Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Диңгеҙ буйындағы вилла кемдеке?
Ҡайһы бер чиновниктар ил именлеген түгел, ә кеҫәһе ҡалынлығын ҡайғырта

Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәште күптән иғлан иттеләр. Уның ил үҫешен тотҡарлаусы төп ҡаршылыҡ булыуын дәүләт етәкселеге лә һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә мутлашыусылар һаман да кәмемәй, ә ябай халыҡтан урланған аҡсаның күләме хәҙер миллиард һумдар менән иҫәпләнә. Кемдәр урлай бит әле?! Мәҫәлән, үткән аҙнала Рәсәйҙең Оборона министрлығы ҡанаты аҫтында эш иткән “Оборонсервис” менән ҡупҡан ғауға ошоға сираттағы бер дәлил булды.

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты был ойошманы алдаҡ юл менән аҡса эшләүҙә ғәйепләй. Уның офисында тикшереүҙәр үтте лә инде. Был ғауғаға оборона министры Анатолий Сердюковтың ҡатнашлығы булыуы ла билдәле. Ни тиһәң дә, тап ул 2011 йылға ҡәҙәр “Оборонсервис”та директорҙар советы рәйесе вазифаһын башҡарған. Ойошманың нәҡ әлеге ведомство ҡанаты аҫтында эшләүе, уның етәкселегенең дә ҡасандыр министр менән тығыҙ бәйләнештә булыуы күңелһеҙ һығымталарға этәрә. Әммә әлегә тикшереү эштәре тамамланмаған, шуға ла ҡапыл ғына нимәлер раҫларға тырышыу дөрөҫ булмаясаҡ.
Нимәлә ғәйепләйҙәр һуң ойошманы? Тәфтишселәр фекеренсә, баҡһаң, дәүләт именлеге һағында торғандар бөтөнләй башҡа эш менән мәшғүл булған. Тураһын әйткәндә, төрлө юлдар аша аҡса “һуғыу” менән шөғөлләнгән. Мәҫәлән, оборона министрының элекке хеҙмәттәше, 33 йәшлек (!) Евгения Васильева министрлыҡҡа ҡараған күсемһеҙ милек менән байтаҡ “уңышлы операциялар” үткәреүҙә ғәйепләнә.
Тәфтишселәр фекеренсә, 2009-2010 йылдарҙа Оборона министрлығының юғары вазифалы чиновниктары, шул иҫәптән Евгения Васильева (ул мәлдә министрлыҡтың мөлкәт мөнәсәбәттәре департаменты башлығы булған) был дәүләт холдингы ҡарамағында булған күсемһеҙ милек, ер биләмәләре, акцияларға бәйле мутлыҡтар менән шөғөлләнгән. Улар ойошманың иң ҡиммәт милектәрен (шул иҫәптән Мәскәүҙең уртаһында урынлашҡандарын да) һайлап алған һәм хаҡын тағы ла арттырыр өсөн күпләп бюджет сығымдарын (йәғни һеҙҙең менән беҙҙең – ябай һалым түләүселәрҙең аҡсаһын) һалған. Бер аҙҙан был милек “Оборонсервис”тың ҡанаты аҫтында эшләгән ойошмаларға (!) үҙенең ысын хаҡынан байтаҡҡа арзанға һатылған. Тәфтишселәр фекеренсә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре “Оборонсервис”тан урланған аҡсаға уҡ һатып алынған!
Быға тура миҫалдар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Краснодар крайындағы ер биләмәһендә Оборона министрлығы иҫәбенә 300 миллион һумдан ашыу аҡсаға ял итеү комплексы төҙөлгән. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, һүҙ Азов диңгеҙе буйындағы “Эллада” пансионаты хаҡында бара. Урындағы халыҡ уны күптән “Сердюков виллаһы” тип атай икән. Чиновниктар был ял базаһын һуңынан ни бары 92 миллион һумға һатып ебәргән. Әлбиттә, ситтәргә түгел, ә “үҙҙәренекеләргә”. Мәскәү үҙәгендәге проект институты (бер нисә бинанан тора), “Союз” ҡунаҡханаһы һәм тағы ла өс бина ошондай уҡ яҙмышҡа дусар булған. Был эштәрен улар рәсми рәүештә “илдең оборона ҡеүәтен нығытыу ихтыяжы” менән раҫлаған, тип белдерә тәфтишселәр.
Яңыраҡ Владислав Сурков Рәсәй чиновниктарының эш хаҡын бик түбән тип белдерҙе һәм уны тағы ла арттырырға кәрәклеген билдәләне. Был Оборона министрлығының элекке чиновнигы Евгения Васильеваға һис тә ҡағылмайҙыр. Тикшереү эше барышында тәфтишселәр уның фатирында 3 миллион һум аҡса, ҡиммәтле биҙәүестәр, антиквариат, картиналар тапҡан. Килеме буйынса ла ул — министрлыҡтың иң бай чиновниктарының береһе. Мәҫәлән, 2009 йылда алған аҡсаһы 6,2 миллион һум тәшкил иткән, ә иҫәбендә ер биләмәһе менән йорто, өс фатиры, башҡа күсемһеҙ милеге һәм “Mercedes-Benz S500” автомобиле теркәлгән. Ул министрлыҡҡа тиклем Анатолий Сердюков менән “Оборонсервис” ҡанаты аҫтындағы “Агропром”да эшләгән, шулай уҡ 2010 йылға ҡәҙәр Санкт-Петербургтың бер төҙөлөш ойошмаһына етәкселек иткән. Әйткәндәй, министрлыҡҡа килгәс, уның вазифаһына Екатерина Сметанованы тәғәйенләгәндәр. Уға ла хәҙер енәйәт эше ҡуҙғатылған: ҡатын үтә лә арзан хаҡҡа Һамарҙа “Военторг”тың дүрт бинаһын (улар ҙа “Оборонсервис”тың милке һанала) һатып алырға теләгән эшҡыуарҙан үҙенең “булышлығы” өсөн 18 миллион һум талап иткән икән.
Бына шулай, йәмәғәт, илдең именлеген һаҡлауҙан да ҡайһы берәүҙәр “уңышлы бизнес” яһай. Хәҙер Хөкүмәттең был ғауғаға нисек ҡарауы ғына ҡыҙыҡһындыра. Сит илдәрҙә ҡануниәтте боҙоуға ҡағылышлы бәләкәй генә шиктең дә сәйәси карьераның тамамланыуына килтереүе бар. Әммә беҙҙең ил етәкселеге түҙемле шул...
Эйе, ябай халыҡ айына 10-15 мең һумға көн иткәндә, унан йыйылған һалымдың илде үҫтереүгә түгел, ә кемдәрҙеңдер кеҫәһенә китеүе — бик күңелһеҙ хәл. Ул, нисек кенә булмаһын, илдә коррупцияны еңеүебеҙгә, иҡтисадты үҫтереүебеҙгә ышанысты кәметә. Бихисап ауырыу үҙенә йәшәү өсөн кәрәкле ҡиммәтле дарыуҙарға зар-интизар булғанда (сөнки дәүләттең быға аҡсаһы юҡ), юлдарыбыҙ йыш ҡына һуғыштан һуңғы көндәрҙе хәтерләткәндә, пенсионерҙар икмәк алыр өсөн аҙаҡҡы тиндәрен һанағанда бындай яңылыҡ ытырғаныс ҡына уята ала. Халыҡҡа әлеге хәлдең йәмәғәтселек иғтибарына сығыуына, именлек хеҙмәткәрҙәренең етди сара күрә башлауына ғына шатланырға ҡала.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә