Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яҙ яҡынлашыуын иң тәүҙә улар тоя
Яҙ яҡынлашыуын иң тәүҙә улар тоя“Туҡ... Туҡ... Сың... Сың...” Тимер тауышы. Ҡыштың һуңғы һалҡыны уларҙы әллә ҡайҙарға алып барып, аңлағандарға көмөш телле гармун сыңы итеп еткерә. Ауыл өҫтөнә ул тарала икән, тимәк, йәшәү һулышы ла өрә, яҙҙы яҡынлаштырып, крәҫтиәнде баҫыуға саҡыра төҫлө.
Был йәһәттән күп ерҙәрҙә һиллек хәҙер. Тимерлек, техника парктарын күҙ уңында тотам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл хужалығына булған ҡараш байтағының ишек-ҡапҡаларын ябырға мәжбүр итте. Ә бында эш ҡайнай. Гараж бинаһының эсенә үтәбеҙ. Теләһәң ни ҡыл — беҙгә иғтибар итеүсе тойолмай. Сеү, “операция” бара икән: өс механизатор ҡеүәтле тракторҙың йөрәген — двигателдең “күкрәген” — ярған...

Ошолай таныша башланыҡ элекке замандар менән сағыштырғанда бәләкәйерәк, хәҙергеһе өсөн инде ярайһы уҡ ҙур “Сәйет” хужалығы менән. Үҙенә күрә бик йәш әле ул. “Юрматы” совхозы икегә бүленгәс, былтыр ғына үҙаллы эш башлағандар. Тәүге йылды ойоштороу мәшәҡәттәре менән мәшғүл булһалар, быйыл Яҙ яҡынлашыуын иң тәүҙә улар тояныҡлап тотонмаҡсылар.
— Былтыр ҙа һынатманы беҙҙең егеттәр, — ти хужалыҡ етәксеһенең урынбаҫары Валентин Григорьев. — Бар баҫыуҙар ҙа сәселде, малдар көтөүлеккә сыҡты. Тик йылдың ҡоро килеүе генә бер аҙ бәкәлгә һуҡты...
“Юрматы”нан сәйеттәрҙең өлөшөнә мең ярым һөрөнтө ер тейгән. Башлыса игенселек менән шөғөлләнәләр, мал аҙығы культуралары етерлек. Әйткәндәй, ошо майҙандың 585 гектарына көҙҙән үк арыш сәсеп ҡалдырылған. Техника яғына килгәндә, әлегә сыҙарлыҡ. Бер ауылдан ғына торған хужалыҡҡа өс “К-700”, ике “Т-4”, “МТЗ” һәм башҡа тракторҙар етерлек тип һанайҙар.
— Бына, егеттәр тырыша бит, — тип ҡаршыланы тәүҙә беҙҙе күрмәйенсәрәк торған инженер-механик Ришат Әхмәров. — Яҙғы сәсеүгә әҙерлек ныҡлы бара. Сәскестәр алдан уҡ йыуылып, майлап ҡуйылғайны, тағылма инвентарҙың башҡаһын да үҙ ваҡытында баҫыуҙарға сығырлыҡ итербеҙ тим...
Әлим Фәттәхов, Юрий Краснов, Владимир Филиппов, Зиннур Вәлитов, Борис Григорьев һымаҡ тырыш механизаторҙар булғанда “тимер ат”тарҙың “Сәйет” баҫыуҙарын ваҡытында иңләп сығырына шик юҡ.
Хужалыҡтың малсылыҡ тармағында ла эштәр яйға һалынған. Малдың ҡайһылай ҡыш сығыры аҙыҡтың күпме әҙерләп ҡуйылыуына бәйле. Ләкин был ғына аҙ, уны бит ваҡытында таратырға, тейешенсә бирергә лә кәрәк.
— Беҙҙә үҙ һөнәрен яратҡандар ғына эшләй, — ти ферма мөдире Розалия Ғәйетҡолова. — Малсылыҡта башҡаса мөмкин түгел. Таң да атып етмәй, бында эш башлана. Ҡараңғы төшкәс кенә ҡулыбыҙ бушай...
Фермаларҙа бөтәһе 205 баш мал аҫрала, шуның 116-һы — һауын һыйыры. Малсылар Азат менән Рәшит Ғәйетҡоловтар, һауынсылар Мәүсилә Ғафарова, Зарема Ғәйетҡоловалар үҙ эшенә намыҫ менән ҡарай.
Әлбиттә, уңғандарҙың исемлеген һуҙғы ла һуҙғы, эштәрен күрһәтке килә. Беҙҙә бик күп бит улар. Һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ. Ләкин уның өсөн гәзит бите генә етмәҫ ине. Ошондай ауыл эшсәндәре булғанға ла бөгөн өҫтәлдәребеҙ ризыҡтан һығыла.


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә