Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Инвестор яман ергә аяҡ баҫмаҫ
Башҡортостандың иртәгәһе бөгөнгөһөнән яҡшыраҡ булыуына өмөтләнергә урын бар. Мәҫәлән, күптән түгел уның социаль-иҡтисади хәленең дөйөм ил буйынса күрһәткестәрҙән күпкә яҡшыраҡ булыуы асыҡланды. Бындай һығымтаны Рәсәй Төбәктәре үҫеше министрлығы яһаған.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республика иҡтисади йәһәттән айлап түгел, көнләп үҫә, тиһәк хата булмаҫ. Быны төрлө рейтинг агентлыҡтары ла, абруйлы баҫмалар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, “Форбс” журналы яҙыуынса, бизнес алып барыу өсөн илдең иң уңайлы 30 төбәге рейтингында 13-сө урынды биләүебеҙ, Өфөнөң бер нисә йыл эсендә генә был исемлектә икенсе урынға күтәрелеүе – күпкә ишара. Шулай уҡ республиканың быйыл тәүге тапҡыр Рәсәйҙең иң уңышлы үҫешкән 20 төбәге иҫәбенә инеүе лә беҙҙә барған йылдам үҫеште раҫлай.
Һуңғы осорҙа 2008–2009 йылдарҙағы финанс көрсөгө эҙемтәләренә ҡаршы көрәш илдең генә түгел, Башҡортостандың да төп бурысы булды. Уны, һис шикһеҙ, уңышлы тиергә була – быға тиклем күптәр күккә күтәреп маҡтаған Европалағы, илдең ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек, республикала торғонлоҡҡа юл ҡуйылманы. Киреһенсә, быны икенсе һулыш асылыуы менән сағыштырырға мөмкиндер: бөгөн төбәгебеҙ өр-яңы үҫешкә ынтыла.
Быны инвесторҙарҙың беҙгә иғтибар итеүе лә раҫлай. Инвестиция йәлеп итеүҙең дөйөм Рәсәй күрһәткесенән ике тапҡырға тиерлек күберәк булыуы ла Башҡортостан иҡтисадының өмөтлө киләсәгенә ишаралай. Мәҫәлән, тәүге ярты йыллыҡта ғына беҙгә 80 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған булһа (былтырғы күрһәткестән 22,5 процентҡа күберәк), йыл аҙағына тиклем уның 250 миллиард һумға ҡәҙәр етеүе көтөлә. Бер инвесторҙың да был тиклем аҡсаны өмөтһөҙ иҡтисадҡа һалмаясағы көн кеүек асыҡ.
Әлбиттә, бында республика етәкселегенең дә ошо йәһәттән арымай-талмай эшләүен телгә алырға кәрәк. Башҡортостан ил эсендә генә түгел, ә донъя кимәлендә хеҙмәттәшлек юлына сыҡты. Мәҫәлән, Европа, Азия илдәре менән ике яҡлы килешеүҙәр төҙөлә. Инвесторҙарға етди ташламалар яһау ҙа һөҙөмтә бирмәй ҡалмай: беҙҙә килем һалымына льготалар биргән закондар үҙ көсөнә инде – хәҙер һалым ставкаһы бер йылдан биш йылға ҡәҙәр 13,5 процентҡа тиклем кәметелде. Ә 2 — 5 миллиард һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырған инвестор биш йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителһә, унан да күберәк аҡса һалыусы – ун йылға.
Әлбиттә, инвесторҙарҙың күпләп килеүе халыҡтың йәшәү кимәлендә лә сағылыш табасаҡ. Мәҫәлән, 2011 йылдың һөҙөмтәләре буйынса эшһеҙҙәр һанының кәмеүе һәм хеҙмәт хаҡының артыуы күҙәтелә. Ул бөгөн 19 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Инфляция кимәле буйынса ла беҙ үткән йылды иң түбән күрһәткес менән тамамланыҡ.
Эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәте лә күҙ уңында тотола. Беҙҙә илдә тәүгеләрҙән булып уларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшкән омбудсмен барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, “Рәсәй терәге” үткәргән һорау алыуҙа ҡатнашҡан эшҡыуарҙар Өфөнө илебеҙҙә бизнес алып барыу өсөн иң уңайлы ҡала тип иҫәпләй.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә