Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәрәптәр беҙгә өлгө күрһәтә
Ғәрәптәр беҙгә өлгө күрһәтәЙүнселдәрҙе борсоған мәсьәләләр бихисап

Бөгөн башҡорт эшҡыуарлығының хәле нисек? Йүнселде ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр борсой, нимәләр уйландыра? Үҙенең иртәгәһен ул нисек күҙаллай, ошо тармаҡтағы үҙгәрештәргә ризамы? Башҡа илдәрҙә, төбәктәрҙә был йәһәттән хәлдәр нисегерәк? Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнер өсөн бөгөн дәүләт уңайлы шарттар тыуҙырғанмы? Әлбиттә, бындай һорауҙарға үҙе ошо өлкәлә "йөҙгән", ундағы хәлдәр менән күҙгә-күҙ таныш кеше генә яуап бирә алалыр. Компьютер бизнесында ике тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләгән эшҡыуар, "Банкос" компанияһының генераль директоры Рәүеф ӘЛМӨХӘМӘТОВ — шундайҙар иҫәбенән. Шуға ла беҙ һорауҙарыбыҙға яуап эҙләп тап уға мөрәжәғәт иттек.

Сит илдә бөтөн мөмкинлек булдырылған

– Рәүеф Вахит улы, һеҙҙең күптән түгел Францияла эш сәфәрендә булып ҡайтыуығыҙ тураһында ишеткәйнек. Һүҙҙе шунан башлайыҡ...
– Ысынлап та, яңыраҡ сит илдә булып ҡайтырға тура килде. Сара был илдең Нормандия өлкәһендәге Довиль ҡалаһында үтте. Төп маҡсатыбыҙ компьютер бизнесы буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, белемебеҙҙе киңәйтеп, эш һөҙөмтәләрен йомғаҡлау ине. Унда Мәскәүҙең "Треолан" дистрибьютер компанияһы саҡырҙы, осрашыу мәҙәни йәһәттән дә әһәмиәтле булды. Ҡала буйлап экскурсиялар ойошторҙолар, Нормандия халҡының тарихы, бөгөнгө йәшәйеше менән таныштырҙылар. Хатта билдәле рәссам Клод Моненың йортонда ла булырға тура килде. Шулай уҡ Руан, Онфлер ҡалаларына сәфәр ҡылдыҡ. Тәүгеһен беҙ тарихтан Жанна д’ Арк һуңғы көндәрен кисергән ҡала тип белһәк, Онфлер иһә үҙенә импрессионизм, авангардизм стилендә ижад итеүселәрҙе күпләп һыйындырған ҡала булараҡ билдәле. Мәҫәлән, танылған рәссамыбыҙ Рәсих Әхмәтвәлиев тә бында бер нисә йыл йәшәгән һәм ижад иткән.
Әлбиттә, бындай осрашыуҙар йыл да тиерлек булып тора. Мәҫәлән, быға тиклем ике тиҫтәгә яҡын илдә ошондай сараларҙа ҡатнашырға тура килде.
– Һеҙ байтаҡ тәжрибә туплаған кеше булараҡ, сит ил халҡы менән дә күп аралашаһығыҙҙыр. Әйтегеҙ әле, тормоштары беҙҙекенән ни тиклем айырыла? Күҙгә үтә лә ныҡ ташланған күренештәр бармы?
– Һүҙ ҙә юҡ, ысынлап та, айырма ҙур. Бигерәк тә кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте, ихтирамлы, ярҙамсыл, асыҡ күңелле булыуы мине һәр ваҡыт һоҡландыра. Йәмәғәт урындарында тупаҫ, асыу тулы мөнәсәбәткә юлығырмын тимә. Халыҡтың йәшәү кимәле лә юғары. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡтың тормоштоң һәр өлкәһенә тиерлек үтеп ингәнлеге күҙгә ташлана. Мәҫәлән, Франция менән Германияның милли килеменең 70 – 80 проценты тап эшҡыуарлыҡтан туплана. Әлбиттә, "Airbus ", " Krupp" кеүек ҙур предприятиелар ҙа бар, әммә улар янында меңәрләгән кеселәре эшләй. Аутсорсинг тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Мәҫәлән, самолет етештереү предприятиеһы тик үҙенең төп эше менән шөғөлләнә. Ә бүтән эштәр килешеү буйынса төрлө бәләкәй ойошмалар иңенә йөкмәтелгән. Бының отошло яҡтары бихисап: улар етеҙерәк, тиҙ яраҡлаша, сығымдары ла байтаҡҡа аҙ. Кәрәк саҡта ун кешене йәлеп итәләр, кәрәккәндә өсәү-дүртәүгә ҡалдыралар. Рәсәй предприятиелары иһә бөтөнөһөн дә, ҡулынан киләме-килмәйме, тик үҙе башҡарыуҙы хуп күрә.
– Тағы ла ниндәй айырымлыҡтарҙы билдәләр инегеҙ?
– Шулай уҡ төрлө дәүләт тарафынан тикшереүҙәрҙең аҙ булыуы эшҡыуарҙарға еңеллек килтерә. Һалымыңды үҙ ваҡытында түләп торһаң, эшмәкәрлек өсөн бөтөн юлдар асыҡ. Ә бурысыңдан тайпылыу оло енәйәткә тиң.

Ун эшҡыуарҙың туғыҙы бөлә

– Ә бына ошо юғарыла яңғыраған фекерҙәрҙән һуң һорағым килә: бөгөнгө башҡорт эшҡыуарҙарының хәле нисек?
– Дөрөҫөн генә әйтергә кәрәк: уртасанан да түбәнерәк. Ни өсөн шулай? Сәбәбе – бөгөн финанслау мәсьәләһендә ҡатмарлыҡтар етерлек, күп өлкәләрҙә монополистар "ҡунаҡлаған", бәләкәйҙәренә бөтөнләй урын ҡалдырмаған. Ҙур предприятиелар аутсорсинг ысулына күсеүҙе һаман да кәрәкле тапмай. Шулай уҡ милләттәштәребеҙ араһында техник белемлеләр ҙә етерлек кимәлдә түгел, ошо ла эшҡыуарлыҡтың йылдамыраҡ үҫеүенә аяҡ сала. Ғөмүмән, бизнесҡа тотонғанда бик күп кәртәләрҙе бары ныҡышмаллыҡ менән генә еңеп сығып була. Ҡайһы берәүҙәрҙә ошо сифаттың етешмәүе лә бәкәлгә һуғалыр. Һөҙөмтәлә бизнесҡа тотонған ун йүнселдең туғыҙының эше ярты юлда туҡтала йә һүнеп ҡала. Бындай күренештәр йәмәғәтселектә эшҡыуарлыҡ тураһында кире фекер тыуыуына булышлыҡ итмәй ҡалмай, әлбиттә. Тап шуға ла үткән быуаттың 90-сы йылдарында йәштәрҙең күбеһе үҙ бизнесын башларға теләһә, бөгөн иһә көс, һалым органдарын, дәүләт хеҙмәтен өҫтөн күреүселәр байтаҡҡа күберәк.
– Һуңғы мәлдә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә түгелме? Бизнес-омбудсмендар барлыҡҡа килде, бихисап закон ҡабул ителә. Бер яҡтан эшҡыуарлыҡтың хәле еңеләйгән кеүек, шул уҡ мәлдә ниңәлер һалым баҫымы арта...
– Шул уҡ 90-сы йылдар менән сағыштырғанда, эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы закондар ыңғай яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрҙе тип әйтә алам. Хәҙер нигеҙһеҙ тикшереүҙәргә юл ҡуйылмай, уларҙың һаны ла сикләнгән. Полиция, янғын һүндереү кеүек органдарҙың вәкилдәре хәҙер тиктомалдан эшҡыуарға баҫым яһай алмай. Йүнселгә берәй төрлө ялыу булғанда ғына тикшереүҙәре ихтимал. Әммә былар тулыһынса хәлде еңеләйтте тип әйтеү яҙыҡ булыр. Бөгөн, мәҫәлән, эшҡыуарҙарға финанс ярҙам күрһәтелеүе тураһында ғәйәт күп һөйләйҙәр. Әммә минең дә, таныш эшҡыуарҙарҙың да уларҙы бер ҡасан да күргәне булманы. Бындай ярҙам кемдәргә эләгә икән – ошо оло сер көйөнсә ҡалды.
– Ә һалым өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе нисек баһалайһығыҙ? Мәҫәлән, быйылдан бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн патент системаһы эшләй башланы...
– Шәхси эшҡыуарлыҡтың хәлен еңеләйтер тигән фекерҙәмен, шуға ла уны ыңғай баһалайым. Ә һалымһыҙ бер дәүләт тә йәшәй алмай, шуға ла уны кәрәк тип ҡабул иттем һәм бизнес-стратегиямды һәр ваҡыт уға бәйләп төҙөнөм. Уны бер ҡасан да артыҡ йөк тип һанаманым, илебеҙҙең һалым системаһынан да ҡәнәғәтмен. Һалым түләү һәр ваҡыт беренсе бурысыбыҙ булды, һәм быға үтә лә яуаплы ҡарайым.
– Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡҡа, йүнселлеккә йоғонто яһаған ыңғай һәм кире күренештәр, моғайын да, иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмағандыр...
– Ысынлап та, эшҡыуарҙарға ҡарата йәмәғәтселек мөнәсәбәтенең һаман да ыңғай яҡҡа үҙгәрмәүе борсой. Элеккесә көнсөллөк, уларҙы йыш ҡына мутлашыусыларға тиңләүҙәре әсендерә. Башҡарған эшебеҙ, түләгән һалымыбыҙ бөтәһенә лә кәрәк бит, ошоно белә тороп та, ҡара яғыусылар бар. Сәбәбе – пропаганда етмәүҙәндер, тимен. Уңышлы, бөтөн халыҡ мәнфәғәтендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү ҙә һирәк күренеш. Маҡтау ҡағыҙҙары, почетлы исемдәр биреү, һис шикһеҙ, уларҙың абруйын күтәрергә булышыр ине тигән фекерҙәмен. Йүнсел өсөн дә рухи йәһәттән көслө этәргескә әйләнер ине.
Ыңғай күренештәр ҙә юҡ түгел: хакимиәт, дәүләт органдарынан матди ярҙам талап итеү кәмене. Эшҡыуарға ҡамасау тыуҙырыу яҡшыға түгеллеген төшөнәләр хәҙер.

Нефткә генә өмөтләнеү – хата

– Береһенә лә сер түгел: Рәсәй иҡтисады сеймалға туранан-тура бәйле. Ошо ла, моғайын, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ныҡлап үҫешеп китеүенә тотҡарлыҡ яһайҙыр...
– Бөгөн Рәсәйҙә, Көнбайыштан айырмалы рәүештә (60 – 80 процент), эшҡыуарлыҡтың дөйөм өлөшө яҡынса 20 процент тирәһе генә тип билдәләнелә. Ә шуның нисә процентын нефть, ҡара һәм төҫлө металлургия, ағас менән сауҙа тәшкил итә бит әле? Уларҙың бөтәһе лә – тәбиғәт сеймалына бәйле ҙур предприятиелар. Ә бына эшҡыуарҙың шәхси көсө менән барлыҡҡа килгән һәм уңышлы эшләгәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ни өсөн сеймал иҡтисады торғонлоҡҡа килтерә? Сөнки уны һатыу менән табыш килә, үҙебеҙгә нимәлер уйлап сығарырға, артыҡ борсолорға кәрәкмәй. Был аҡсаға дәүләт органдарын тоторға, эшләһә лә, эшләмәһә лә чиновниктарға эш хаҡын түләп, социаль бурысты үтәп була. Шуға ла дәүләткә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең әллә ни әһәмиәте юҡ. Ә бына Японияны йәки Кореяны миҫал итеп алһаҡ, бер ниндәй сеймал байлыҡтары булмағанлыҡтан, улар эҙләнергә, алдынғы технологиялар уйлап табырға тейеш, сөнки башҡаса сара юҡ. Был илдәрҙең уңышының сере лә ошонда. Әлбиттә, бар ғәйеп байлыҡтың булыуында түгел, ә уны дөрөҫ итеп тотона белмәүҙә. Мәҫәлән, Ғәрәп Әмирлектәрендә лә нефть беҙҙәге кеүек күпләп сығарыла бит. Шуға ла сеймал сығанаҡтарҙан ҡаҙнаның табышы кәмендә 70 – 80 процент тәшкил итәлер тип уйлай торғайным. Юҡ, баҡһаң 10 процент ҡына икән – ошоно белгәс, иҫем-аҡылым китте. Киләсәген алдан уйлайҙар, нефттең берәй ҡасан бөтөрөн яҡшы төшөнәләр, шуға күрә сеймалдан килгән ҙур табышты уңға-һулға ебәрмәйҙар, кеҫәләренә тултырмайҙар, ә шаҡ ҡатырлыҡ отелдәр, хатта яһалма утрауҙар төҙөйҙәр – шуның менән туризмды үҫтерәләр. Шуға ла бөгөн донъя йәмәғәтселеге был илде элиталы ял төбәге тип белә. Мәҫәлән, бер төн ҡунып сығыу мең доллар торһа ла, Дубайҙың "Елкән" тигән отеленә сират бер йылға алдан яҙыла икән! Был – байлыҡты дөрөҫ ҡуллана белеүҙең бер миҫалы.
– Нисек уйлайһығыҙ, чиновниктар йүнселдәрҙең хәлен аңлап ҡабул итәме? Бөгөн рейдерҙар (бизнесты көс ҡулланып тартып алыусылар) һөжүме тураһында ла йыш ҡына бихисап мәғлүмәт ишетелә – ошо турала ниндәй фекерҙәһегеҙ?
– Мәскәүҙә, башҡа ҙур ҡалаларҙа, ысынлап та, бындай мәсьәләләр бар, уны үҙем дә ишетеп беләм. Әммә беҙ ундай күренештәргә осраманыҡ. Республикабыҙ етәкселеге лә эшҡыуарҙарға ыңғай мөнәсәбәттә. Оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләгәнгәлер, ихтирам менән ҡарайҙар. Тағы ла шуны әйтер инем: компьютер бизнесын бит һәр көн тиерлек үҫтереп торорға кәрәк, тартып алыу менән күп тә үтмәйәсәк, ул бөләсәк. Сеймал бизнесы түгел, шуға ла әллә ни ҡыҙығы юҡ...
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙеңсә, Рәсәй эшҡыуарының бөгөнгө хәлен ниндәй аҙымдар яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала? Был мөмкинме?
– Коррупцияға ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәш, һалым сәйәсәтен тотороҡло, дөрөҫ алып барыу, эшҡыуарҙарҙың абруйын үҫтереү, уларҙы рухи яҡтан да дәртләндереү, йәштәрҙе бизнесҡа ылыҡтырыу ғыналыр, минеңсә. Былар бер көндә генә башҡарыла торған эш түгел. Иҡтисадыбыҙҙы сеймал бойондороҡлолоғонан яйлап ҡына булһа ла ҡотолдороу зарур. Мәҫәлән, райондарҙы үҙҙәренең бәләкәй предприятиеларын үҫтереүгә ылыҡтырыу мөһим, быға эшҡыуарлыҡтан килгән килемде уларҙа ҡалдырып өлгәшеп була. Шул саҡта район, ауыл етәкселәре йүнселде эшләргә дәртләндереп кенә торор ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703