшҡыуарҙар Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итте.
— Иҡтисади үҫеш министрлығы, Хөкүмәттең башҡа иҡтисади блогы һәм һеҙ килтергән мәғлүмәттәрҙе ҡарап сығып, һуңынан бергәләшеп кәңәшләшербеҙ, — тине Президент Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашҡанда.
Хәҙер төрлө яҡлап документтар туплау, ҡултамғалар йыйыу бара. Һәр ҡайһыһы үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатларға тырышасаҡ. Иң яҡшы хөкөм сығарыусы — ваҡыт, ти халыҡ. Ләкин был осраҡта уның һуҙылыуы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ файҙаһына түгел...

Ғарифулла ЯПАРОВ, ауыл хужалығы фәндәре докторы:
— Пенсия фондына страховка түләүҙәренең икеләтә артыуы бәләкәй эшҡыуарлыҡты һуңғы сиккә килтереп терәне. Рәсәй буйынса ике ай эсендә 208 меңдән ашыу шәхси эшҡыуар ғариза яҙһа, бөгөн уларҙың һаны 300 меңдән ашып китте. Кире күренеш әле өс этапта бара: эшҡыуарлыҡтан киткәндәр, китергә ғариза яҙғандар һәм йыйынғандар. Яҡын арала был мәсьәләне хәл итмәһәләр, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа төҙәтелмәҫлек зыян киләсәк, киткәндәрҙең кире ҡайтыуы икеле...
Р. БИКМӘТОВ, фермер:
— Ҡапылда ғына Пенсия фондына хаҡтарҙың артыуы күп фермерҙарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Бигерәк тә үҙ эшен яңы асҡандарға, әле аяғына баҫа ла башламағандарға ҡыйын. 2002–2006 йылдарҙа беҙ 1800 һум түләнек, һуңынан 3800-гә әйләнде, аҙаҡ, яңылышмаһам, 7 мең тирәһе ине. Былтыр 17 меңгә барып еткәнгә аптырағайныҡ, быйыл — 35 меңдән ашыу... Ҡайҙа киткән эштер ул?!


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә