Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йүнселдәр юлында яһалма кәртәләр булмаһын
Ошо көндәрҙә Белорет районында “Дәүләт, муниципаль һәм коммерция күмәртәләп һатып алыуҙары — бәләкәй эшҡыуарлыҡта предприятиеларҙың конкурентлығын күтәреүсе фактор. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә дәүләт ярҙамы — иҡтисади үҫештең реаль нигеҙе” тигән темаға семинар ойошторолдо.

Унда туғыҙ төбәктән эшҡыуарҙар, Белорет, Бөрйән райондарының, Сибай ҡалаһының муниципаль һәм дәүләт учреждениеларында күмәртәләп һатып алыу менән шөғөлләнеүсе белгестәр, ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостан эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Рафаил Вәғит улы Ғибаҙуллин менән осрашты.
Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге яңылыҡтар, тармаҡтың үҫеше, ҡаҙаныштар менән таныштырҙы. Ул металлургияның, металл, ағас эшкәртеү һәм туризмдың төбәк өсөн төп йүнәлештәр булыуын билдәләне. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары юғары үҫеш алған һәм республика кимәлендә һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкән. Район биләмәһендә 772 урта һәм бәләкәй предприятие, 2712 шәхси эшҡыуар теркәлгән. Был предприятиеларҙа 13,7 мең кеше, йәғни эшкә яраҡлы халыҡтың 21 проценты эшләй. Бизнес өлкәһе урындағы бюджетты 22 процентҡа тулыландыра.
Эшҡыуарлыҡта проблемаларҙың йышайыуын, илдең социаль-иҡтисади үҫешенә был тармаҡтың насар йәлеп ителеүен иҫәпкә алып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиллек институты булдырылғайны.
Рафаил Ғибаҙуллин семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиллек институтының эшмәкәрлеге, бурыстары, йүнәлеше менән таныштырҙы. Белорет районында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен, улар менән хакимиәт араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылыуын билдәләне.
Рафаил Вәғит улы эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлауға бәйле төрлө буталсыҡ, ҡатмарлы хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында республикала “Бизнес — коррупцияға ҡаршы” йәмәғәт процедуралар үҙәгенең филиалы төҙөләсәге һәм яңы институттың эшмәкәрлеген киләсәктә һөҙөмтәле үҫтереү өсөн ҡала, райондарҙа эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары булдырылыуы хаҡында белдерҙе. Йәмәғәт ярҙамсылары шәхси ҡабул итеүҙәр, осрашыуҙар үткәрәсәк һәм үҙ вәкәләттәренә ярашлы эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлаясаҡ. Улар урындағы власть органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға, хакимиәт башлыҡтары менән берлектә координацион советтарҙа ҡатнашырға, проблемаларҙы тикшерергә, фекер алышырға тейеш.
— Күп осраҡта эшҡыуарҙар, хаҡлыҡ эҙләп, хоҡуҡ һаҡлау органдарын урап сығырға һәм һуңғы сиктә тулы хоҡуҡлы вәкиллеккә мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Шуға күрә лә бөгөн тулы хоҡуҡлы вәкиллек институты менән хәл ителергә тейешле иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – административ кәртәләрҙе бөтөрөү, эшҡыуарҙар мәнфәғәтен ҡайғыртыусы һәм яҡлаусы механизм булдырыу, — тине Рафаил Ғибаҙуллин.
Үҙ сығышынан һуң бизнес-омбудсмен Әбйәлил, Архангел, Балаҡатай, Белорет, Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Хәйбулла райондарының һәм Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙарының хоҡуғын яҡлау буйынса йәмәғәт ярҙамсыларына танытмалар тапшырҙы.
Сараның ғәмәли өлөшөндә “БашЗаказ” әҙер бизнес-ҡарарҙар үҙәге проектының етәксеһе, дәүләт һәм коммерция күмәртәләп һатып алыуҙар белгесе Виктор Васильев эшҡыуарҙарға күмәртәләп һатып алыуҙа, электрон сауҙала һәм тендерҙарҙа ҡатнашыу буйынса кәңәш бирҙе.
«БашЗаказ» проектын ойоштороусы, инвестициялау белгесе Руслан Сыртланов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дәүләт тарафынан ҡабул ителгән саралар тураһында һөйләне. «Ваҡыт менән идара итеү» тренингы ойошторолдо.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә