Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сәрмәсән уңғандары төбәккә ҡот ҡайтара
Сәрмәсән уңғандары төбәккә ҡот ҡайтараИлһөйәрлек тойғоһо көслө булғандар бер тармаҡта ла һынатмай. "Тыуған төйәгемдең сәскә атыуына әҙ генә өлөш индерһәм дә, мәңге үкенмәйәсәкмен", – тигән һүҙҙәрҙе күп етәксенән ишеткәнем бар. Ә бына әңгәмәсем Рауил ағайҙың өлөшө тамсылай ғынамы икән?! Ауылға йәм өҫтәүҙең һәм ҡот килтереүҙең серен күптән аңлаған ул.
– Бөтәһе лә утыҙ ғына гектар ерҙән башланды, был турала әле уйлаһаң, бик мәрәкә тойола, – ти Фрунзе исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Рауил Сөләймәнов. – Ус аяһындай ғына бит, береһен сәсһәң, бүтәненә урын етмәйәсәк, ә ниәттәр бихисап. Беҙҙәге ерҙәрҙең уңдырышлылығы, тигеҙлеге! Буш ятҡан ғына түгел, ә ташландыҡ хәлдәге баҫыуҙар бигерәк тә эсте бошорҙо. Ҡыҫҡаһы, сәсеүлек майҙанын киңәйтеүҙе хәстәрләргә тотондом. Атайым йыш телгә алған "ерҙең йәме – иген, ә ирҙеке — белем менән" тигән әйтем уғата дәртләндерҙе.
Шулай итеп, Рауил Нәжип улы бөлгән, ахыр сиктә таралған хужалыҡтың ерҙәрен үҙенең ҡанаты аҫтына ала ла эшкәртә башлай, эшмәкәрлеген киңәйтеүен дауам итә. "Ҡайһы тармаҡты һайлаһам, отормон? Ауылда төпләнгәс, һине бындай һорау борсорға тейешме?!” Тәүҙә үҫемлекселеккә өҫтөнлөк бирә булдыҡлы ир, унан инде малсылыҡҡа ныҡлап тотона.
Бөгөн "Фрунзе" ҡарамағында мең гектарға яҡын сәсеүлек майҙаны иҫәпләнә. Иген культураларының гектар ҡеүәте район буйынса бында иң юғарыһы. Көҙ ике йөҙ гектарға арыш сәсеп ҡалдырғандар.
Малсылыҡ та үҫеш юлында. Былтыр дүрт тиҫтәгә яҡын баш симменталь тоҡомло һауын һыйыры һатып алғандар. Күп һөт биргән ошондай малды артабан да ишәйтеү яғында етәксе.
Рауил Сөләймәнов һөйләүенсә, улар киләһе йыл ике база төҙөүгә тотонмаҡсы. Һыйыр малдарын йылытылмаған һарайҙа аҫрауҙың ыңғай яҡтары күп икән: сыҙамлы булалар һәм төрлө ауырыуға бирешеп бармайҙар. "Ҡыҙыл мөйөш"тө лә яңыртаһы бар.
Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ, тиҙәр. Ауылды төҙөкләндереүҙе лә төп бурысы тип һанай рәйес. Юлдарҙы тигеҙләү, зыяратты кәртәләү, ихаталарҙы тәртипкә килтереүҙәге ярҙамы – шуға асыҡ миҫал. Сәйеттәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып, ауылдың нәҡ уртаһына аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары магазины төҙөткән, бөгөн унан ҡарты ла, йәше лә өҙөлмәй. Был турала өлкән йәштәгеләр һөйөнөп һөйләне. Әйткәндәй, йәмғиәттә егермегә яҡын кеше үҙенә эш тапҡан.
Түбәнге Сәйет ауылына газ үткәреү ҙә Фрунзе исемендәге хужалыҡтың тырышлығына бәйле. Баш ҡалаға командировкаға барғанда (элек хужалыҡта бригадир йөгөн тартҡан) газ торбалары һуҙыусылар менән ошо хаҡта һүҙҙән-һүҙ сыға. Рауил ағай үҙҙәренең ауылы эргәһенән генә торба үтеүен әйтә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙа "зәңгәр яғыулыҡ" булмауына зарлана. Баҡтиһәң, мәсьәләне хәл итер өсөн бер генә документ (ергә яуаплы белгестән рөхсәт) кәрәк икән. Рауил Нәжип улы күп уйлап тормай, ауыл хакимиәтенә инеп, тейешле ҡағыҙҙарҙы ала ла ошо эшкә башкөллө сума. Ауылдаштарының рәхмәте сикһеҙ уға әле лә.
"Ауылды Сәрмәсән йылғаһы һыулай, ә уны бер нисә шишмә туйындыра. Оҙонкүл, Илкәй соҡоро, шулай уҡ бүтән һырт-үҙәндәр, уйһыулыҡтар – барыһы ла күңелемә яҡын һәм ҡәҙерле. Яҙмышымды ауыл менән бәйләүемә ҡыуанысым сикһеҙ", – тип тамамланы һүҙен Рауил Сөләймәнов.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Кушнаренко районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


  1. Карам
    Карам от 09.12.2012, 14:16
    Рауил ауылынын патриоты, молодец! Улар хакында йышырак языгыз.

Комментарий өҫтәргә