Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Көрсөккә ҡаршы кем көрәшер?
Көрсөккә ҡаршы кем көрәшер?Ил башлығы Владимир Путин бер нисә йыл дауамында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры вазифаһын башҡарған яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаны Үҙәк банк рәйесе вазифаһына тәҡдим итте. Хәҙер кандидатураны Дәүләт Думаһы депутаттары раҫларға тейеш. Шулай ҙа белгестәр мәртәбәле лә, яуаплы ла вазифаға тап Эльвира Сәхипзада ҡыҙының тәғәйенләнәсәгенә шикләнмәй.

"Ун өсөнсө рәйес" итмәкселәр

Рәсәйҙең Үҙәк банк рәйесе иңенә һалынған бурыстар ябайҙан түгел. Банк бөтөн ил иҡтисадын һәм халыҡ-ара финанс мөнәсәбәттәрен көйләүсе үтә лә әһәмиәтле орган булып һанала. Илдең именлеге, ғөмүмән, уның эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле. Ни өсөн Президент шундай уҡ танылған дәүләт эшмәкәрҙәре Алексей Кудрин, Алексей Улюкаев, банкирҙар Михаил Задорнов, Андрей Костин кеүектәр дәғүә иткән ошо яуаплы вазифаға тап Башҡортостанда тыуып үҫкән гүзәл зат вәкилен тәғәйенләргә ҡарар иткән һуң?
Әйткәндәй, Владимир Путиндың был ҡарары сәйәсмәндәр араһында артыҡ һорау тыуҙырманы – был үҙе үк Эльвира Нәбиуллинаның иҡтисад өлкәһендә абруйлы булыуына ишара. Ни тиһәң дә, оҙаҡ ваҡыт министр вазифаһын башҡарҙы, әле – ил Президентының иҡтисади мәсьәләләр буйынса төп ярҙамсыһы. Шуға ла белгестәр уның Үҙәк банк етәкселегенә иң яҡшы кандидаттарҙың береһе булыуын йәшермәй. Әгәр Дәүләт Думаһы раҫлаһа, Эльвира Нәбиуллина донъяла ошондай вазифа башҡарыусы 13-сө ҡатын буласаҡ.
Әммә уға еңел булмаясағы көн кеүек асыҡ: тап ул рәйеслеккә һайланған мәлдә ил иҡтисады үҫеше күҙгә күренеп тиерлек яйлай, Европалағы көрсөк шауҡымы ла үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Шул уҡ мәлдә ил етәкселеге иңендәге социаль яуаплылыҡ артҡандан-арта. Ошо мәлдә иҡтисад үҫешен тиҙләтеү бурысы тәүмаҡсатҡа әүереләсәк, әлбиттә. Был бурыс хәҙер шул иҫәптән Эльвира Сәхипзада ҡыҙының иңенә ятырға тейеш тә инде.
Үҙәк банктың әлеге рәйесе Сергей Игнатьевтың вәкәләттәре йәй тамамланасаҡ. Әммә ул бөтөнләй был эштән ситләшмәй, ә банкта рәйестең кәңәшсеһе буласаҡ. Әйткәндәй, Путин Игнатьевтың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, "ул эшләгән дәүерҙә Рәсәйҙең финанс системаһы үҙгәрҙе һәм нығытылды" тип билдәләне. Президентың фекеренсә, ил ҡатмарлы көрсөктәрҙе аҙ юғалтыу менән үтә алған икән, бында Үҙәк банк рәйесенең дә өлөшө ҙур.

Токионы маҡта ла Өфөлә йәшә


Ер шарының ниндәй ҡалаһында йәшәү арзан һәм ҡайһыһында үтә лә ҡиммәт? Беҙҙә был йәһәттән нисек? Белгестәр күптән түгел ошо һорауға яуап эҙләргә ҡарар иткән.
"Economist Intelligence Unit" агентлығының тикшеренеүҙәренә ярашлы, донъяла йәшәү өсөн иң ҡиммәт ҡала Токио икән. Әйткәндәй, һуңғы 20 йылда был йәһәттән уның менән ни бары Цюрих, Париж һәм Осло "ярыша" алған.
Был тикшеренеү 160-тан ашыу төр тауарға һәм хеҙмәткә хаҡты баһалау аша яһала. АҠШ-тың иң ҙур ҡалаһы Нью-Йорк иһә исемлектә ни бары 27-се урында килә. Япониялағы хаҡтар был ҡаланыҡынан яҡынса 1,5 тапҡырға юғары булып сыҡҡан. Ә бына Швейцарияла йәшәү хәҙер әллә ни ҡиммәткә төшмәй: Цюрих – беренсе урындан етенсегә, Женева өсөнсөнән унынсыға ҡәҙәр төшкән. Белгестәр быны Швейцария франкының ҡапыл "көсһөҙләнеүе" менән бәйләй. Шул уҡ мәлдә Австралияла тормош ҡиммәтләнә: әгәр ун йыл элек донъяның йәшәү өсөн иң ҡиммәт ҡалалары араһында был илдән бер вәкил дә булмаһа, иҡтисад үҫеше һәм урындағы валютаның тотороҡһоҙлоғо Сидней менән Мельбурнды тәүге бишәү рәтенә индергән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ла ошоға оҡшаш тикшеренеү үткәргән. Социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә һәм хеҙмәткә хаҡтар баһаланған. Баҡһаң, йыл башында аҙыҡ-түлек кәрзине 0,7 процентҡа арзанайған һәм 2909 һум тәшкил иткән. Минтайға, көнбағыш майына һәм аҡ майға, шәкәр ҡомона, сусҡа һәм тауыҡ итенә, сырға хаҡ төшкән, ә йәшелсә-емеш, икмәк һәм йомортҡа ҡиммәтләнгән. Дарыуҙарға талап ителгән сығым күләме айына яҡынса 1650 һум тәшкил иткән.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр иһә уртаса 0,7 процентҡа ҡиммәтләнгән (3900 һум). Шәхси автомобиль дә хәҙер 0,9 процентҡа күберәк аҡса талап итә. Уның буйынса уртаса күрһәткес 4052 һумға еткән. Төп сәбәбе билдәле – бензинға хаҡ арта.
Шулай итеп, халыҡтың сығымдар индексы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпкә алғанда, ил буйынса уртаса 12511 һум тәшкил иткән. Был тикшеренеүҙә ҡатнашҡан ҡалалар араһында иң күп аҡса талап иткәне тип Хабаровск (16 мең 381 һум) табылған. Екатеринбург икенсе урында: бындағы халыҡ йәшәү өсөн айына яҡынса 13 мең 457 һум сарыф итә. Өсөнсө урында Красноярск (13352 һум), ә иң арзаны (!) баш ҡалабыҙ Өфө булып сыҡҡан. Баш ҡалабыҙҙа йәшәүгә айына ни бары 11414 һум тотонола икән. Исемлек аҙағында шулай уҡ – Омск (11890 һум) һәм Воронеж (11668 һум) ҡалалары.


Автор: Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә