Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алырыңдан алда түләреңде уйла
Арзан кредитты ниндәй банктан юлларға?

Ҡапыл аҡса кәрәгеп китә – кем менән булмай торған хәл инде. Артыҡ күп тә, аҙ ҙа түгел – 200 мең һум самаһы, ти, мәҫәлән. Бындай мәлдә хәҙер күптәр иң тәүҙә, ҡулланыусылар кредитын юллап (уны алыу оҙаҡ ваҡыт талап итмәй) банктарға мөрәжәғәт итеү яйын ҡарай. Беҙ ҙә баш ҡаланың кредит ойошмаларындағы тәҡдимдәрҙе барлап сығырға булдыҡ.

Милли банк мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа йөҙгә яҡын кредит ойошмаһы эшләй – һәр береһенең тупһаһын тапай башлаһаң, аяғың ҡалмаҫ. Бындай саҡта кешеләр иң тәүҙә яҡындарының, дуҫ-ишенең кәңәшенә ҡолаҡ һалыусан. Йәнәһе, кем ниндәйен тәҡдим итер икән. Беҙ ҙә ошо юлды һайланыҡ.
Иң тәүҙә Рәсәй Һаҡлыҡ банкының бүлексәһенә юлландыҡ. Ни тиһәң дә, илебеҙҙә генә түгел, Көнсығыш Европала ла иң ҙур кредит ойошмаларының береһе тип һанала. Бүлексәләре һәр район һәм ҡалала бар. Әммә был банктың шарттары ҡәнәғәтләндереп бөтмәне: процент ставкаһы артҡан, баҡһаң. 200 мең һумды биш йылға бынан алты ай элек йылына 18 процентлыҡ өҫтәмә менән тәҡдим итһәләр, хәҙер 21,5 – 25,5 процент тураһында һүҙ бара. Кредит алыуҙа тәжрибәбеҙ булмағанлыҡтан, банк хеҙмәткәре беҙгә иҫәпте 25,5 процент менән яһаны: биш йыл дауамында ай һайын кеҫәңдән 6 мең һум сығарып торорға тура киләсәк, ә арттырып түләүҙең дөйөм күләме 155 мең һумға етә. Шуныһы һәйбәт: бында ике көн эсендә ғаризаңды ҡарап, яуап та бирәләр.
“УралСиб” банкы ла әллә ни ҡыуандырманы: 200 мең һумды йылына 24,5 процент менән тәҡдим иттеләр. Эш хаҡын ошо банк аша алғандарға еңелерәк – уларҙың ставкаһы дүрт процентҡа түбәнерәк. Тәүге осраҡта айлыҡ түләү 5800 һум тәшкил итә, биш йыл дауамында яҡынса 148 мең һумға арттырып түләтәсәктәр. Шулай уҡ мотлаҡ страховкалау шарты бар: кредит аҡсаһынан 21500 һумды тотоп ҡаласаҡтар. Ә страховканан баш тартһаң, арттырып түләүең шунда уҡ өс процентҡа үҫеп китә, йәғни 27,5 процентҡа етә.
Быларҙы ишеткәс, һүҙ ҙә юҡ, күңелебеҙ тағы бер аҙ төштө, әлбиттә. Шул саҡта бер танышыбыҙ башҡа кредит ойошмаларына ла мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәңәш итте. “Башкомснаббанк” тураһында ишетеп кенә белһәк тә, шунда юл тоттоҡ. Бында кредитты 23 процент менән тәҡдим иттеләр, айлыҡ түләү тәүҙә 8 мең һумға яҡынлашһа, аҙаҡ 3700 һумғаса төшә тип ышандырҙылар. Арттырып түләү күләме иһә 126 мең һум самаһы буласаҡ. Ә бына “Юникредит”та беҙгә кәрәкле күләмдә кредитты юллау өсөн айлыҡ эш хаҡы кәмендә 25 мең һум булырға тейеш. Тәҡдимдәре шулай ҙа әллә ни өмөтләндермәне: кредитты 23,5 процент менән алғанда, айлыҡ түләү 5690 һум буласаҡ, арттырып ҡайтарыу күләме иһә биш йыл дауамында 140 мең һумға яҡынлаша. “Райффайзенбанк”та ла тәҡдимдәр шул кимәлдә: кредиттың ставкаһы 20,5 – 23,5 процент тирәһе, айына 5580 һум түләгәндә банкты биш йылда 134 800 һумға байытаһың.
Ишеген шаҡыған киләһе кредит ойошмаһы “Номос-банк” булып сыҡты. Ул ҡулланыусылар кредитын 16,9 процентҡа ла тәҡдим итә, әммә ставканың юғарыраҡ булыуы бар: бөтәһе лә үҙәк офистың ниндәй ҡарарға килеүенә бәйле. Мәҫәлән, 18,5 процент менән бирһәләр, айына яҡынса 5120 һум түләргә һәм бурысыңды 107 мең һум самаһына арттырып ҡайтарырға тура киләсәк.
Ә бына ошоғаса исеме әллә ни ишетелмәгән “Форштадт” банкында (Ырымбурҙа теркәлгән кредит ойошмалары араһында иң ҙурҙарҙан булһа ла) эскә йылы йүгерҙе. Баҡтиһәң, улар кредитты 14,8 (ставканың иң юғарыһы!) процент менән бирә, ләкин был “ҡалъя” бюджет ойошмаһында эшләгәндәргә генә ҡағыла. Беҙгә иһә 16,8 (быныһы ла ставканың “түбәһе” булып сыҡты) процентҡа тәҡдим иттеләр. “Бер ниндәй комиссия тотолмай”, – тип ғорур хәбәр итте хеҙмәтләндереүсе егет. Биш йылда банкка кредитты 100 мең тирәһенә арттырып ҡайтараһың, ай һайын 4949 һум түләп барырға кәрәк. Шулай уҡ кредитты юллар өсөн 14 мең һум тирәһе эш хаҡы алған ышаныслы кешеңдең (поручитель) булыуы мөһим, ғаризаңды аҙна дауамында ентекләп тикшергәс кенә яуап ҡайтаралар.
“Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта”, – тиҙәр бит, беҙ ҙә алдан шатланған булып сыҡтыҡ – банк Өфө халҡы менән генә эш итә икән. Паспортта теркәлеү урыны тип баш ҡаланан 350 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауыл күрһәтелгәнгә, ғаризабыҙҙы ҡабул итеп тә торманылар.
Юл ыңғайы тип “Россельхозбанк”ка ла инеп сығырға булдыҡ. Баҡһаң, уларҙың да тәҡдиме әллә ни насарҙан түгел: поручителең булғанда кредитты 19 процент менән алырға була. Әммә әлеге лә баяғы страховка өсөн кеҫәңдән өҫтәп 16500 һум сығарып һалырға кәрәк. Унан баш тартып та була-булыуын, был хәлдә бөтә яуаплылыҡ һинең һәм поручителеңдең иңенә төшә, кредиттың ставкаһы ла 1,75 процентҡа артып китә, йәғни 20,75% буласаҡ. Дөйөм алғанда 200 мең һумлыҡ бурысты биш йылда яҡынса 105 мең һумға арттырып түләргә тура килә. Айлыҡ түләү тәүҙә 6800 һум самаһы булһа, һуңынан 3400-гә ҡәҙәр төшәсәк.
Шуныһын да билдәләү кәрәктер: бөтөн банктар ҙа кредит юллаусынан паспорт, эш урынынан 2НДФЛ формаһындағы белешмә, хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһен талап итә. Ҡайһы берәүҙәре генә, мәҫәлән, “Форштадт” банкы, тағы ла өҫтәп документтар һорай.

Әйткәндәй
Сит илдә ҡулланыусылар кредитын нисә процент менән алырға була һуң? Баҡһаң, улар Рәсәйҙәгенән өс-дүрт тапҡырға арзаныраҡ. Мәҫәлән, Бельгияла бер йыллыҡ кредитты – 7,6, ә биш йылға тиклемгеһен 7,7 процентҡа бирәләр икән. Тағы ла оҙаҡҡараҡ алһаң, бурысыңды йылына ни бары 5,5 процентҡа арттырып түләйһең.
Германияла ла шулайыраҡ: бер йылға тиклемге кредитҡа 8,7 процент өҫтәмә билдәләнә. Ә оҙағыраҡҡа алһаң, йылына 5,4 – 5,9 процентҡа арттырып ҡайтарырға тура киләсәк. Ҡасандыр ҡулланыусыларға үтә лә арзан кредит тәҡдим иткән (4,3 – 5,2%) Италияла иһә ставка артҡан – хәҙер 10 – 11 процент тәшкил итә. Испанияла ла шул сама. Ә бына иң арзан кредит Финляндияла теркәлгән – был илдең халҡы банктарҙан бурысҡа аҡсаны уртаса 4,8 процентҡа ала. Франция, Австрия, Люксембургта иһә ставка 5 – 7 процент тирәһендә тирбәлә. Словакия менән Португалияла ҡиммәт, баҡһаң: беҙҙәгенән саҡ ҡына ҡалыша.
Әммә, белгестәр аңлатыуынса, беҙҙәге кредит ставкаларын башҡа илдәрҙеке менән сағыштырыу дөрөҫ түгел. Банктар билдәләгән проценттар, нигеҙҙә, инфляцияға бәйле. Европала ул, Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда, байтаҡҡа түбән бит. Тимәк, банктарҙың һаман “туймауына” ғәжәпләнәһе түгел: уларҙың килеменең бер өлөшөн тап инфляция һиҙҙермәй генә “ашап” тора ла инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703