Бөгөн күптәрҙе төрлө кредит төркөмдәре, үҙ эшеңде асыу, шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн финанс юллау мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Ошоларҙың барыһын иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте сираттағы тура бәйләнешкә “Россельхозбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Ирек Радил улы МӨХӘМӘТДИНОВ менән уның урынбаҫары Татьяна Викторовна ПАНТЕЛЬКИНАНЫ саҡырҙы. Уҡыусылар менән бер рәттән, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар ҒӘБИТОВ та ҡунаҡтарға һорау бирҙе.
Тәүге шылтыратыу:
— Алло, һаумыһығыҙ! Мин Өфө ҡалаһынан Зөлфиә Исмәғилева булам. Күп банктар ике яҡ өсөн дә файҙалы кредит биреүе менән ылыҡтыра. “Россельхозбанк”тың был йәһәттән үҙенсәлеге ниндәй?
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Тәүгеләрҙән булып шылтыратыуығыҙға рәхмәт, тура бәйләнеште башлау өсөн яҡшы һорау. Беҙ, кредит биреп кенә ҡалмай, төрлө хеҙмәт күрһәтәбеҙ: аҡса күсереү, дәүләт программаһы буйынса эш итеү... Ҡыҫҡаһы, “Россельхозбанк” — универсаль ойошма. Үҙенсәлеген әйткәндә, ике өҫтөнлөккә туҡталыр инем.
Тәүгеһе — беҙҙең банк Рәсәйҙә аграр өлкәгә ярҙам итеү маҡсатында асылған берҙән-бер Хөкүмәт банкы. Ул илдең ауыл хужалығын ғына хеҙмәтләндерә икән, тип уйларға ярамай. Киң даирәлә эш итәбеҙ. Шулай ҙа төп маҡсатыбыҙ — ауыл хужалығы. Агрохолдингтар, элекке колхоздар, хәҙерге АХК-лар, илдә йылдан-йыл арта барған фермерҙар, шәхси хужалыҡтар — барыһын да хеҙмәтләндерәбеҙ. Һуңғыһы буйынса алғанда, Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында — беҙҙә 600 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ бар. Был — беҙҙең өсөн ҙур потенциал, банк теле менән әйткәндә, “маҡсатлы сегмент”. Әле 54 райондың 40-ында офисыбыҙ бар. Шул уҡ ваҡытта ҡалған райондарҙа вәкиллектәр эшләй.
Икенсе төп йүнәлешкә килгәндә, дәүләт структуралары менән килешеп эшләйбеҙ. Был ауыл хужалығына субсидиялар аша ярҙам итеүҙә сағыла. Йәғни банк субсидия менән бәйләнешле бөтә төр кредитлауҙы әүҙем хуплай. Бөгөн Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһы күләмендә кредиттарҙы субсидиялау ҡаралған. Был 8,25 процент тигән һүҙ. Әгәр шәхси хужалыҡты алып барыу өсөн нормала ҡаралған 700 мең һумға саҡлы кредит йылына 14 процент менән бирелһә, шуның 8,25 проценты дәүләт иҫәбенә компенсациялана, тимәк, һөҙөмтәлә кредит хаҡы 6 процент самаһы ғына килеп сыға. Был бик отошло. Беҙ шулай уҡ субсидиялау өсөн документтар тултырыуҙы тулыһынса эшләйбеҙ һәм Ауыл хужалығы министрлығына тапшырабыҙ. Эш ағышын күҙәтеп барып, аҙағына тиклем еткерәбеҙ. Ошо йәһәттән ҡарағанда, “Россельхозбанк” үҙ клиенттарының мәнфәғәтен ҡайғыртыу йәһәтенән банктар араһында тәүге урындарҙа.
— Һаумыһығыҙ, хәйерле көн!
— Эйе, һеҙҙе иғтибар менән тыңлайым.
— Мин Стәрлебаш районынан Әлфинур Яҡупова булам, фермер. “Россельхозбанк”ка 300 мең һум кредит һорап барғайным, хәүефһеҙлек хеҙмәте кире ҡаҡты. Баҡһаң, бынан дүрт йыл элек 81 тин бурысым ҡалған булған. Мин белмәнем дә. Был турала ваҡытында хәбәр итмәгән банкка дәғүәмде белдерҙем. Хәҙер “ҡара исемлек”кә индемме икән ни? Дүрт йыл буйы бурыс түләмәгән булып сығам бит...
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Дәғүәгеҙҙе белдереп, дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Уны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Шунан һуң иң беренсе юл — бурысығыҙҙы түләп ҡуйыу.
— Түләнем. Банктан белешмә алдым.
— Ошо белешмә менән мотлаҡ рәүештә Стәрлебаштағы беҙҙең офисҡа барығыҙ. Документтарҙы күрһәтегеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бурыстарҙың ҡапланыуы тураһында клиентҡа әйтмәгән банктар бар. Ошондай хәлгә ҡалған беренсе кеше түгелһегеҙ. Беҙ хәүефһеҙлек хеҙмәте менән барыһын да ҡарарбыҙ һәм мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ. Гәзит уҡыусыларға тағы шуныһын да әйтер инем: хәҙер бөтә банктарҙа ла “ҡара исемлек” бар. Гелән тикшертеп тороғоҙ уны. Әлфинур Миҙхәт ҡыҙы, һеҙҙең осраҡта сумма бик күп түгел, үтенесегеҙҙе мотлаҡ ҡарарбыҙ, контролгә алырмын.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— “Россельхозбанк” ҡасан һәм нисек ойошторолдо? Банк Башҡортостандың ауыл хужалығы үҫешендә ниндәй әһәмиәткә эйә?
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Беҙҙең филиал Өфөлә 2004 йылда ойошторолдо. “Россельхозбанк” иһә Рәсәйҙә 13-сө йыл эшләй. Тарихтағы Ер банкының традицияларын һаҡлап, дауам итеүселәрбеҙ. Шулай итеп, 130 йыллыҡ тарихҡа эйәбеҙ, тип әйтһәң дә ярай. Был һәйбәт күренеш, тип уйлайым. Йолаларҙы һаҡларға, байытырға тейешбеҙ. Филиал ойошторолғандан һуң Башҡортостан сәнәғәтенә 42,1 миллиард һумдан ашыу кредит бүленгән, шуның 74 проценты — аграр өлкәгә.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— “Россельхозбанк”тың Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге менән мөнәсәбәттәре нисек? Бәйләнештә тороп, килешеп эш итеү көйләнгәнме?
— Филиал булараҡ, республика етәкселеге менән мөнәсәбәттәр яҡшы, бер нисә тапҡыр беҙҙең клиенттарҙың объекттарында Башҡортостан Президенты менән осраштыҡ, эшлекле һөйләшеүҙәр булды. Ауыл хужалығы министрлығы менән гелән аралашып торабыҙ. Мин Башҡортостандың бөтә райондарында халыҡтың хәлен өйрәнеп, күптәрендә хакимиәт башлыҡтары менән осраштым. Ауыл хужалығының ҙур ойошмаларына ғына түгел, фермерҙарға, шәхси хужалыҡтарға ла даими ярҙам итәбеҙ. Бөгөн кредитлау юлы менән, ауыл хужалығынан тыш, бүтән тармаҡҡа ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Әйтәйек, урынбаҫарым Татьяна Викторовна “Фермер бул!” тип аталған программа буйынса комиссияға ингән. Бик ныҡ һайлағандан һуң, программала ҡатнашыусылар гранттар алды.
Мәскәү менән мөнәсәбәттәргә килгәндә, беҙ — федераль банк филиалы. Төп мәсьәләләр, ҙур инвестиция проекттары унда хәл ителә. Үҙ ваҡытында “Милли проект” тип аталған программа була торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул программа 2008 йылғы көрсөк, төҙөлөш материалдарына хаҡ артыуы, 2010 йылғы ҡоролоҡ, уңыш булмауы, башҡа сәбәптәр арҡаһында тулыһынса тормошҡа ашманы. Үҙебеҙҙең кредитлау өсөн дә лимит етерлек. Байтаҡ мәсьәләне хәл итә алабыҙ. Башҡортостан буйынса хәҙер ҙур проекттар булмаһа ла, айырым инвестиция проекттарына ярҙам итеп торабыҙ. Шул иҫәптән Саҡмағошта бик яҡшы, үҙенсәлекле һөт заводы төҙөлдө, унда заманса ҡорамалдар ҡуйылды. Мәскәү аша Максимовка сусҡасылыҡ, Мәләүез ҡошсолоҡ комплекстарын кредитлайбыҙ. Һуңғыһының төп инвестиция өлөшөн нәҡ “Россельхозбанк” индерҙе. Артабан да был тармаҡҡа ярҙам итәсәкбеҙ. Әле 1 миллиард 200 миллион һум бүленде. Был — Башҡортостанда төп проекттарҙың береһе.
Илдар ҒӘБИТОВ:
— Һуңғы йылдарҙа “500 ферма” тигән дәүләт программаһы тураһында күп һөйләнелә. Моғайын, тәүҙә бюджеттан аҡса бүленәлер...
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Ҡыҫҡаса ғына “500 ферма” тураһында аңлатып үтәм. Уйлауыбыҙса, был программа туранан-тура финансланмай. Иң тәүҙә реконструкцияланасаҡ объектҡа сығымдар һалына, һуңынан уны дәүләт субсидия рәүешендә өлөшләтә кире ҡайтарып бирә. Ләкин иң башта үҙеңә аҡса түгеү, тотороҡло эшләү мотлаҡ. Мәҫәлән, һеҙ ферма төҙөнөгөҙ, йүнәттегеҙ йәки һыйырҙар алдығыҙ икән, шуны өлөшләтә дәүләт компенсациялай. Субсидия төрлө була. Әйтәйек, һыйырҙарҙы берәй хужалыҡтан алғанһығыҙ икән, уларҙың күпмелер хаҡын ҡайтаралар, кредиттарҙы ҡаплатыу юлы ла бар. Техника алыуға сығымды 40 процентҡа тиклем субсидиялау — бик ҙур ярҙам. Эйе, аҡса етмәү сәбәпле, субсидияға бәйле бер аҙ тотҡарлыҡтар булғылай. Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге менән һөйләшкәндә, быйыл документтарын тапшырғандарҙың барыһы ла уны аласаҡ, тинеләр. Аңлап тораһығыҙ, бюджетты тулыландырыу бик ауыр бара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республика етәкселеге ауыл хужалығына ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй. “500 ферма” тигән программа — Башҡортостандыҡы, шулай уҡ фермаларҙы үҙгәртеп ҡороуҙа, яңыларын төҙөүҙә ярҙам йөҙөнән федераль программа ла эшләй. Буш торған байтаҡ ферманың нигеҙе, стеналары йүнәтерлек, күп сығым талап итмәй. Субсидиялау һауын аппараттары, башҡа ҡорамалдар алыу өсөн дә ҡаралған. Башҡортостандың “500 ферма” программаһы — маҡсатлы, сөнки республика һөт етештереү буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Әйтәйек, һыйыр малы күп төбәктәрҙә юҡ тиерлек, беҙҙә иһә бик кәрәкле был тармаҡ һаҡланды. Банк ошо өлкәне кредитлау буйынса ныҡлы эш алып бара.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— Шәхси хужалыҡ мәсьәләләре буйынса бик күп хат килә. “Тура бәйләнеш” алдынан шылтыратҡандарҙың да күбеһен түбәндәге һорауҙар ҡыҙыҡһындыра: был йүнәлештә нисә һумға саҡлы кредит бирелә, күпме ваҡытҡа, түләү шарттары, проценттары...
Татьяна ПАНТЕЛЬКИНА:
— Шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүҙең үҙенсәлеге лә, өҫтөнлөгө лә шунда: беҙ туранан-тура Ауыл хужалығы министрлығы менән эшләйбеҙ. Башҡортостанда 603 мең шәхси хужалыҡ (ЛПХ) иҫәпләнә. Был йорттар түгел, ә хужалыҡ алып барғандар һаны. Беҙҙең офистарҙың 28-е — ауылда, ә 11-е ҡалала урынлашҡан. Тимәк, төп клиенттарыбыҙ ауыл ерендә йәшәй һәм шәхси хужалыҡтар ҙур потенциалыбыҙ булып тора.
Шәхси хужалыҡтар буйынса программа бик үҙенсәлекле. Беҙ 14 процентҡа тиклем кредит биргән хәлдә, алда әйткәнемсә, Ауыл хужалығы министрлығы менән хеҙмәттәшлек иткәс, Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһы буйынса 8,25 процент клиентҡа кире ҡайтарыла. Үҙебеҙ документтар әҙерләйбеҙ, министрлыҡҡа уларҙы үҙебеҙ тәҡдим итәбеҙ. Кредит алыусының иҫәбенә әлеге проценттар айырмалығы күсә. Бындай субсидия ауыл халҡы өсөн бик уңайлы, отошло. Уны хужа һарай, кәртә-ҡура, техника алыу өсөн тотона ала. Хатта ауылда йәшәп, машина алһағыҙ ҙа, аҡса шәхси хужалыҡты үҫтереүгә тотонолған тип иҫәпләнә. Шулай итеп, ысынында 6 процентлыҡ ҡына кредиттан файҙалана алаһығыҙ. Ундай мөмкинлекте башҡа банктар бирә алмай.
— Һаумыһығыҙ, Яңауыл ҡалаһынан шылтыратам. Ҡалала йәшәп, шәхси хужалыҡ асыр өсөн кредит алып буламы? (Исемен атаманы).
— Әгәр ҙә шәхси хужалыҡта ерегеҙ булып, урындағы хакимиәттең хужалыҡ кенәгәһендә теркәлгән икән, мотлаҡ кредит бирәсәкбеҙ. Кенәгәлә теркәлеү мөһим.
— Краснокама районынан Евгений Тоҡомбәтов булам. Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығымын, 1999 йылда ойошторғайным. Кредит алыр өсөн “Россельхозбанк”тың Николо-Березовкалағы офисына мөрәжәғәт иттем, үтенесемде кире ҡаҡтылар. Залогым бар, түләй алам, бурысым юҡ...
Ирек Мөхәмәтдинов:
— Урындағы идарасыбыҙ менән бәйләнешкә инеп, һорауығыҙҙы ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ. Һеҙ ниндәй тармаҡты үҫтереү өсөн кредит алырға теләйһегеҙ?
— Былтыр сусҡасылыҡ фермаһы буйынса программаға ингәйнем. Ләкин һаман еремде теркәй алмайым.
— Төп проблема ошондалыр, моғайын. Ерегеҙ юҡ икән, кредит алыу өсөн фермер булараҡ программаға инеү генә етмәй.
— Шәхси хужалығымда 20 сутый ер бар, ә өс гектарын ҡуртымға алдым.
— Ҡуртымға алған ерегеҙ булһа, кредит өсөн нигеҙ бар тигән һүҙ. Бөтәһен дә асыҡлап, һеҙҙең менән бәйләнешкә инербеҙ.
— Рәхмәт!
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Ер биләмәләренең таратып бирелмәүе күп проблема тыуҙыра. Йәшерен-батырын түгел, Башҡортостан был йәһәттән артта ҡалған. Хатта Татарстанда, колхоздарҙы тарҡатмайынса килеп, нисектер был мәсьәләнән сығыу юлын таптылар. Хәйер, уларҙа ла проблема етерлек инде...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ:
— “Россельхозбанк” күпмелер кимәлдә батша заманындағы Ер банкы традицияларын дауам итә. Бөгөн крәҫтиән ҡағыҙҙа ғына булһа ла ер пайҙарына хоҡуҡ биргән танытмаларҙы кредит алыу өсөн залог рәүешендә файҙалана аламы?
— Пайға бәйле сетерекле мәсьәләләр күп, сөнки беҙҙә ер реформаһы үткәрелмәгән, кешегә тәғәйен өлөш межаланмаған. Ә танытма дөйөм һөрөнтө ерҙәрҙә өлөшөң бар тигән генә һүҙ. Межалау үткәрмәйенсә тороп, ер кешенең мөлкәте, шәхси биләмәһе булып һаналмай. Танытма — өлөшөңдө алыуға хоҡуҡ. Столыпин ваҡытында, мәҫәлән, крәҫтиәнгә аныҡ итеп ер бүлгәндәр. Кәртәләп алыу хоҡуғы менән бирелеп, межаланмаһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул шәхси мөлкәт булмай. Был проблема тураһында күптәр һөйләй, ләкин мәсьәлә хәл ителмәй.
— Һеҙҙеңсә, быларҙы эшләргә нимә ҡамасаулай?
— Хәл итеү өсөн бик ҙур эш атҡарып сығырға кәрәк. Мәҫәлән, ер эше менән шөғөлләнеүсе белгестәр кәрәк. Дөрөҫөн әйтеү мөһим: һуңғы йылдарҙа беҙҙә ер менән эшләү әллә ни алға китмәне. Элегерәк ер комитеттары булһа, хәҙер уны мөлкәт менән бергә ҡуштылар. Шулай итеп, ер мәсьәләһе икенсе урынға күсте тиһәң дә була. Икенсенән, низағлы ла бит ул ер эше. Кемгәлер йылға буйында эләгә, кемгәлер — башҡа урында. Ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә атҡараһы эш бихисап.
— Һаумыһығыҙ, мин Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылынан Зөлфиә Әбүбәкирова булам. Мәктәптә 20 йылдан ашыу йыйыштырыусы булып эшләйем. Өс балам бар, үҙем генә тәрбиәләйем. Өй һала башлағайныҡ. Эш хаҡым бәләкәй булғас, банктан кредит бирмәйҙәр. Һеҙҙекенән дә... Шул өйҙө төҙөп бөтөргә ине. Үҙебеҙгә күрә мал да аҫрап маташабыҙ. Йорт ихатаһында еребеҙ бар, һыйыр малы, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн льготалы кредит бармы икән?
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Льгота, ташламалар — социаль мәсьәлә, уныһын беҙ хәл итмәйбеҙ. Һеҙ шәхси хужалыҡты үҫтереү буйынса кредит юллай алаһығыҙ. Уның ставкаһы юғары булмаҫ, сөнки субсидияланасаҡ. Өйөгөҙҙө лә төҙөп бөтөргә етер, башҡаһына ла.
— Һеҙгә Күгәрсен районынан Әлфиә Бикбулатова шылтырата. Пенсионерҙарға түбән процентлы кредит рөхсәт ителәме?
Ирек МӨХӘМӘТДИНОВ:
— Эйе, 15 процент менән алырға мөмкин — “Пенсия кредиты” тип атала. Айына күпме аҡса алып тороуығыҙға ҡарап, 100 мең һумға тиклем бирелә. Пенсияны өлөшләтә тура банкка күсерә барһаң да ярай. Тик поручитель табырға йә ғүмереңде страховкаларға кәрәк.
Шылтыратып һорау биреүселәр күп булды. Әлбиттә, бер “тура бәйләнеш”тә генә сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеп бөтөп булмай. Күптәрен райондарҙағы социаль бүлектәр, урындағы хакимиәт башҡара ала. Редакцияға әле шылтыратып та борсоған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Беҙҙең аша “Россельхозбанк” хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ яҙып алды.