Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Дим һыуылай саф күңелле, хеҙмәтсән халыҡ йәшәй был төбәктә
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ — ДӘҮЛӘКӘН РАЙОНЫ
Ауыл хужалығы буйынса дәүләкәндәрҙең һис һынатҡаны юҡ. Йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, быйыл да улар ярайһы уҡ һәйбәт уңыш йыйып алды һәм алдарына ҡуйған бурыстарын үтәне. Бынан тыш, барлыҡ хужалыҡтар ҙа үҙҙәрен аҙыҡ игене, орлоҡ һәм фураж менән тәьмин итте, артҡанын халыҡҡа тарата, һата алдылар.
Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, тырыш хеҙмәттәренең, эҙләнеүҙәренең емеше. Районда һуңғы йылдарҙа техника паркының яңыртылыуын да билдәләмәй булмай. Мәҫәлән, биш йыл эсендә генә лә – 600 миллион һумға яҡын, быйыл иһә 166 миллион һумлыҡ яңы техника алынған.
Бар йәһәттән дә алдынғы хужалыҡтарҙы атап үтмәһәң, яҙыҡ булыр: “РегионАгро”, “Аграр традициялар”, “Канаш”, “Восход” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Башҡортостан”, “Ергән” МТС-тарының Дәүләкән бүлексәләре, “Ҡаҙанғол тәжрибә-етештереү хужалығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте... Гектарынан 223 центнер “татлы тамыр” ҡаҙып алған “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен дә билдәләп китергә кәрәктер. Көнбағыш үҫтереүҙә алда телгә алынған хужалыҡтарҙың һәм “Ит-һөт компанияһы” хеҙмәтсәндәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелә.
Хеҙмәт алдынғыларының һәр береһен атап бөтөп булмай, шулай ҙа “Восход” хужалығынан һауынсы Светлана Тацийҙы, малсы Вячеслав Гапоненко, “Толпар” йәмғиәтенән ат ҡараусы Артур Килмөхәмәтовты, “Әйүпов” крәҫтиән (фермер) хужалығынан ҡымыҙсы Гөлнур Ғайсинаны билдәләмәү мөмкин түгел. “Аграр традициялар” йәмғиәте Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының махсус дипломы һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата премияһы менән бүләкләнде. “Иң яҡшы дәүләт орлоҡ һынау бүлексәһе” номинацияһында крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илдар Камаловҡа ла шундай уҡ бүләк тапшырылды. Ауылының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға тос өлөш индергәне өсөн фермер Владимир Рихтер “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды. Әйткәндәй, ул Бөтә Рәсәй агросәнәғәтселәренең “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә ҡатнашып, 2010 йылда — көмөш миҙал һәм II дәрәжә диплом, ә 2011 һәм 2012 йылдарҙа алтын миҙал, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Аграр өлкәгә ҡағылғас, эшкәртеү сәнәғәтенә лә туҡталып үтергә кәрәктер. Ҡалала байтаҡ предприятие уңышлы эшләй. Мәҫәлән, “Дәүләкән һөт компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең продукцияһы районда ғына түгел, ситтә лә билдәле. “Сельмаш” заводы эшселәренең тырыш хеҙмәте “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә миҙал һәм махсус диплом менән баһаланған. Икмәк ризыҡтары комбинаттарының икеһе лә уңышлы эшләй.
Райондың социаль хәлен яҡшыртыу өсөн барыһы ла башҡарыла: күп ҡатлы йорттар реконструкциялана, спорт һәм балалар майҙансыҡтары булдырыла. Шәхси йорт төҙөүселәр ҙә шаҡтай артты. Мәҫәлән, быйыл ун айҙа ғына 17 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Район ил һәм республика әһәмиәтендәге дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә