Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН: “Шарттар булдырмаһаҡ, беҙҙә эшҡыуарлыҡ үҫмәйәсәк”
Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН: “Шарттар булдырмаһаҡ, беҙҙә эшҡыуарлыҡ үҫмәйәсәк”Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил институтын ойоштороуҙа Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге төбәк булды. Ярты йыл элек республикала “Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы һәм республикабыҙ Президенты тәҡдиме менән ошо эшкә Р. Ғибәҙуллин тәғәйенләнгәйне. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта нимәләр эшләнде, эшҡыуарлыҡтың “тауышын” власта ишеттеләрме, яңы Вәкил эшҡыуарҙарҙың ниндәй мөһим мәсьәләләрен күтәрә? Бизнес-омбудсмен Рафаил ҒИБӘҘУЛЛИН ошо турала һөйләне.

— Рафаил Вәғит улы, һеҙ Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил итеп тәғәйенләнгән мәлдән алып ярты йыл самаһы ваҡыт үтте. Ошо осорҙа ниндәй эш башҡарылды?
— Егерме йыллыҡ реформа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа әллә ни йоғонто яһаманы. Эшҡыуарҙар шөғөлөн үҙ белдеге менән ойошторҙо. Бөгөн дәүләт, илдең социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен ҡайтанан ҡарап, Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү, уны үҫтереү, граждандар йәмғиәтен һәм милекселәрҙең урта синыфын ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Президент Владимир Путин 2020 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүселәрҙе 50 процентҡа, тулайым милли продуктта уларҙың өлөшөн 40 процентҡа еткереү бурысын ҡуйҙы.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың уңышлы эшләгән өр-яңы ҡатламын булдырыу зарурлығын иҫәпкә алғанда, был өлкәлә ҡатмарлы һәм күләмле эш көтөлә. Ошо маҡсатта Рәсәй Президенты Указы менән Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты ойошторолдо.
Рәсәйҙең Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Борис Титов республикабыҙға килде, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тәжрибә менән танышты, “Бизнес — коррупцияға ҡаршы” йәмәғәт процедуралары үҙәгенең күсмә ултырышын үткәрҙе. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил институты барлыҡҡа килде.
Республика Президентының Указына ярашлы, июндән Вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт органы, йәмәғәт эксперт советы, урындарҙа йәмәғәт ярҙамсылары институты төҙөлдө. Әле ярҙамсылар белемен камиллаштыра. Уҡып сыҡҡандан һуң уларға таныҡлыҡ тапшырыла. Вәкилдең рәсми сайты асылды, киң мәғлүмәт саралары, телевидение менән әүҙем эшләйбеҙ. Уларҙа Вәкилдең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр, власть органдарының фекерҙәре, аңлатмалар донъя күрә.
Законға ярашлы, власть структуралары, бизнес берләшмәһе менән үҙ-ара эш итеү алымдарын яйға һалыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлауҙың һөҙөмтәле сараларын билдәләү, бәхәскә юл ҡуймау, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ыңғай шарттар булдырыу, уны популярлаштырыу, ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр индереү — Вәкилдең төп бурысы.
Яңы дәүләт органын, Вәкил аппаратын ойоштороу, эшҡыуарҙар менән туранан-тура эшләүҙән тыш, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса йәмәғәт советы эшендә, “Ҙур химия”, “Газ. Нефть. Технологиялар”, “Көньяҡ-көнсығыш райондар-2012” форумдарында, Рәсәй–Италия осрашыуында, Өфө ҡалаһындағы Эшҡыуарҙар союзы ултырыштарында ҡатнаштыҡ.
Июндә Свердловск өлкәһенең бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам өлкәһендә власть һәм йәмғиәт институттары” конференцияһын үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һалдыҡ. Ҡунаҡтар үҙ эшен башларға теләгән йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашты.
— Билдәле булыуынса, Федераль законға эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса Башҡортостан ойошмаларының төҙәтмәләре индереләсәк. Ошо үҙгәрештәрҙе аңлатып китмәҫһегеҙме? Улар эшҡыуарлыҡҡа нимә бирәсәк?
— Бөгөн иң мөһиме — эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә ысын ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге биргән норматив база булдырыу. Унда беҙҙең вәкәләттәрҙе киңәйтеү буйынса төҙәтмәләр сағылыш табыр, тип ышанабыҙ. Яңы законда төбәк вәкилдәренең федераль дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эш итеү тәртибе лә билдәләнәсәк. Ул эшҡыуарҙарҙың ялыуҙарын һәм мөрәжәғәттәрен ғәҙел һәм йылдам ҡарау мөмкинлеген бирәсәк. Әле бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә ярҙам күрһәтеү маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән килешеү төҙөргә ниәтләйбеҙ.
— Һеҙгә ниндәй мәсьәләләр менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр? Улар Рәсәйҙәге дөйөм хәлдән айырыламы?
— Башта эшҡыуарҙар Вәкил институтына әллә ни ышаныс күрһәтмәне, мөрәжәғәттәр аҙ ине. Әле 170-кә яҡын кеше ярҙам һорап килде, уларҙың һаны даими арта.
Был Вәкил институтына ихтыяж, уның дәүләткә лә, эшҡыуарҙарға ла кәрәклеге хаҡында һөйләй. Һуңғы ваҡытта рейдерлыҡ, предприятиеларҙы бөлгөнлөккә төшөрөү, мөлкәт мәсьәләләренә бәйле ярҙам һораусылар артты. Йыш ҡына ҡабатлап тикшереү үткәрәбеҙ. Ә эште сифатлы ойоштороу өсөн ресурс кәрәк. Тағы ла шуны айырып билдәләү зарур: Вәкилдең вәкәләттәр даирәһе сикләнгән. Законға ярашлы, беҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары, судтарҙың эшенә ҡыҫыла алмайбыҙ, асыҡланған хәл-шарттарҙы уларға еткереү мөмкинлеге юҡ. Төбәк вәкилдәренең федераль власть органдары менән мөнәсәбәте көйләнмәгән.
Район һәм ҡалаларҙа үткәрелгән тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, дәүләт, урындағы үҙидара органдарындағы ҡайһы бер етәкселәр эшҡыуарҙарҙы союздаш булараҡ ҡабул итмәй, йыш ҡына ҡаршылыҡ тыуҙыра, мөрәжәғәттәргә стандарт яуап биреү менән сикләнә, норматив акттарға һылтанып эшләмәй.
Республикала сауҙалашыу буйынса ла иҫкәрмәләр байтаҡ. Миҫал итеп Межгорьенан бер эшҡыуарҙың ғаризаһын килтерергә мөмкин. Документын ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, уны хаталы тип сауҙалашыуҙа ҡатнашырға рөхсәт итмәгәндәр. Эшҡыуар ҡағыҙҙарын ҡайтанан тултырһа ла, сараға индермәгәндәр. Йәнәһе, ниндәйҙер документҡа яңылыш ҡул ҡуйған. Тимәк, был урынға алдан уҡ икенсе кеше дәғүә иткән. Эҙләһәң, етешһеҙлектәрҙе табырға мөмкин. Тағы ла бер миҫал: кеше законлы сауҙалашыуҙы үтеп, бинаны һатып ала, ләкин хоҡуҡты билдәләүсе документтар булмау арҡаһында, уны милек итеп теркәмәйҙәр. Был мәсьәләне лә эшҡыуар үҙе хәл итергә тейеш.
Беҙ мөрәжәғәттәрҙе ҡарау менән генә сикләнмәҫкә, хәлдең сәбәбен асыҡларға, уны яйға һалырға тейешбеҙ. Шунһыҙ ялыуҙар туҡтамаясаҡ. Муниципаль кимәлдә бизнесты үҫтереүгә ҡамасаулаған иң мөһим мәсьәләләргә туҡталырға кәрәктер, тип уйлайым. Бындай административ ҡаршылыҡтар республикабыҙға ғына түгел, тотош илгә хас күренеш.
Тәү сиратта ундайҙарға милеккә бәйле проблемалар инә. Ҡуртымға алынған мөлкәтте һатып алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ тормошҡа ашырылмай. Дәүләт һәм муниципаль милеккә хоҡуҡты билдәләгән документтар тейешенсә рәсмиләштерелмәгән. Муниципалитеттан килгән ялыуҙарҙың 50 проценттан ашыуы тап ошо мәсьәләгә ҡағыла.
Райондарҙа хужаһыҙ биналар менән ҡаралтылар күрһәтелгән, ер һәм ҡуртым түләүҙәрен йыйыу ҡеүәтен билдәләү мөмкинлеген биргән мәғлүмәт карталары, ерҙе файҙаланыуҙың берҙәм классификаторы юҡ. Һөҙөмтәлә уны әйләнешкә индереү, һалым керемен арттырыу тотҡарлана.
Күп фатирлы йорт һалыу өсөн киләсәктә ер категорияһын алмаштырыу, бизнесты башлаған ваҡытта аҡса табыу буйынса квалификациялы ярҙам күрһәтелмәй, консультациялар үткәрелмәй, белешмә биреү урындары юҡ. Әле ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәктәрен ойоштора. Беҙ был башланғысты тулыһынса хуплайбыҙ.
Муниципалитеттар ҡарамағында консультация, тәҡдим һәм проект буйынса ысын ярҙам күрһәтерлек хеҙмәттәр асырға кәрәк. Хоҡуҡи мөнәсәбәттәр өлкәһендәге хәүефһеҙлек кимәле лә эшҡыуарҙарҙың кәйефендә сағылыш таба. Енәйәт эшен нигеҙһеҙ ҡуҙғатыу, документтарҙы тартып алыу, бизнестың туҡтап ҡалыу осраҡтары байтаҡ. Тәфтиш эше үҙе үк ғәйепләү сараһын күҙ уңында тота. Суд, прокуратура енәйәт эшенең законһыҙ ҡуҙғатылыуы тураһында ҡарар сығарыуға ҡарамаҫтан, эҙәрлекләүҙәр дауам итә.
Был өлкәлә иң ҙур проблемаларҙың береһе — мөлкәтте рейдерҙар тарафынан баҫып алыу. Предприятиены һауыҡтырыу урынына, активтарҙы тартып алыу хаҡында уйлаған конкурс идарасылары ойошманы бөлгөнлөккә төшөрөү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Инвесторҙар йәлеп итеүҙең иң ҡулай алымы — сауҙалашыу файҙаланылмай, һөҙөмтәлә бюджет ҙур юғалтыу кисерә. Күптән түгел генә республика брендын тәшкил иткән предприятиеларҙың береһе — “Теастан” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бөлгөнлөккә төшөүе быға асыҡ миҫал. Һөҙөмтәлә “ҡыҙыл һыҙат”тағы фабрика бинаһы баҙар хаҡынан биш тапҡырға арзаныраҡ һатылды.
Йыш ҡына юридик фирмаларҙы баҫып алыуға махсуслашҡан технологиялар ҡулланыла. Бөлгөнлөк процесы асыҡтан-асыҡ тормошҡа ашырылырға, милек кредитты ла, бурысты ла ҡайтарыу, бюджетҡа һалым түләү, бизнесты артабан үҫтереү, эш урындарын, производствоны һаҡлап ҡалыу өсөн бурыслыға аҡса ҡалдырыу мөмкинлеге биргән хаҡҡа, инвестор йәлеп итеп, аукционда һатылырға тейеш.
— Бөгөн ер хаҡы — бәләкәй һәм урта бизнес өсөн мөһим мәсьәлә. Күптән түгел генә Башҡортостанда ерҙең кадастр хаҡы саманан тыш ҡиммәт булыуы хаҡында һөйләгәйнегеҙ. Мәсьәләнең асылын аңлатып, уны хәл итеү сараһын әйтмәҫһегеҙме?
— Вәкил ҡарамағындағы Йәмәғәт эксперт советы менән “Росреестр”ҙың Йәмәғәт советы берлектә үткәргән ултырышта ергә кадастр хаҡын, шулай уҡ ҡуртым түләүҙәрен арттырыуға бәйле проблемалар ҡаралды. Бер яҡтан, был бюджет керемдәренә ыңғай йоғонто яһаһа ла, икенсе яҡтан, ҡуртым хаҡын бер нисә тапҡырға арттырыу эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген һәм инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен түбәнәйтеүгә килтереүе ихтимал.
Ә ғәмәлдә хәл нисек һуң? Эшҡыуар объектив хаҡты билдәләү өсөн баһалаусыға, махсус комиссияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Ҡағиҙә булараҡ, унда был эште башҡарыуҙан баш тарталар. Документтар судҡа ебәрелә. Әлбиттә, эшҡыуарға тейешле ҡарар тапшырыласаҡ, әммә күпме ваҡыт, аҡса сарыф ителәсәк. Шуға күрә ергә баҙар хаҡын, объектив ҡуртым түләүен билдәләргә кәрәк.
Муниципаль кимәлдә баһалаусыларҙы йәлеп иткәндә лә, был эш берҙәм алым буйынса түгел, ә башлыҡтың теләгенә ҡарап тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә коэффициенттар араһындағы айырма ҡайһы бер осраҡтарҙа 20 тапҡыр тәшкил итә. Яңы административ ҡаршылыҡтар, коррупция барлыҡҡа килә. Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә, был мәсьәләлә берҙәм ҡараш юҡ, тигән һығымта тыуа.
— Һеҙҙеңсә, республикала эш шарттарын нисек яҡшыртырға мөмкин?
— Ҡаралған мәсьәләләр һәм мөрәжәғәттәр буйынса мәғлүмәт Вәкил тарафынан республика етәкселегенә еткерелә. Беҙ шулай уҡ ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдим әҙерләйбеҙ. Мәҫәлән, федераль власть органдары менән эш итеү буйынса төбәк вәкилдәренең вәкәләттәрен киңәйтеү һәм башҡалар буйынса.
Рейдерлыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдарының законһыҙ ҡарарҙарына бәйле ҡатмарлы, сетерекле мәсьәләләрҙе яйға һалыу өсөн “Бизнес — коррупцияға ҡаршы” йәмәғәт процедуралары үҙәге филиалы ойошторола. Был квалификациялы эксперт һығымтаһына һылтаныу, уны судта ҡулланыу, шулай уҡ яраштырыу процедуралары практикаһын файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк.
Борис Титов менән осрашыуҙа беҙ “Ҡыҙыл төймә” режимы хаҡында һөйләштек. Образлы итеп әйткәндә, эшҡыуар бөтә инстанцияларҙы үтеп, уға ярҙам күрһәтелмәһә, “Ҡыҙыл төймә”гә баҫа. Чиновниктарҙың эшен ошо мөрәжәғәттәрҙән сығып баһалаясаҡбыҙ.
Төбәк кимәлендә эшҡыуарлыҡты йылдам үҫтереү өсөн ведомство тарҡаулығын бөтөрөргә, инновация-инвестиция эшмәкәрлеген “Берҙәм тәҙрә” алымы буйынса бер ойошмаға буйһондорорға кәрәк, тип иҫәпләйем. Был көс үҙәген, финанс ресурстарын туплау, берҙәм ҡараш һәм ҡағиҙәләр булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Иң мөһиме — эшкә идара итеү алымы барлыҡҡа киләсәк.
Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам — сәйәси мәсьәлә. Илдә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн халыҡтың белемен тәрәнәйтеү, властың ярҙамын арттырыу шарт.
Вәкил менән власть структуралары араһындағы хеҙмәттәшлек ошо өлкәләге байтаҡ мәсьәләне хәл итеүгә, тотош ил үҫешенә булышлыҡ итер, тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704