Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фермерҙарға дәүләт ярҙамы арта
Рәсәйҙә иң юғары эш хаҡы 25 миллион доллар тәшкил итә икән. Был аҡса илебеҙҙәге бик күптәр өсөн буй етмәҫ хыял ғына. Шулай ҙа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы киләһе йылда тағы ла 15 процентҡа артасаҡ. Ә фермерҙар яҡын киләсәктә дәүләттән өҫтәмә ярҙам алып ҡыуанасаҡ.

Улар сәғәтләп байый...

Бөгөн Рәсәйҙә минималь эш хаҡы 4 611 һум тәшкил итә. Әлбиттә, арабыҙҙа бынан аҙыраҡҡа ла йәшәгәндәр юҡ түгел. Ә бына Мәскәү халҡына еңелерәк: бында ул 11 100 һум кимәлендә билдәләнгән. Бындай айырманың сере нимәлә – ошо ғына ҡараңғы.
Ә бына илебеҙҙә иң юғары эш хаҡы күпме тәшкил итә? Ул кемдәргә түләнә? Иң түбән эш хаҡына ялланып эшләгәндәрҙе бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, ә бына кемдәр айлап түгел, сәғәтләп байый – быныһы күптәргә ҡараңғы. Баҡһаң, донъя байҙарын иҫәпләүсе "Форбс" журналы был йәһәттән хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индергән икән.
Журнал асыҡлауынса, иң йомарт эш биреүсе – дәүләт, ә банктар араһында ВТБ икән. Сбербанк, Роснефть менән Газпромбанктың етәкселәренә лә эш хаҡына зарланырлыҡ түгел. Шулай уҡ менеджерҙар өсөн берәй милли проектты тормошҡа ашырыусы компанияға эшкә урынлашыу отошло һанала. Сочиҙағы Олимпиаданы, "Сколково" инновация үҙәген финанслау бер ниндәй шарттарҙа ла туҡтамаясаҡ бит. Мәҫәлән, АТЭС илдәренең саммитына, 2014 йылдағы Олимпиадаға, Сколковолағы үҙәк менән Төньяҡ Кавказды үҫтереүгә генә бюджеттан 540 миллиард һум бүленеүе ҡаралған икән. Шулай булғас, уларҙы тормошҡа ашырыусы компания етәкселәре үҙҙәрен "ҡыйырһытмаясаҡ".
Шулай итеп, "Форбс" фекеренсә, быйыл Рәсәйҙә иң юғары эш хаҡы ВТБ президентының беренсе урынбаҫары Юрий Соловьевтыҡы. Уның дөйөм эш хаҡы 25 миллион доллар, йәғни 750 миллион һум тәшкил иткән. Мәскәү банкы президенты Михаил Кузовлевтыҡы саҡ ҡына аҙыраҡ – 15 миллион доллар, "Система" финанс корпорацияһы президенты Михаил Шамолин ун миллион менән мөрхәтһенә. Альфа-Банк президентының беренсе урынбаҫары Владимир Татарчуктыҡы – һигеҙ миллион, МТС-тың президенты Андрей Дубовскийҙыҡы – биш миллион доллар. Әйткәндәй, был етәкселәрҙең күбеһе донъяның иң билдәле бизнес-мәктәптәрен тамамлаған. Бөтөн Рәсәй кинематография институтынан режиссер һөнәре алып сыҡҡан МТС президенты ғына башҡаса уҡымаған, шулай ҙа был уға уңышлы етәксе булып китеүгә ҡамасауламаған.

Кемдәрҙең эш хаҡы арта?

Бюджет өлкәһендә эшләүселәр, топ-менеджерҙарҙан айырмалы, миллиондарға өмөт итә алмай, әлбиттә. Әммә Башҡортостанда уларҙың эш хаҡын киләһе йылда тағы ла 15 процентҡа күтәреү күҙаллана. Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина белдереүенсә, был — 2014 йылға төбәктәге эш хаҡын бер ярым тапҡырға арттырыу тураһында республика Президенты ҡуйған бурысты тормошҡа ашырыуға сираттағы бер баҫҡыс. Уныңса, был күрһәткескә бюджет өлкәһе, һис шикһеҙ, өлгәшәсәк.
Быйыл Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, ә Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәрҙән яҡшы яҡтан айырылып тора. Мәҫәлән, әгәр бөтөн Рәсәй буйлап эш хаҡы 1 июндән генә 6,5 процентҡа арттырылһа, Башҡортостанда иһә ул 1 ғинуарҙан уҡ күтәрелде. Шулай уҡ йыл башынан республикала эш хаҡының минималь күләме лә "артты": Рәсәйҙә ул йыл уртаһында ғына 4 611 һумға етһә, беҙҙә йыл башынан 5 500 һум тәшкил итте. Икенсе тапҡыр бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 1 октябрҙән 6,5 процентҡа арттырҙылар.
Шулай уҡ, уҡытыусылар һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренә лә шатланырға урын бар. Мәҫәлән, 1 сентябрҙән уҡытыусыларҙың кеҫәһе тағы ла 30 процентҡа "ҡалынайҙы", был уларҙың эш хаҡын уртаса күләмгә еткереүҙә етди аҙым тип ҡабул ителде. Президент Указы менән 1 октябрҙән балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә кәмендә ике тапҡырға арттырылды. Йыл аҙағына тиклем ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 150 миллион һум йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, был "йөк" тулыһынса республика бюджеты иңендә ята. Шулай итеп, эш хаҡының күтәрелеүенә, ҡайһы районда эшләүенә ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһының һәр тәрбиәсеһе һәм хеҙмәткәре өмөт итә ала.

Ауыл хужалығына – миллиондар

Фермерҙарға ярҙам артасаҡ. Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы 2013 – 2020 йылдарға ҡаралған. Был турала Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, был программа буйынса фермерҙар дәүләт яҡлауының бөтә төрөнә өмөт итә ала. Уға кредит проценттарын кире ҡайтарыу, орлоҡҡа, тоҡомло мал үрсетеүгә, минераль ашламалар етештереүгә субсидиялар һәм башҡа төрлө ярҙам инә. Ә кем фермерлыҡҡа тәүге тапҡыр тотонған – уларға быға тиклем булмағанса ҙур күләмле гранттар түләнәсәк. Мәҫәлән, яңы эш башлаусы һәр фермерға федераль ҡаҙнанан ғына 1 миллион ярым һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Ә төбәк бюджеттарынан өҫтәмәләр менән фермерҙарға старт-ап грантының күләме 2 миллион һумға тиклем етеүе бар.
– Был субсидиялар хужалыҡты тәртипкә килтереүгә, техника менән мал һатып алыуға бүленгән гранттарҙы үҙ эсенә аласаҡ. Уларҙы алыу буйынса мәғлүмәт Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы сайтында тәфсирләп күрһәтелгән, – тип аңлатты министр.
Шулай уҡ яңы эш башлаған фермерҙар, ауыл хужалығы етештереүселәре булараҡ, ауылды социаль үҫтереү буйынса субсидияға иҫәп тотоп, һуңынан һөт һәм ит етештереү фермаларын ойоштороп үҙ көсөн һынай ала.
Уларҙы төҙөү ҙә дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалмаясаҡ. Был маҡсатҡа киләһе йылға 1,5 миллиард доллар бүленгән, был 150 яңы ферма төҙөлөшө сығымдарының 30 процентын финансларға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ ерҙе милек итеп теркәү сығымдарының яртыһы кире ҡайтарыласаҡ. 2012 йылда быға 1,4 миллиард һум аҡса бүленәсәк, был яҡынса өс миллион гектар ерҙе хосусилаштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Йәнә дәүләт ярҙамының быға тиклем булғаны ла һаҡланасаҡ.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 12

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 41

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 44

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 46

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 62

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 49

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды 01.08.2025 // Иҡтисад

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды...

Тотош уҡырға 67

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды 31.07.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды...

Тотош уҡырға 72